Бүздәк консерва комбинаты

«Пищепром» акционерҙар йәмғиәте (Бүздәк консерва комбинаты) — Рәсәйҙең йәшелсә-емеш консервалары етештереүгә махсуслашҡан аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеһы. Төп производство Башҡортостандың Бүздәк ауылында урынлашҡан[1].

Тарихы

«Пищепром» акционерҙар йәмғиәте 2001 йылдың 19 ноябрендә Өфө ҡалаһында теркәлә. Шул уҡ йылда компания 1978 йылда уҡ томат соусын сығарып башлаған Бүздәк консерва комбинатын һатып ала[2].

1991 йылда комбинатта өй рецепттары буйынса эшләнгән әҙер аштар: борща, щи, солянка һәм рассольник сығарыла башлай. 2002 йылда продукцияның үҙ йөҙө барлыҡҡа килә — уның этикеткаларында башҡорт йырсыһы Римма Амангилдинаның фотоһы ҡуйыла[3].

2005 йылда комбинат «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» сифат билдәһенә эйә була, ул продукцияның урындағы сеймалдан эшләнеүен һәм хәүефһеҙ булыуын раҫлай. 2009 йылда «Бүздәк» бренды тауарҙары «Магнит» магазины селтәрҙәренә, ә 2015 йылда — эре федераль сауҙа селтәрҙәренә («Лента», «Ашан», «Метро») сыға[4].

2016 йылдан продукция уңайлы — һығылмалы вакуум ҡаптарҙың «дой-пак» төрөндә сығарыла башлай. Пакет конструкцияһы 5 йөйҙән һәм төптән тора, һөҙөмтәлә уны буш булғанда ла вертикаль килеш ҡуйырға мөмкин.

2019 йылда «Бүздәк» һуттары балаларға эсерергә мөмкин тигән рөхсәт ала. 2020 йылда Ҡаҙағстанға беренсе экспорт продукция сығарыла, ә 2022 йылда сауҙа маркаһы Ҡытайҙа теркәлә[3].

2023 йылда компания «Өй запастары» эконом-брендын һәм ҡунаҡхана-ресторан бизнесы өсөн соустар сығара башлай. 2024 йылда OZON-да фирма магазины асыла, ә сауҙа маркаһы Белоруссияла теркәлә[5].

Бүздәк консерва комбинаты

Бүздәк консерва комбинатыүҙ эшен 1978 йылда муниципаль предприятие булараҡ башлай. Тәүге продукцияһы ҙур булмаған партиялар менән сығарылған томат соусы була. 2001 йылда «Пищепром» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторола, 2002 йылда ул комбинатты үҙ контроленә ала. Яңы компанияны ойоштороусылар араһында урындағы эшҡыуарҙар, шул иҫәптән хәҙерге генераль директор Рәмил Камалетдинов та була. 2005 йылда үҙенсәлекле муниципаль предприятие 5,8 миллион бурыс менән банкрот тип таныла. Мөлкәте 143 мең һумға һатыла, 2007 йылда банкротлыҡ процедураһы тамамлана. Шул уҡ ваҡытта шәхси «Пищепром» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте производствоһын элекке дәүләт предприятиеһы базаһында үҫтерә. 2015 йылда компания акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә, «Бүздәк» брендына контролде һаҡлап ҡала[6].

Сәнәғәт ҡеүәте

Комбинат дөйөм производство майҙаны 5 мең квадрат метр тәшкил иткән өс етештереү майҙансығына эйә, уларҙа 10 автоматлаштырылған линия эшләй. Көн һайын 110 тоннаға тиклем продукция сығарыла — был 100 мең самаһы банка. Предприятие заманса йәшелсә һаҡлағысы менән йыһазландаралған. Уның майҙаны 4,5 мең. м², климат-контроле бар, склад биналары 6,5 мең м² майҙанды биләй. Ассортиментҡа 120 атама инә: томат соустары, кетчуптар, әҙер аштар, йәшелсә ҡабымлыҡтары, һуттар, еләк-емеш десерттары һәм тәмләткестәр[7].

Күрһәткестәре һәм етәкселеге

2024 йылда клмпанияның килеме 1,27 млрд һум була, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 12,2 процентҡа күберәк. Саф табыш 113,5 млн һумға етә. «Пищепром» акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы — 30,01 млн һум[8].

Компанияның генераль директоры — Рәмил Камалетдинов. Комбинатта 220 кеше эшләй, күптәрҙең хеҙмәт династияһы барлыҡҡа килгән[9].

Сауҙа маркалары

Компанияның төп брендтары:

  • «Бүздәк» — продукцияның флагман линейкаһы
  • «Өй запастары» — бюджетлы ассортимент
  • «Башҡорт һылыуы»
  • «Томат тузы»
  • «Көньяҡ усадьба»

Продукция Рәсәйҙең 50 төбәгенә һәм Ҡаҙағстанға сығарыла. Башҡортостанда сығарылған томат соустары һәм аштарҙың 80 проценты комбинатҡа тура килә.

Иҫкәрмәләр

  1. АО Пищепром. buzdyakski.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2025.
  2. «Буздякский» подадут под новым соусом (18 октябрь 2018). 15 май 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 История компании | АО Пищепром. buzdyakski.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2025.
  4. Буздякский комбинат: качество по оптимальной цене (6 декабрь 2016). 15 май 2025 тикшерелгән.
  5. Производитель соуса «Буздякский» запускает эконом-бренд продуктов. 15 май 2025 тикшерелгән.
  6. Тот самый Буздякский кетчуп: как Башкирия лишилась завода, покорившего целую страну. 15 май 2025 тикшерелгән.
  7. Производство | АО Пищепром. buzdyakski.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2025.
  8. АО «ПИЩЕПРОМ» (билдәһеҙ). РБК Компании. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2025.
  9. Буздякский консервный комбинат готов предложить замену импортной продукции. 15 май 2025 тикшерелгән.