Булатов Салауат Ғабдулла улы

Булатов Салауат Ғабдулла улы (рус. Булатов Салават Габдуллович) — 4 октябрь 1946) - партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт [1]

Биографияһы

Салауат Ғабдулла улы Булатов 1946 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Елдәр ауылында донъяға килгән.

1969 йылда - Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, ә 1992 йылда Урал социаль-сәйәси институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт эшсәнлеген 1969 йылда Мәләүез районының Ергән ветеринар участкаһы мөдире сифатында башлай.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда баш зоотехник булып эшләй.

1977 - 1980 йылдарҙа Ишембай районында малсылыҡ комплексында бүлек етәксеһе, район ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы.

1980 - 1986 йылдарҙа ошо уҡ районда "Искра" колхозы рәйесе, артабан РАПО рәйесе итеп тәғәйеләнә.

1987 йылда - халыҡ депутаттарының Ишембай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1991 йылдан - рәйес урынбаҫары.

1992 йылдан - Ишембайҙағы "Башресурсы" коммерция акционер берекмәһе директоры [3].

Башҡортостандың Ишембай районы, 214-се Петровский һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
  2. Булатов Салават Габдуллович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27

Ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 41.

Һылтанмалар