Бәширов Рафаиль Йәүҙәт улы
Биографияһы
Бәширов Рафаиль Йәүҙәт улы 1954 йылда тыуған.
1983 йылда Новосибирск физик культура һәм спорт техникумын, ә 1989 йылда Ырымбур дәүләт педагогия университетын «Физик тәрбиә» һөнәре буйынса тамамлай.
1993 йылдың сентябренән Ҡыуандыҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй. Самбо һәм дзюдо көрәштәре буйынса юғары категориялы уҡытыусыһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры[3].
Ҡыуандыҡ ҡалаһы самбо һәм дзюдо көрәштәре буйынса федерацияһы рәйесе, Ырымбур өлкәһе самбо буйынса көрәше буйынса федерация ағзаһы.
Уның етәкселегендә Ҡыуандыҡ ҡалаһында көрәш залы, тренажер залы һәм тергеҙеү үҙәге йыһазландырыла, 5-се һанлы урта мәктәптә һәм 1-се һанлы гимназияла самбо көрәше буйынса ике филиал асыла. Балиғ булмағандар эштәре буйынса ҡала комиссияһы ағзаһы, мәшәҡәтле балалар һәм үҫмерҙәр менән иҫкәртеү эштәре алып бара, уларҙы көрәш менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә. Рәсәй Армияһы сафында саҡырыуға тиклемге йәштәрҙе әҙерләү буйынса ҡала комиссияһы эшендә әүҙем ҡатнаша, самбо көрәше буйынса асыҡ беренселектәрҙе уҙғарыуҙы ойоштора.
Тренер-уҡытыусылар араһында өлкә конкурсында «Оҫталыҡ» номинацияһында 1-се урын яулай. 2008 йылда Ырымбур өлкәһе губернаторы стипендияһына эйә була. Эш һөҙөмтәләре буйынса бер нисә тапҡыр Ырымбур өлкәһенең иң яҡшы тиҫтә тренер-уҡытыусылары исемлегенә инә.
Тәрбиәләнеүселәре
20 йыл дауамында тренер-уҡытыусы булып эшләү осоронда самбо һәм дзюдо буйынса 12 спорт мастерын, 100-ән ашыу спорт мастерына кандидаттарҙы һәм 150-ән ашыу беренсе разрядлы спортсыларҙы әҙерләй.
Уның тәрбиәләнеүселәре бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәтә:
- Кристина Бикбирҙина — Европаның иң яҡшы самбисы[4][5];
- Регина Арыҫланова — самбо буйынса Рәсәй беренселегендә 2-се урын яулаусы[6];
- Әлиә Бикҡужина — самбо буйынса Рәсәй беренселегендә 2-се урын яулаусы[6];
- Регина Ҡыуатова — самбо көрәше буйынса Рәсәй спорт мастеры, самбо көрәше буйынса Донъя кубогы этабының (Владивосток) һәм Рәсәй чемпионатының бронза призёры[7][8].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Уральские борцы, спортивные работники (спортсмены, тренеры, инструктора, руководители) Почетные граждане городов, краев, республик 2017 йылдың 9 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Спортсмены, спортивные работники и руководители Урала почетные граждане 2017 йылдың 30 июль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Почётные граждане города Кувандык 2018 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған. // Город Кувандык.
- ↑ Звезды оренбургского спорта. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2017 года.
- ↑ Чемпионка Европы по самбо
- ↑ 1 2 Новости Кувандыкского района от телеканала «Аргус ТВ» 2017 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Регина Галиулловна Куватова 2019 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Всероссийская федерация самбо
Һылтанмалар
- Баширов Рафаиль Завдатович 2021 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
- Тренер Чемпионов
- История самбо в Кувандыке(недоступная ссылка)
- Встреча с ведущими спортсменами и тренерами Оренбургской области 2017 йылдың 9 сентябрь көнөндә архивланған.