Буҙ тумыртҡа

Буҙ тумыртҡа (седой дятел), йәшел буҙ тумыртҡа , йәки буҙ башлы тумыртҡа (лат. Picus canus) — тумыртҡалар ғаиләһенән урман ҡошо, йәшел тумыртҡаның яҡын туғаны. Европаның үҙәк райондарынан көнсығышҡа ҡарай Тымыҡ океан ярҙарына, Малакка ярымутрауы һәм Суматраға тиклем таралған. Ҡышҡы ваҡытта оялау ареалы сиктәрендә күсмә тормош алып бара, тропиктарҙа ултыраҡ йәшәй. Һәр ерҙә лә һирәк осрай торған ҡош тиерлек, тик был антропоген факторҙар менән бәйле түгел.

Тасуирлама

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Башы, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө буҙ төҫтә. Тамағы, түше аҡһыл һары. Ҡанаттары, һырты, ҡойроҡ өҫтө йәшкелт көрән. Ҡанаттарының осонда буй, ҡойроҡ өҫтөндә арҡыры аҡ һыҙыҡтар бар. Маңлайы ҡыҙыл. Йәшел тумыртҡанан дөйөм буҙ төҫө менән айырыла. Унан бәләкәйерәк. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 25—28 см, ҡанаттарының ҡоласы 38—42 см, ауырлығы 90—170 г[52]. Йәшел тумыртҡа менән сағыштырғанда буҙ тумыртҡаның башы йоморораҡ һәм суҡышы ҡыҫҡараҡ. Баштарының төҫө менән был ике төр айырыла— әгәр йәшел тумыртҡаның ике затында ла ҡыҙыл «башлыҡ» маңлайынан алып муйына тиклем килә, ә буҙ тумыртҡаның ул тик ата ҡошта ғына була, уныһы ла маңлайында ҙур булмаған ҡыҙыл тап менән сикләнгән. Буҙ тумыртҡаның «мыйыҡтарының» ҡара һыҙығы һиҙелерлек нәҙек. Әгәр йәшел тумыртҡаның күҙе тирәләй ҙур ҡара тап булһа, ул буҙ тумыртҡаның күҙе араһында һәм суҡышының төбөндә генә. Арҡаһы, ҡойроҡ өҫтө һарғылт-йәшел, ҡорһағы йәшкелт төҫмөрлөк менән асыҡ-һоро. Суҡышы һарғылт-һоро, күҙенең шекәрәһе гәрәбә төҫөндә[53]. Тауышы яңғырауыҡлы: «киәй-киәәй».

Буҙ тумыртҡа һыҙғырыуы

Таралыуы

Ареалы

Тәбиғи ареалы Франция, Швейцария һәм Хорватиянан алып көнсығышҡа Сахалин һәм Хоккайдоға тиклем Евразияның ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарының тар һыҙатын, шулай уҡ көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш Азияның көньяҡҡа ҡарай Малай ярымутрауы һәм Суматраға тиклем ҙур өлөшөн үҙ эсенә ала. Ареалдың төньяҡ сиге тотош тайга сиге буйлап — Скандинавияла 64° төньяҡ киңлеге районында, Рәсәйҙең европа өлөшөндә Ленинград, Вологда өлкәләре һәм Коми Республикаһының көньяҡ өлөшө аша, Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә 61-се параллель районы аша, Байкалдың төньяҡ осо, Витим яҫылығының көньяҡ өлөшө, Аргунь тамағы аша, Приморьела Горюн йылғаһы тамағы аша үтә[54].

Ареалдың көньяҡ осо урман-дала зонаһы аша үтә. Европала Урта Францияның, Болгарияның көньяғына, Днестр тамағына, Днепропетровск өлкәһенең көньяҡ өлөшөнә тиклем тарала. Себерҙә көньяҡҡа Барнаулға тиклем, көньяҡ-көнбайыш Алтайға, Монгол Алтайының төньяҡ өлөшөнә, Хангай һәм Хэнтэйға тиклем осрай. Алыҫ Көнсығышта ареал ҡырҡа көньяҡҡа китә, Ҡытайҙың бөтә көнсығышын, Кореяны, Һинд-Ҡытай һәм Суматра утрауҙарын үҙ эсенә ала. Ҙур булмаған айырым участка Гималай тауҙары алдында һәм үҙәндәрендә урынлашҡан[54].

Йәшәү урыны

Япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Ныҡ ҡуйы урман булмаған асыҡ участкаларға —ҙур булмаған туғайҙарға, һыубаҫар урмандарға, емеш-еләк баҡсаларына, парктарға өҫтөнлөк бирә. Тулыһынса асыҡ ерҙәрҙә лә осрай, тик урманға яҡын урындарҙа. Европала диңгеҙ кимәленән 1700 м бейеклектәге тауҙарҙа, Непалда— 2600 м, Суматрала —2000 м.тиклем бейеклектә оялай[55]. Оялау осоронда тотошлай тайганан, кедр урмандары тибынан ары тора, әммә көҙ көнө унда ла осоп инә[56].

Туҡланыуы

Туҡланыу рационы йәшел тумыртҡаныҡына ҡарағанда бер аҙ төрлөрәк. Уның нигеҙен ҡырмыҫҡалар, имаго һәм термиттарҙың ҡарышлауыҡтар тәшкил итә. Ағас бөжәктәре һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Бынан тыш, буҙ тумыртҡа бөжәктәр (мәҫәлән, ҡарышлауыҡтар ҡуңыҙ, сиңерткә) һәм үрмәксе һымаҡтар менән туҡлана. Көҙ һәм ҡыш үҫемлек аҙыҡтар — ҡайһы бер емеш ағастарының емештәрен (алмағас, груша, сейә), еләк, сәтләүек, имән сәтләүеге ҡуллана. Йылдың һалҡын ваҡыттарында йыш ҡына тағараҡтарға килә[55]. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Урсеүе

undefined

Үрсеү өсөн тәүге йылдың аҙағында тотона. Ата ҡоштоң ҡарығыу тауыштарын Европала ғинуар аҙаҡтарында уҡ ишетергә була. Әүҙем гөрләшеүе май аҙағына тиклем дауам итә[57]. Пар булдырғансы тумыртҡалар, бер урындан икенсе урынға күсеп, хәрәкәтсән булалар. Участка һайлап алып та, әгәр инә ҡош килмәһә, ата ҡош урынды ташлап китә. Әгәр парҙар формалашһа, ҡоштар күсеп йөрөүҙән туҡтай һәм һайлап алынған территорияла туҡтала

undefined

Ағас кыуыштарында оялай. Оя ағас ҡыуышында ер өҫтөнән 0,2—24 метр бейеклектә (ғәҙәттә, 1,5—8) урынлаша. Ғәҙәттә япраҡлы ағасты — саған, уҫаҡ, ҡара ерек, ҡайын, ҡайһы саҡта йә йығылған һәм бәшмәк үҫкән ағасҡаоя ҡора. Оя ҡороу өсөн 9 тәүлектән алып 20 тәүлеккә тиклем ваҡыт үтә, ата ҡош та инә ҡош та ояны уйып яһай[55]; ағас ҡыуышының тәрәнлеге 25-30 сантиметр, ҡыуыштың диаметры 15-20 см, осоп инеү урынының диаметры 6 сантиметр тирәһе була. Ояла 4—5 йомортҡа һала. Йомортҡалары аҡ, күләме (24-31). х. (19-24) мм. Ике пар ҙа баҫып сығара, өҫтәүенә, төндә күп өлөшөн ата ултыра. Был осорҙа парҙың ике ағзаһы ла үҙҙәрен шым һәм йәшерен тота. 14-17 көндән ҡош балалары донъяға килә, ата һәм инә ҡош берҙәй булып нәҫелдәрен ашата. 23-27 ҡош балаларының ҡанттары нығына, әммә йәй уртаһына тиклем улар ата-әсәһе тирәһендә була, шунан һуң таралалар[55].

Әҙәбиәт

  • Иванов, А. И.; Козлова, Е. В.; Портенко, Л. А.; Тугаринов, А. Я. Часть 2. // Птицы СССР. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1953.
  • Мальчевский А. С.; Пукинский Ю. Б. Птицы Ленинградской области и сопредельных территорий. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1983.
  • Рябицев, В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2001. — 608 с. — ISBN 5-7525-0825-8.
  • Степанян, Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. — Москва: Академкнига, 2003. — 808 с. — ISBN 5-94628-093-7.
  • Gorman, Gerard. Woodpeckers of Europe. A Study to European Picidae. — Bruce Coleman Books, 2004. — 192 с. — ISBN 1-872842-05-4. (инг.)
  • Mullarney, Killian; Svensson, Lars; Zetterström, Dan; Grant, Peter J. Birds of Europe. — United States: Princeton University Press, 2000. — 400 p. — ISBN 978-0-691-05054-6.
  • Cramp, Stanley; Simmons, K.E.L. The Birds of the Western Palearctic. — Oxford University Press, 1986. — Т. Vol. IV - Terns to Woodpeckers. — 960 с. — ISBN 978-0198575078. (инг.)
  • Winkler, Hans; Christie, David A. Family Picidae (Woodpeckers) // Handbook of the birds of the world. — Barcelona: Lynx Edicions, 2006. — Т. Volume 7: Jacamars to Woodpeckers. — ISBN 84-87334-37-7.

Иҫкәрмәләр

  1. Gwefan Llên Natur
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 IOC World Bird List Version 6.3 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.3
  3. 1 2 3 Красная книга — 1964.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 IOC World Bird List Version 6.4 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.4
  5. 1 2 3 4 5 IOC World Bird List. Version 10.2 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.2
  6. 1 2 3 Бельгийский список видов
  7. 1 2 IOC World Bird List. Version 10.1 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.1
  8. 李家兴, 周丽萍, 孙家杰, 谭筱彩, 蒋爱伍 广西山地农业化背景下鸟类多样性比较, Bird diversity in different habitats under agriculturalization in Guangxi, China (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — т. 30, сығ. 5. — бит 21515. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2021515
  9. https://www.birdsofindia.org/location/773/Pakke%20TR
  10. https://ebird.org/hotspot/L4393809?yr=all&m=&rank=mrec
  11. https://www.birdsofindia.org/location/254/Buxa%20TR
  12. https://d1wqtxts1xzle7.cloudfront.net/55629733/Sivakumar-Buxa1.pdf?1516865483=&response-content-disposition=inline%3B+filename%3DSivakumar_Buxa.pdf&Expires=1616329322&Signature=StbSqRJ7xNm~fETRcp-ERv0D6KVUoKKHlXeR9BrnZIP9LBCtQiaBEe8G1oy5R5~i6iWvvOYewDNfNCs2g6jFQsEzaJr7Z4fsLMLjdCqiz9L9ecYzcg1WPu~EdwZZvWLGzKo4ysFwSVA-Vw36ulVvxb2DZumh7Rhj84-58VA2m~0eHyA19lYk4CDnhsNstSgQdrXZyMeFt2ENwUdAfaM74ilYjSTYTm85x213jYTYT7ig-Gt-xoOlFNsCUvEoNrozYEnYbH7ADpqUhQb4vN-FzQwO0CJZk3mxc~xnnGe8FMUVr48SZHJNGsmKTiNnLjSGJp6g9zfRrhF843OTWvC1mA__&Key-Pair-Id=APKAJLOHF5GGSLRBV4ZA
  13. https://rsis.ramsar.org/RISapp/files/31435783/documents/IN2437_taxo200527.pdf
  14. https://www.researchgate.net/profile/Aparajita-Datta-2/publication/287003826_The_birds_of_Namdapha_National_Park_and_surrounding_areas_Recent_significant_records_and_a_checklist_of_the_species/links/56b8980d08ae5ad3605f421d/The-birds-of-Namdapha-National-Park-and-surrounding-areas-Recent-significant-records-and-a-checklist-of-the-species.pdf
  15. https://ebird.org/hotspot/L3053752?yr=all&m=&rank=mrec
  16. https://www.ijsr.net/archive/v4i10/SUB158782.pdf
  17. 1 2 https://www.researchgate.net/profile/Bishnu-Sharma-2/publication/345326775_A_preliminary_survey_of_bird_communities_of_South_Sikkim_India/links/5fa3f7a4a6fdcc0624151fac/A-preliminary-survey-of-bird-communities-of-South-Sikkim-India.pdf
  18. https://ebird.org/hotspot/L2182902
  19. https://ebird.org/hotspot/L2182902?yr=all&m=&rank=mrec
  20. https://ebird.org/hotspot/L3915579
  21. https://ebird.org/hotspot/L3660877
  22. https://ebird.org/hotspot/L4258925
  23. https://ebird.org/hotspot/L11277996?yr=all&m=&rank=mrec
  24. https://ebird.org/hotspot/L3010063?yr=all&m=&rank=mrec
  25. https://ebird.org/hotspot/L9448561?yr=all&m=&rank=mrec
  26. https://ebird.org/hotspot/L2648992?yr=all&m=&rank=mrec
  27. https://ebird.org/hotspot/L4022825?yr=all&m=&rank=mrec
  28. https://ebird.org/hotspot/L3031224?yr=all&m=&rank=mrec
  29. https://ebird.org/hotspot/L2567336?yr=all&m=&rank=mrec
  30. https://ebird.org/hotspot/L10273019?yr=all&m=&rank=mrec
  31. https://ebird.org/hotspot/L4314175?yr=all&m=&rank=mrec
  32. https://ebird.org/hotspot/L976256?yr=all&m=&rank=mrec
  33. https://ebird.org/hotspot/L2678036?yr=all&m=&rank=mrec
  34. https://ebird.org/hotspot/L3819005?yr=all&m=&rank=mrec
  35. https://ebird.org/hotspot/L4314217?yr=all&m=&rank=mrec
  36. https://ebird.org/hotspot/L4465120?yr=all&m=&rank=mrec
  37. https://ebird.org/hotspot/L3612445?yr=all&m=&rank=mrec
  38. https://ebird.org/hotspot/L2648253?yr=all&m=&rank=mrec
  39. https://ebird.org/hotspot/L4236848?yr=all&m=&rank=mrec
  40. https://ebird.org/hotspot/L2604661?yr=all&m=&rank=mrec
  41. https://ebird.org/hotspot/L4507641?yr=all&m=&rank=mrec
  42. https://ebird.org/hotspot/L1131614?yr=all&m=&rank=mrec
  43. https://ebird.org/hotspot/L3612426?yr=all&m=&rank=mrec
  44. https://ebird.org/hotspot/L2507946?yr=all&m=&rank=mrec
  45. https://ebird.org/hotspot/L4700860?yr=all&m=&rank=mrec
  46. https://ebird.org/hotspot/L4573727?yr=all&m=&rank=mrec
  47. del Hoyo, J., Elliott, A., Sargatal, J., Christie, D.A. & de Juana, E. (eds.). Handbook of the Birds of the World (ингл.) — Barcelona: Lynx Edicions.
  48. 1 2 3 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 1998.
  49. The IUCN Red List of Threatened Species 2021.3 — 2021.
  50. Jetz W., Sekercioglu C. H., Böhning-Gaese K. The worldwide variation in avian clutch size across species and space (ингл.) // PLOS Biology / J. A. EisenPLoS, 2008. — Vol. 6, Iss. 12. — P. 2650—7. — ISSN 1544-9173; 1545-7885doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0060303PMID:19071959
  51. Portál informačního systému ochrany přírody (чеш.)Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
  52. Рябицев, 2001, с. 341
  53. Mullarney et al., 2000, с. 224
  54. 1 2 Степанян, 2003, с. 307
  55. 1 2 3 4 Winkler, Christie, 2006, p. 543
  56. Седой дятел Picus canus Gmelin, 1788. Птицы Средней Сибири. birds.krasu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2010. Архивировано 26 апрель 2012 года.
  57. Gorman, 2004, p. 57—68