Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы
Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1972 йылдың 1 апреле, Хәлил, Башҡорт АССР-ы) — йырсы. 1993 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
Биографияһы
Римма Зәйнетдин ҡыҙы Амангилдина 1972 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1]Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.
1993 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (Ф. Ф. Сәғитова класы), 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1993 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм шунда дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә эшләй.
2002 йылда Бүздәк консерва комбинатының йөҙө була — комбинат сығарған продукцияларҙың этикеткаларына уның фотоһы ҡуйыла[2].
Вокал партиялары
Башҡорт халыҡ йырҙары «Зәлифәкәй», «Сәлимәкәй», «Һырдарья», «Түңәрәккәй күл», «Уйнат гармундарыңды»; Хөсйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Салауат Низаметдинов, Нариман Сабитов, Роза Сәхәүетдинова, Артур Туҡтағолов һәм башҡа авторҙарҙың йырҙарын һәм романстарын башҡара.
Ғаиләһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)[5];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)[6];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2016)[7];
- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитетының Почёт грамотаһы (2024)[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы
- ↑ История компании | АО Пищепром. buzdyakski.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
- ↑ Саялығың һоҡлдандыра, ҡыпсаҡ ҡыҙы! (башҡ.). shonkar.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2026.
- ↑ Дамира Амангилдина: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...” (башҡ.). ye102.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2026.
- ↑ Работники социально-гуманитарной сферы Башкирии удостоились государственных наград. 2 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Указ от 05.04.2006 г № УП-130 О присвоении почетного звания «Заслуженный артист Республики Башкортостан» артистам Башкирской государственной филармонии - bashkor-gov.ru. bashkor-gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 3 февраля 2016 № 16-рп «О поощрении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 19 ноябрь 2018 года.
- ↑ В Башгосфилармонии состоялось награждение в честь Дня работника культуры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
Һылтанмалар
- Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт Филармонияһы сайтында биографияһы
- 25 лет на сцене: в Уфе состоялся творческий вечер Риммы Амангильдиной - Культурный мир Башкортостана.