Бөйөк Ҡараһыу

Бөйөк Ҡараһыу (ҡырымтат. Büyük Qarasuv, Буюк Къарасув) — Ҡырымдағы йылға. Салғыр йылғаһының уң яҡтан иң ҙур ҡушылдығы. Йылғаның башы Ҡарабөйө йәйләү тау массивы итәгенең, Ҡараһыу башы карст сығанағында урынлашҡан. Салғыр йылғаһына Сейиттәр ҡасабаһы тирәһендә ҡоя.

Йылғаның оҙонлоғо — 86 км. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 1160 км². Йылғаның уртаса һыу сығымы 0,61 м³/с тирәһе. Йылғаның үҙәнендә Аҡ ҡая тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.

Ҡушылдыҡтары

Иң ҙур ҡушылыдыҡтары — Танаһыу, Һарыһыу, Кесе Ҡараһыу.

Һыуһаҡлағыстар

Йылғала ике һыуһаҡлағыс урынлашҡан — Ҡараһыубаҙар (күләме 23,3 млн м³) һәм Тайған (күләме 13,8 млн м³)

Иҫкәрмәләр

Категориялар