Буддизм фәлсәфәһе
Буддизм фәлсәфәһе |
Будди́зм фәлсәфәһе — буддизм мәктәбенең төрлө йүнәлештәре һәм мәктәптәре сиктәрендә донъяны, кешене аңлауға һәм танып белеүгә рациональ нигеҙләнгән ҡараштар системаһы[1]. Буддизм фәлсәфәһе брахмандарҙың ҡоро фекерләүгә ҡоролған һығымталарына нигеҙләнеп, үҙҙәренең терминдарында шул уҡ проблемалы ҡырҙа яңынан аңларға тырыша. Буддизм теоретиктары барлыҡҡа килтергән фәлсәфәүи ысынбарлыҡ, үҙ сиратында, брахманист фекерҙәр тыуҙырған үҫешкә һиҙелерлек йоғонто яһай һәм шаҡтай ҙур дәрәжәлә брахман фәлсәфәүи системаларының күренешен билдәләй[2]. Буддизм фәлсәфәһе үҫешендә хинаяна мәктәбенең вайбхашика һәм саутрантикаһы һәм махаяна мәктәбенең мадхьямика һәм йогачараһы мөһим роль уйнай[1].
Буддизм фәлсәфәһенең башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Буддизмды өйрәнеүсе Лысенко Виктория Георгиевна яҙғансы, фекерләүҙең брахманизм фәлсәфәһе формалашыу процессы менән сағыштырғанда, буддизм фәлсәфәһенең аяҡҡа баҫыу процессы[2] шуның менән айырыла: буддизм фәлсәфәһе алдында, брахмансы умозрение нигеҙендә ятҡан үҙенә бер айырым дини һәм миф-поэтик системалары ятҡан күп быуат ғүмере булған абруйлы ведий традициялары тормаған. Бының менән бәйле буддизм фәлсәфәһе башы тураһында һөйләгәндә, фәлсәфә һәм уны әҙерләгән фәлсәфәгә тиклемге традицияларҙы айырып ҡарарға кәрәк микән; буддизм тураһында фекер йөрөткәндә, фәлсәфә тигәнде нисек аңлатырға: «буддизм фәлсәфәһен билдәләгәндә, иғтибарға уй, уның формаһы һәм йөкмәткеһе менән ни була, тип түгел, ә шул белемде йыйыву кешегә, уның психикаһына, дөрөҫөрәге, аңына нисек тәьҫир итә, тип акцентты үҙгәртергә тура килә»[2]. Был фәлсәфә предметы һәм фәлсәфәгә бирелеүҙең методологияһы кем һәм кем өсөн фәлсәфә йөрөтөүе операциональ бәйләнгәнлеге планында ҡаралырға тейеш. Һәм буддизмға нигеҙ һалыусы, ҡайһы бер кешеләр категорияһына (винну) үҙенең зиһене асылғанда нисек итеп «нескә» һәм «тәрән» дхармаға өлгәшкәнен аңлатып, тәүге фәлсәфәсе булып сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта Будданың әңгәмәшсеһе йыш ҡына уның идея көнсөлө булып та сығыш яһай, шуның өсөн буддизм фәлсәфәһен аяҡҡа баҫтырғанда, уйҙарыңды, фекерҙе күнектереүсе, уны теҙеп, дәлилдәргә таянып, әйтеп бирә алырға ярҙам итеүсе бәхәс иҫ киткес мөһим булып тора. Будда фәлсәфәһе шулай уҡ виннуҙың аңын үҙгәртеп ҡороусы, уларҙың психикаһы торошон үҙгәртеүсе сара булып тора, сөнки аң яңы — «ҡотҡарыу» режимында эшләй башлай[2].
Әгәр ҙә иртә буддизм фәлсәфәһен ул осорҙоң интеллектуалдары ҡотолоуҙың буддизм юлына баҫыуға өгөт биреү операциональ ҡоралы тиһәк, буддизм фәлсәфәһенең «сығанағы» буддизм барлыҡҡа килеүгә тап килер, ә буддизм фәлсәфәһе тарихы, Будда тәғлимәтенән башлап, тәғлимәт үҫешенә ярашлы артабан төрлө стадияларға бүленер[2]. Лысенко атағанса, тәүге стадияһы, буддизмға нигеҙ һалыусының фәлсәфәүи өгөттәре йөкмәткеһе айырым мәлдәр менән бәйле булғанлыҡтан, системаға тиклемге — фәлсәфәүилеккә нгеҙләнгән фрагменттар Палий ҡанунының ике тексы — Виная-питака һәм Сутта-питака кеүек буддизм сығанаҡтарына (әҙәбиәт) ҡайтып ҡала, икенсе стадияһы — системалы — Абхидхамма-питакаға һәм уның тәфсиренә тап килә. Стадияларҙың һуңғыһы төрлө буддизм мәктәптәре осорона, йәғни буддизм фәлсәфәһенең артабанғы үҫеш этабына тап килә[2].
Буддизм фәлсәфәһе нигеҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғөмүми үҙгәреш һәм алмашыныусанлыҡ тураһындағы тәғлимәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Буддизмда, уға ярашлы ерҙә булған бөтә нимә, шул иҫәптән, кеше лә, хәрәкәттә һәм үҙгәрештәр кисерә тигән «анитья» принцибы раҫлана[1]. Сатисчандра Чаттерджи һәм Дхирендрамохан Датта үҙҙәренең «Боронғо һинд фәлсәфәһе» хеҙмәтендә былай тип яҙған:
Бар йән эйәләренең килеп сығышының бәйлелеге доктринаһынан шулай уҡ һәр әйберҙең фани, тиҙ үтә торған тәбиғәте теорияһы барлыҡҡа килгән. Будда, арымай-талмай, һәр әйбер үҙгәреүгә һәм тарҡалыуға дусар була тип өйрәткән. Һәр тереклек айырым бер шарттарҙа барлыҡҡа килгән кеүек, шундай шарттар юҡ булыу менән, улар ҙа юҡ була тигән. Һәр нәмәнең башы булған кеүек, уның аҙағы ла була[3].
Үҙ-ара шартлы хасил булыу теорияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дхарм (пратитья-самутпада) барлыҡҡа килеүе законына буйһонғанлыҡтан, бар булған нимәнең үҙгәреүсәнлеге хаос тигәнде аңлатмай[1]. Сатисчандра Чаттерджи һәм Дхирендрамохан Датта "Боронғо һинд фәлсәфәһе"ндә былай тип яҙған[3]:
Существует спонтанный и всеобщий закон причинности, который обусловливает все явления духовного и материального мира. Этот закон (дхарма или дхамма) действует стихийно, без помощи сознательного руководителя.
Согласно этому закону, возникновение одного частного явления (причина) сопровождается другим частным явлением (следствие). «Имеется причина — возникает и следствие». Һәр булғандың үҙ шарты, йәғни үҙ сәбәбе бар. Бер нимә лә осраҡлы йә сәбәпһеҙ килеп сыҡмай.
Карма теорияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ка́рма — һинд диндәрендә һәм фәлсәфәләрендә иң үҙәк төшөнсәләрҙең береһе, йыһандың сәбәп-эҙемтә законы, уға ярашлы кешенең хаҡ һәм гонаһлы эштәре, михнәттәре һәм рәхәтлектәре уның яҙмышын билдәләй.
Йәндең булмағанлыҡ теорияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәндең булмағанлыҡ теорияһы, йәки анатмава́да, буддизм фәлсәфәһенең иң төп нигеҙҙәренең береһе булып тора; анатман йәки үҙенең фани булмаған «мин»-ен, абсолютты, Атманды кире ҡағыуҙы үҙенең үҙәк пункты иткән.
Буддизм фәлсәфәһе мәктәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мадхьямика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мадхъя́мака, йәки мадхья́мика — Махаяна буддизмының (йогачара менән бергә) төп фәлсәфәүи йүнәлештәренең береһе. Буддизм онтологияһының бөтә бәхәс үҙәгендә Дхарма категорияһының ысынбарлыҡ булыу-булмау мәсьәләһе тора. Мадхъямака дхармаларҙың ысынбарлыҡмы әллә ысынбарлыҡ түгелме икәнен раҫлап булмай, тип дәлилләй: шулай тип ҡарар итеү ҙә, икенсе ҡарар ҙа логик ҡапма-ҡаршылыҡҡа килтерә. Дхармаларҙың бушлығы һәм теләһә ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡтар булмауы тураһындағы тәғлимәтте компакт формала һөйләп биреүсе Мадхъямаки һәм дөйөм Махаянаның мөһим тексы булып «Йөрәк сутраһы - Праджня-парамиты» тора.
Йогачара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йогачара ҡараштарына ярашлы, фәҡәт виджняна (танып-белеү, аң) ғына хәҡиҡәт булып тора, ә бөтә башҡа күренештәр (дхармалар) һәм аң сиктәренән тыш ятҡан тышҡы донъя алдаҡ һәм ысын түгел. Танып-белеүсе субъект ҡына ысын. Ошо хәл Йогачараны Мадхъямакиҙан айыра. Шуның менән бергә аңдың бер нисә кимәле айырымлана, һәм бөтә кимәлдәрҙе лә башлаусы һәм координирлаусы абсолют, туҡталып тормаған аң — алая-виджняна — «аң-хазина һауыты» билдәләнә. Классик Йогачарала алая-виджняна — был европа субъектив идеализмы, бигерәк тә Нирвана кеүек, рухи субстанция түгел, ә уяу булған «аң ағымы». Йогачара «Ысын аң» тип фәҡәт Сансараны иҫәпләй.
Саутрантика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был мәктәптең атамаһы «сутра» һүҙенән килеп сыҡҡан, уның эйәреүселәре абхидхармистар бары сутралар эстәлегендәге материалдарға ғына (Будданың үҙенең һүҙҙәрендәге кеүек) таянырға, һәм башҡа сығанаҡтарҙы иҫәпләмәҫкә тейештәр. Күп кенә мөһим позициялар буйынса, мәҫәлән, күп дхармаларҙы (иң тәүҙә, дхарманың асанскритаһы, йәғни «составтарға инмәгән» донъянан өҫтөнөрәк дхармалар) шартлы (праджняпти), ә ысын берәмек түгел (дравья) тип һанағанға, вайбхашиктарҙан айырылалар. Был яҡтан улар махаянист-йогачариналарға яҡын торалар. Бынан тыш, улар «репрезентативистар», йәғни, тышҡы донъяның объективлығын танып, аңдың объект эстәлеген күҙаллауҙар, репрезентациялар, «үҙеңдәге донъя» ысынбарлыҡ нимәләре аша беҙҙең аңда сағылыш тапҡан вайбхашиктар тәғлимәтен кире ҡаға.
Вайбхашика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вайбхашика атамаһы аҡыл эйәһе Паршваның Махавибхаша («Великий комментарий») трактаты (әҙерге көндә фәҡәт ҡытай тәржемәһендә генә һаҡланған). Икенсе атамаһы — сарвастивада (санскритских һүҙҙәренән сарва — «барыһы ла» һәм асти — «бар»), уның вәкиләдәре барыһы ла (йәғни бар дхармалар ҙа, сарва дхарма) ысынбарлыҡ; бар дхармалар (элекке, хәҙерге һәм киләсәк) ысын, һәм дхармаларҙан да ысыныраҡ бер нимә лә юҡ тип өйрәткәндәр. Шул уҡ мәктәп шулай уҡ дхармалар, психофизик тәжрибәне тасуирлауҙың шартлы тел берәмеге, йәғни һаман да шул дхарма (праджняпти сат) булараҡ ысын онтологик статусҡа (дравья) эйә, тип раҫлағандар.
Был мәктәп вәкилдәре дхармаларҙы буддизм дини доктринаһы контексында төркөмләү һәм тасуирлау менән шөғөлләнгәндәр. Улар шулай уҡ эпистемологик реалист, йәғни ҡабул итмәүсе аңдың тышҡы донъяһының ысынбарлыҡта булыуын таныу ғына түгел, уның тере йәндәр тарафынан ҡабул ителеүенән һәм уларҙың тәжрибәһенең объект яғы сифатында аңдарына индерелеүенән сығып, донъяны тулы адекват ҡабул иткәндәр.
Буддизмдың төп йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тхеравада[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һан яғынан икенсе урында торған боронғо йүнәлеш. XXI быуатта 40%-ҡа яҡын тарафдарҙары бар.
Махаяна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Махаяна йәки «Бөйөк ике тәгәмәсле арба колесница». Тарафдаштары буддистарҙың төп күпселеген тәшкил итә – донъяның бөтә буддистарының 50%-тан артығы. Үҙәктәре Японияла, Монголияла, Ҡытайҙа, Кореяла, Тибетта тупланған.
Ваджраяна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ваджраяна – «Алмас ике тәгәрмәсле арба колесница». Махаяна эсендә барлыҡҡа килгән тантрик йүнәлеш (тантра – кеше организмын һауыҡтырыуға, ғүмерен оҙайтыуға, рухилығын үҫтереүгә ярҙам итеүсе иң боронғо үҙ-үҙеңде камиллаштыру системаһы).
Тибет тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
(махаяна һәм ваджраяна нигеҙендә формалашҡан), иң аҙ һанлыһы – 6%. Үҙәктәре Монголияла, Бүрәтстанда, Тывала, Ҡалмыҡстанда, Манчжурияла һәм Төньяҡ Ҡытайҙа урынлашҡан.
Татхагатагарбха тураһында тәғлимәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй тикшеренеүсе-буддологтарының фекеренә ярашлы, Татхагатагарбха тураһындағы тәғлимәт авторҙары үҙҙәренең трактаттары тураһында былай тип яҙғандар: 1) йәндәр тәбиғәтендә быға ҡаршы сығырлыҡ бер нимә лә булмағанлыҡтан, бар йән эйәләре лә Будда була ала, йәки 2) бөтә йән эйәһе лә былай ҙа Будда (йәки Будда асылы) һәм уларға фәҡәт үҙҙәренең «буддалығын» («гарбха» һүҙен былай тип, шул иҫәптән «Будда башланғысы зародыш» тип тәржемә итергә була) асырға һәм тормошҡа ашырырға ғына ҡала.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 «Буддийская философия» — статья в Новой философской энциклопедии.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Лысенко, 1994
- ↑ 3,0 3,1 Чаттерджи, Датта, 1955
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гийон Э. (фр.)баш. Философия буддизма. — М.: Астрель, АСТ, 2004. — 159 с. — ISBN 5-17-025702-3. — ISBN 5-271-10297-1.
- Лысенко В. Г. Буддийская философия: проблема «начала». — В кн.: Лысенко В. Г., Терентьев А. А., Шохин В. К. Ранняя буддийская философия. Философия джайнизма. — М.: «Восточная литература», 1994. — 383 с. — ISBN 5-02-017770-9 — с.114-125.
- Лысенко В. Г., Терентьев А. А., Шохин В. К. Ранняя буддийская философия. Философия джайнизма. — М.: «Восточная литература», 1994. — 383 с. — ISBN 5-02-017770-9.
- Пятигорский А. М. Введение в изучение буддийской философии (девятнадцать семинаров) / под ред. К. Р. Кобрина. — М.: Новое литературное обозрение, 2007. — 288 с. — ISBN 978-5-86793-546-7.
- Пятигорский А. М. Лекции по буддийской философии // Непрекращаемый разговор. — СПб.: Азбука-классика, 2004. — С. 38—102. — 432 с. — ISBN 5-352-00899-1.
- Торчинов Е. А. Введение в буддологию: курс лекций — СПб: Санкт-Петербургское философское общество, 2000 г. — 304 С. — ISBN 5-93597-019-8.
- С. Чаттерджи, Д. Датта Философская подоплёка этического учения Будды // Древняя индийская философия. М.: «Издательство иностранной литературы», 1955.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалып:Буддийские философы Индии Ҡалып:Философские направления буддизма