Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө
Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө (ингл. World Hepatitis Day, рус. Всемирный день борьбы с гепатитом) — вируслы гепатит тураһында мәғлүмәтте арттырыуға, уны иҫкәртеүгә, диагностикалауға һәм дауалауға арналған йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара сара. Сара Халыҡ-ара гепатит альянсы эгидаһы аҫтында үтә. Байрамдың төп маҡсаты – йәмәғәтселектә вируслы гепатит тураһында мәғлүмәтте арттырыу һәм бөтә донъяла профилактик һәм дауалау сараларын стимуллаштырыу[1]. Байрам Бөтә донъя туберкулёзға ҡаршы көрәш көнө (24 март), Бөтә донъя киҙеүгә ҡаршы көрәш көнө (22 апрель) һәм Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө (1 декабрь) менән бер рәттән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының сиргә арналған дүрт рәсми көнөнөң береһе.
Байрамдың тарихы һәм маҡсаттары
Байрам тәүге тапҡыр 2008 йылда пациенттар ойошмалары башланғысы менән үткәрелә һәм 19 майҙа билдәләнә, 2010 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был датаны БМО-ның рәсми һаулыҡ һаҡлау көндәре исемлегенә индерә. 2011 йылда дата 28 июлгә, 1965 йылда гепатит вирусын асҡан өсөн Нобель премияһын алған һәм 2011 йылда вафат булған Барух Блюмбергтың тыуған көнөндә үткәрелә.
- Байрам сараларының төп маҡсаттары
- Гепатит вирустарының таралыу юлдары тураһында мәғлүмәт (А, В, С, Д, Е);
- Вакцинацияны пропагандалау (бигерәк тә А һәм В гепатиттарына ҡаршы);
- Тест тапшырырға саҡырығыҙ, сөнки күп кенә сирҙе йөрөтөүселәр үҙҙәренең ауырыуы тураһында белмәй;
- Гепатит менән ауырығандарҙы стигматизациялауға ҡаршы көрәш;
- Сирҙе иҫкәртеү.
Байрамдың девизы
2008 йылда Бөтә донъя гепатит көнөнөң девизы «Мин 12-семе?» була. Ул кешеләргә Ер йөҙөндәге һәр 12-се кешенең гепатит менән зарарланыуын иҫкә төшөрә. Ошо девиз аҫтында хөкүмәттәр өсөн дә сиргә ҡаршы көрәш буйынса «12 талап» тип аталған аныҡ эштәр билдәләнә.
2010 һәм 2011 йылдарҙа «Был гепатит» девизы була.
2012 йылда девиз «Был гепатит… һеҙ уйлағандан да яҡыныраҡ» тип атала. Ул кешеләрҙе уйланырға мәжбүр итә, был башҡаларға ҡына ҡағылмауын, ә гепатит менән һәр кем ауырырға мөмкинлеген иҫкәртә.
2013 йылдың девизы «Был гепатит… Уның тураһында белегеҙ». Ул кешеләрҙе сир тураһында күберәк белергә, анализ тапшырырға һәм, кәрәк булһа, шунда уҡ дауалауҙы башларға өндәй[2].
Статистика
Донъяла 500 миллиондан ашыу гепатит йөрөтөүсе иҫәпләнә, йәғни планеталағы һәр 12-се кеше. Был ВИЧ-инфекциялылар һәм яман шештең бөтә төрҙәре менән ауырығандарҙы бергә ҡушҡанда 12 тапҡырға күберәк [2] .
- 350 миллион кеше В гепатиты (рус.)баш. менән зарарлы.
- 170 миллион кеше С гепатиты (рус.)баш. менән зарарлыа.
- А гепатиты (рус.)баш. менән 1,4 миллион кеше сирләй.
Йыл һайын гепатиттан миллиондан ашыу кеше үлә, был да ВИЧ һәм яман шеш ауырыуҙары күрһәткестәренән артып китә. Дауаланмаған хроник гепатит 15-30 йыл эсендә циррозға (рус.)баш., бауыр яман шешенә килтереүе ихтимал[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 28 июля - Всемирный день борьбы с гепатитом. Роспотребнадзор (28 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
- ↑ World Hepatitis Day 2013 - World Hepatitis Alliance (ингл.). 2025-0715. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
- ↑ Гепатит С. Всемирная организация здравоохранения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.