Салғыр

Салғыр (ҡырымтат. Salğır, Салгъыр) — Ҡырымдың иң оҙон йылғаһы, шулай ҙа иң мул һыулыһы түгел. Йылғаның оҙонлоғо — 232 км. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 3750 км² (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 4010 км² тиклем). Йылғаның урта ағымында һыу сығымы 2 м³/с тирәһе. Хужалыҡ яғынан әһәмиәте ҙур.

Ҡушылдыҡтары

Уң яҡтан иң ҙур ҡушылыдығы — Бөйөк Ҡараһыу. Ҡалған ҡушылдыҡтары: Йома, Кесе Салғыр, Биш тирәк, Зуя, Боролса, Кесе Ҡараһыу, Славянка, Ҡорма.

Иҫкәрмәләр

Категориялар