Брахмапутра
Брахмапутра | |
---|---|
ҡыт. 雅鲁藏布江, bo ཡར་ཀླུང་གཙང་པོ།, хинди ब्रम्हपुत्र, ассам. ব্ৰহ্মপুত্ৰ, ингл. Brahmaputra, бенг. ব্রহ্মপুত্র | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2896 км |
Бассейн | 651 334 км² |
Һыу сығымы | 19 500 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Джангци менән Чема-Юндунг |
· Бейеклеге | 4872 м |
· Координаталар | 30°21′26″ с. ш. 82°47′30″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Джамуна |
· Урынлашыуы | Бхайраббазар эргәһендә |
· Координаталар | 24°02′13″ с. ш. 90°58′47″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | Ҡытай, Һиндостан, Бангладеш |
Брахмапутра Викимилектә |
Брахмапу́тра (ҡыт. 雅鲁藏布江, тиб. ཡར་ཀླུང་གཙང་པོ།, һинд ब्रम्हपुत्र, ассам. ব্ৰহ্মপুত্ৰ, ингл. Brahmaputra, бенг. ব্রহ্মপুত্র) — Ҡытайҙағы, Һиндостандағы һәм Бангладештағы йылға, Гангтың һул ҡушылдығы, Көньяҡ Азияның иң ҙур һыу артерияларының береһе.
Гидроним[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Айырым өлөштәрҙә төрлөсә атала: Тибетта — Мацанг һәм Ярлунг-Цангпо, Гималайҙар аша үткән урында — Сианг һәм Диханг, Һиндостанда — Брахмапутра, Бангладешта — Джамуна. Йылғаның һинд атамаһы санскриттан тәржемә иткәндә «Брахма улы» тип аңлатыла[1]
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Оҙонлоғо — 2896 км, төрлө сығанаҡтарҙа бассейн майҙанына төрлө баһаламалар бирелә — 530 меңдән алып 935 мең км² тиклем, иң йыш ҡулланылған дәүмәл — 651 мең км²[1][2][3]. Йылға бассейны дүрт ил территорияһында урынлашҡан — Ҡытай (50,5 %), Һиндостан (33,6 %), Бангладеш (8,1 %) һәм Бутан (7,8 %).[2][4]
Гималайҙарҙың төньяҡ битләүендә һәм Кайлас һыртының көньяҡ битләүендә башланған Джангци һәм Чема-Юндунг йылғалары Брахмапутра инештәре булып тора[5].
Пасигхат тирәһендә Брахмапутра тауҙар аша сыға Бенгал тигеҙлеге буйлап аға башлай. Тигеҙлектә ул бер нисә тармаҡтарға һәм ҡылымыҡтарға бүленә. Ассам тауҙарын уратып, Брахмапутра ҙур бөгөл барлыҡҡа килтерә һәм көньяҡҡа табан боролоп Ганг йылғаһы менән ҡушыла.
Брахмапутра һәм Ганг йылғаларының уртаҡ йырҙаһы ҙур дельта һәм эстуарий барлыҡҡа килтереп Бенгал ҡултығына ҡоя.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары: һулдан — Hay, Чорта-Цангпо, Рага-Цангпо, Джичу, Джамда, Лухит, Капили; уңдан — Ньянгчу, Субансири, Бхарели (Каменг), Манас, Тиста.
Тамағында уртаса һыу сығымы яҡынса 19 мең[3][6] м³/сек.
1969—1975 йй. йылға тамағындағы «Бахадурабад» станцияһында (Бангладеш) алынған
мәғлүмәттәргә ярашлы уртаса айлыҡ һыу сығымдары (м³/сек).[3]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Брахмапутра(недоступная ссылка), Яндекс. Словари › БСЭ, 1969—1978, А. П. Муранов.
- ↑ 2,0 2,1 (инг.) A. K. Gain, W. W. Immerzeel, F. C. Sperna-Weiland, and M. F. P. Bierkens. Impact of climate change on the stream flow of lower Brahmaputra: trends in highand low flows based on dischargeweighted ensemble modelling // Hydrology and Earth System Sciences Discussions. — 2011. — № 8. — С. 365–390.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 (инг.) Bahadurabad, Bangladesh. River discharge of Brahmaputra // Center for Sustainability and The Global Environment, Gaylord Nelson Center for Environmental Studies, University of Wisconsin-Madison.
- ↑ (инг.) Bangladesh 2013 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған., Institute for Ocean Management, Anna University Chennai › LOICS South Asia Node
- ↑ Карта бите H-44-XVII. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ (инг.) Brahmaputra River, Encyclopædia Britannica
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Брамапутра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)