Бурһыҡташ (Ишембай районы)

Бурһыҡташ (рус. Бурсук-Таш) — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Иң бейек түбәһе — 659,9 м. Әсеү менән Лыс (Ылыҫ?) (Ямаш йылғаһы бассейны) йылғалары араһында урынлашҡан.

Битәүҙәре һөҙәк, көнбайыш итәгендә Әсеүбаш яланы? ята.

Файл:Южноуральские горизонты - panoramio.jpg
Көньяҡ Урал. Башҡортотостан тауҙары

Тау тоҡомо

Тау тоҡомо алевролиттар, сланцы рифей һәүерташы, ҡомташ.

Ландшафт

Тау өҫтө ҡайын һәм йүкә ҡатнаш урман менән ҡапланған. Тауҙың хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы төрлө һәм бай. Яҡын тирәлә йәшәгән халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнә.

Атамаһының килеп сығышы

Башҡорт телендәге Бурһыҡ (башҡ. Бурhыҡ) + камень (башҡ. таш, тау) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Тимәк, был тауҙы бурһыҡтар төйәк иткән.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр