Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы
Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы (рус. Бурангулова Альбина Ванцетовна; 10 май 1961 йыл, Өфө ҡалаһы) — ғалим-табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Йәмәғәт эшмәкәре. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы. Милләте — башҡорт[1].
Биографияһы
Альбина Ванцет ҡыҙы Буранғолова 1961 йылдың 10 майында Өфө ҡалаһында Башҡорт АССР-ы Юғары суды судьяһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы Буранғолов Ванцет Камил улы[2] ғаиләһендә тыуған.
Юғары белемле — Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1996 йылда Өфө ҡалаһының 17-се клиник дауаханаһында табип-интернат булып эшләүҙән башлай.
1985 йылдан — Өфө ҡалаһы 31-се ҡала балалар поликлиникаһында участка табибы.
1989 йылдан — Өфө ҡалаһы 6-сы балалар поликлиникаһының баш табибы.
1996 йылдан Өфө ҡалаһының 8-се балалар поликлиникаһының баш табибы[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2008 йылда Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет рәйесе була. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына Берҙәм республика һайлау округынан депутат итеп һайлана, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
2007 йылдың 9 июнендә Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы Президентының УП-250-се Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә[4].
Ғаиләһе
Тормошта. Ғаиләлә бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Бурангулова Альбина Ванцетовна
- ↑ 23 сентябрь
- ↑ В Уфе состоялся благотворительный концерт «Добра связующая нить» 2021 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента РБ от 09.06.2007 N УП-250 "О присвоении звания «Заслуженный врач Республике Башкортостан» Бурангуловой Альбине Ванцетовне — главному врачу муниципального учреждения "Детская поликлиника № 8 "
Һылтанмалар
- Открытию гериатрических отделений при больницах нужно уделять особое внимание — Альбина Бурангулова 2021 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- В парламенте усилен контроль за благотворительной деятельностью 2021 йылдың 12 май көнөндә архивланған.