Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙы
Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙы (11 июль 1937 йыл) — шағир, прозаик. 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
Дилә Хәмзә ҡыҙы Булгакова (ҡыҙ фамилияһы Бикмәтова) 1937 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы) районы Боҙаяҙ ауылында тыуған.
Етенсе класты бөткәндән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында урта мәктәпте, Өфөлә медицина училищеһын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Салауат химия комбинатының санитар часында шәфҡәт туташы булып башлай. Артабан Башҡортстан Эске эштәр министрлығына ҡараған дауалау учреждениеларына күсерелә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә утыҙ ете йыл ғүмерен бирә.
Дилә Булгакова бала саҡта рәссам булырға хыяллана, ижадҡа һөйөүе уны шиғриәт, проза донъяһына алып килә.
Тыуған ерем, халҡым тип янып-көйөп йәшәгән ҡәләм оҫтаһының проза әҫәрҙәре халыҡ күңелен тиҙ арбай. Дилә Булгакова ике тиҫтәнән ашыу китап авторы. Хикәйә-повестарында ул геройҙарының иң тәрән уй-кисерештәрен асып һалырға тырыша. Дини темаларға яҙылған шиғри йыйынтығы, мөхәббәт лирикаһы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Ижадсының әҫәрҙәре халыҡ араһында киң танылыу ала, шиғырҙары көйҙәргә һалына.
Шағирә ике йөҙҙән ашыу йыр авторы. Моңло, тәрән фәлсәфәле йырҙар яҙыу, әйтерһең дә, Дилә Хәмзә ҡыҙының ҡанында. «Ҡыр ҡаҙҙары», «Үпкәләмә», «Зәңгәр күҙле ҡыҙға», «Устарыма һал һин, йөрәгемде» һәм башҡа шиғырҙарын композиторҙар, ижадташ дуҫтары оло сәхнәгә сығара.
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәми Ғарипов миҙалы (2026)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе вручили первые медали Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (12 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2026)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2026)
Был — яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.