Йылға бассейны
Йылға бассейны (рус. Водосборный бассейн) — ер өҫтөндә барлыҡ йылғалар һәм грунт һыуҙары ағып төшә торған ер өҫтө майҙаны йылғаның һыу йыйыу бассейны тип атала.
Һәр бәләкәй генә йылғаның үҙ һыу йыйыу бассейны (һыу йыйғыс - рус. водосбор) була. Бәләкәй йылғалар ҙурыраҡ йылғаға ҡушыла. Төп йылға бассейны барлыҡ ҡушылдыҡтарҙы үҙ эсенә ала һәм йылға бассейны барлыҡҡа килтерә.
Һыу айырғыс тип күрше йылға бассейндарын айырып тороусы сикте әйтәләр. Һыу айырғыс сик тауҙарҙа тау һырты буйлап, тигеҙлектәрҙә бер аҙ ҡалҡыу урындан үтә.
Башҡортостандың йылға бассейндары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ер өҫтө һәм ер аҫты һыу йыйыу бассейндары һәр береһе үҙенә башҡа, уларҙың сиктәре тап килмәүе мөмкин. Башҡортостан йылғалары һәм уларҙың үҙ бассейндары Волга һәм Яйыҡ, Обь йылғаларының һыу йыйыу бассейндарына ҡарай. Улар үҙ сиратында ярашлы рәүештә Каспий диңгеҙе һәм Төньяҡ Боҙло океан һыу йыйыу бассейндарына инә.
Республика сиктәрендә Волга һыу йыйыу бассейнына ингән йылғаларҙың майҙаны 114,2 мең км² тәшкил итә. Уның иҫәбендә Ағиҙел, Беүә, Ыҡ һ.б. йылғаларҙың һыу йыйыу бассейндары.
Яйыҡ йылғаһы майҙанына Оло Ҡыҙыл, Таналыҡ, Һаҡмар һ.б. йылғаларҙың һыу йыйыу бассейндары инә — 27,3 мең км² тәшкил итә.
Обь һыу йыйыу майҙаны — 2,1 мең км², уға Мейәс, Уй һ.б. йылғаларҙың һыу йыйыу бассейндары инә.
Башҡортостан йылғалары күлдәргә лә ҡоя. Күрше Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүл һыу йыйыу бассейнына республиканан килгән һыу майҙаны- 369,0 км². Республика күлдәр араһында иң ҙур һыу йыйыу бассейны Асылыкүлгә ҡарай — 106,0 км², Атауҙы күле 69,8 км² һыу йыя[1].
Донъяның төп һыу йыйыу бассейндары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Донъя океанының һыу йыйыу бассендары картаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иң эре йылға бассейндары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу йыйыу майҙаны буйынса иң ҙур йылға бассейны Амазонканыҡы, артабан Конго и Миссисипи йылғалары[2] килә.
Һыу йыйыу күләме буйынса ла Амазонка беренсе урында, икенсе урында Конго йылғаһы, өсөнсө урында Ганг йылғаһы[3] килә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Н. И. Маккавеев Русло реки и эрозия в её бассейне — М.: Геогр. фак. МГУ, 2003. — 355 с. — 300 экз. — ISBN 5-89575-063-X.
- Ю. Г. Симонов, Т. Ю. Симонов Речной бассейн и бассейновая организация географической оболочки // Чалов Р. С. Эрозия почв и русловые процессы. — Геогр. фак. МГУ, 2003. — В. 14. — С. 201. — ISSN 5-89575-061-3.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ә. Гәрәев. Һыу йыйыу бассейны//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Coupe Jr.; Goolsby, Richard; Donald; Donald A. Goolsby.: NASQAN Mississippi River Basin Fact Sheet (недоступная ссылка — история). Geology 1. NASQAN (7 июнь 1999). Дата обращения: 2009.(недоступная ссылка)
- ↑ По данным компьютерного издания энциклопедии Encarta Encyclopedia, опубликованной компанией Microsoft.