Көнбайыш фәлсәфәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Көнбайыш фәлсәфәһе
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Көнбайыш фәлсәфәһе (ингл. Western philosophyWestern philosophy) — көнбайыш цивилизацияһының көнсығыш фәлсәфәләре һәм күп төрлө автохтон фәлсәфәләренән айырылып торған фәлсәфәүи фекере һәм хеҙмәттәре.

Көнбайыш фәлсәфәһе — көнбайыш мәҙәниәтенең фәлсәфәүи фекер йөрөтөүен билдәләү өсөн индерелгән сағыштырмаса яңы тарихи термин. Был фәлсәфә, Боронғо Грециялағы боронғо грек фәлсәфәһенән башлап, артабан Ер шарының Төньяҡ Америка һәм Австралия кеүек киң биләмәләрен дә үҙ эсенә ала бара. Шулай уҡ уға Төньяҡ Африка территорияһын, Урта көнсығыштың, Көнсығыш Европаның айырым ареалдарын һәм башҡаларҙы индереү тураһында бәхәстәр бара. Фәлсәфә һүҙе боронғо грек телендәге philosophia (бор. грек φιλοσοφία) һүҙенән килеп сыҡҡан: һүҙмә-һүҙ «аҡыллылыҡты һөйөү» (бор. грек φιλεῖν — philein «яратам» һәм бор. грек σοφία — sophia «аҡыл», белем мәғәнәһендә).

Хәҙерге терминологияла көнбайыш философияһы хәҙерге фәлсәфәнең ике төп «традиция»һына: аналитик фәлсәфәгә һәм континенталь фәлсәфәгә ҡарай.

Килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борон замандарҙа һәм боронғо фәйләсуфтар хеҙмәттәрендә (атап әйткәндә, ҡайһы берҙәренең) фәлсәфәне аңлатыуы хәҙерге көндә лә ҡаралған мәсьәләләргә ҡағылған, ләкин бер үк ваҡытта башҡа бик күп дисциплиналар ҙа: саф математика һәм төгәл фәндәр (физика, астрономия, биология) өйрәнелгән. Аристотель, мәҫәлән әҫәрҙәрен бөтә ошо предметтар буйынса ла яҙған.

Көнбайыш фәлсәфәһенең субдисциплиналары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҙәттә көнбайыш фәйләсуфтар, тикшеренеү өлкәләре йүнәлештәре буйынса айырылған, бер нисә ҙур йүнәлешкә бүленә. Антиклыҡ дәүерендә, стоиктар тәҡдиме менән философияның логика, этика һәм физикаға бүленеше (тәбиғи фәндәрҙе һәм метафизиканы үҙ эсенә алған тәбиғәтте өйрәнеү) таралған булған. Хәҙерге фәлсәфәлә махсуслаштырылыу ғәҙәттә түбәндәгесә: метафизика, эпистемология, этика һәм эстетика. Ҡай саҡта логика төп философия бүлектәренә индерелә, ҡайһы берҙә айырым дисциплина-ара фән тип иҫәпләнә.

Бөгөн фәлсәфәнең ошо күләмле бүлектәре араһында күп һанлы субдисциплиналар бар. Атап әйткәндә, инглиз телле илдәрҙә иң дөйөм, аналитик һәм континенталь «традицияларға», бүленеш бар. Аныҡ субдисциплиналар менән ҡыҙыҡһыныу ваҡыт үтеү менән артыуы һәм кәмеүе мөмкин.

Фәлсәфә һәм башҡа фәндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғәт белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәлсәфә термины башта бөтә тәбиғәт тураһындағы фәндәргә ҡарата ҡулланылған. Аристотелде, уның метафизикаһы, этикаһы менән бергә, хәҙерге ваҡыт менән сағыштырып ҡарағанда, биология, метеорология, физика, космология мәсьәләләре биләгән. XVIII быуатта уҡ физика һәм химияны «тәбиғи фәлсәфә», йәғни тәбиғәтте фәлсәфәүи өйрәнеү, тип айырғандар. Бөгөн белемдең был өлкәләрефәнгә ҡаратылған һәм формаль рәүештә фәлсәфәнән айырылған. Әммә бындай бүленеш бер мәғәнәле түгел: ҡайһы бер фәйләсуфтар фән элеккесә фәлсәфә менән бәйле тип раҫлай.

Сағыштырмаса күптән түгел психология, иҡтисад, социология һәм лингвистика фәйләсуфтарҙың фәнни эшмәкәрлеге өлкәһенә ингән, әммә әлеге ваҡытта көсһөҙ генә бәйләнешкә эйә. Фән фәлсәфәһе һәм һәм фән араһындағы айырманы аңларға кәрәк.

Теология һәм дини тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпселек дини тикшеренеүҙәргә оҡшап, фәлсәфә эксперименталь тәжрибәгә таянған сифатта характерҙа түгел. Теологияның тикшеренеү өлкәһе өлөшләтә дин философияһы менән киҫешә. Аристотель теологияны метафизика бүлеге булараҡ ҡараған, шулай уҡ XX быуатҡа саҡлы күп кенә фәйләсуфтар дини тәғлимәт мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлгән. Шуға күрә теология һәм дин фәлсәфәһе бәйләнмәгән тип һанала. Шулай ҙа, дин фәлсәфәһе үҙенең методологияһы буйынса, теологияға ҡарағанда, тарихҡа һәм социологияға яҡыныраҡ.

Хәҙерге заман фәлсәфәһенең эмпирик традицияһында дини тикшеренеүҙәр йыш ҡына белем өлкәһенән тыш тип ҡарала. XX быуат фәлсәфәһендә дини тәғлимәт мәсьәләләре менән етди шөғөлләнгән фәйләсуфтар һиҙелерлек аҙ.

Математика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Математика, ҡай саҡ (йәки һирәк) фәйләсуфтар уларға оҡшарға маташҡан, бик үҙенсәлекле һәм ҡәтғи иҫбатлау ысулдарын ҡуллана. Күпселек фәлсәфәүи әҫәрҙәр проза телендә яҙылған һәм ғәҙәттә математик аныҡлыҡҡа тиклем күтәрелә алмай. Һөҙөмтә булараҡ, математиктар йыш ҡына фәйләсуфтарҙың һығымтаһы менән риза түгел, үҙ сиратында фәйләсуфтар ҙа йыш ҡына математиктарҙың һығымтаһы менән дә, уларҙың алымдары менән дә риза түгел.

Математика философияһы — фән фәлсәфәһе составындағы бүлек, әммә математиканың фәлсәфәгә үҙенсәлекле мөнәсәбәте бар: логика фәлсәфә бүлеге тип һанала һәм математика логиканың парадигмаль өлгөһө булып тора. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында логика киҫкен үҫешкә өлгәшә, һәм саф математика, иҫбатланғанса, логикаға ҡайтып ҡала. Үҙ сиратында, фәлсәфәлә формаль логиканы ҡулланыу фәндә математиканы ҡулланыуға тиң.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Современная западная философия: словарь. — М., 1998.
  • Реале Дж., Антисери Д. Западная философия от истоков до наших дней. — Т. 1 — 4. — СПб.
  • История философии в кратком изложении. М., 1991. (Перевод с чеш.)
  • История философии: Запад — Россия — Восток / Под ред. Н. В. Мотрошиловой. — Т. 1 — 4. — М.
  • Рассел Б. История западной философии. В 3-х кн. Любое изд.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]