Бөтә донъя йорт хайуандары көнө
Бөтә донъя йорт хайуандары көнө | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||
Рәсми | World Pet Day | |||||
Мәғәнәһе | йорт хайуандарына бағышланған халыҡ-ара байрам | |||||
Ҡабул ителгән | 1931 йылда | |||||
Нигеҙләүсе | Тәбиғәтте һаҡлаусыларҙың халыҡ-ара конгрессы | |||||
Билдәләнә | йорт хайуандарын тотоусылар, ветиринарҙар, кинологтар | |||||
Дата | 30 ноябрь | |||||
Байрам саралары | фестивалдәр, аҡциялар, консультациялар | |||||
Бәйле | йорт хайуандарын яҡлау, уларға ҡаршы ҡаты мөнәсәбәт менән көрәшеү |
Бөтә донъя йорт хайуандары көнө (ингл. World Pet Day) — 30 ноябрҙә билдәләнгән йорт хайуандарына бағышланған халыҡ-ара байрам. Был көн йорт хайуандарының мөһимлегенә, уларҙың именлегенә иғтибарҙы йәлеп итеүгә, шулай уҡ уларҙы тотоуға яуаплы мөнәсәбәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Тарихы
Кешеләр борон заманда уҡ хайуандарҙы йортҡа өйрәтә башлаған. Уларҙы ер эшкәртеүҙә ҡулланған, ауға йөрөткән. Ҡыҙыҡлы факт: 140 мең хайуан төрөнөң тик 47 меңен генә өйрәтеү мөмкин булған. Беренсе өйрәткән хайуан булып, эттең ата-бабаһы – бүре торған. Кешеләр эттең өрөүе башҡа ҡурҡыныс йәнлектәрҙе ҡурҡытыуын аңлап, эттәрҙе һаҡлау өсөн ҡуллана башлаған. Шул ваҡыттан алып эт кеше өсөн иң яҡын дуҫ һәм ярҙамсы булған. Дүрт аяҡлы дуҫтар күп тапҡыр кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарған, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән. Мәҫәлән, һуҡыр кешенең тормошонда мөһим роль уйнаған эт-юл күрһәтеүсе. Уларҙы әҙерләү буйынса беренсе мәктәптәр Германияла барлыҡҡа килгән. «Юл күрһәтеүселәр» Беренсе донъя һуғышы ваҡытында һуҡырайған ветерандарға көндәлек тормошта ярҙам иткән. Бөгөн эттәрҙең хатта үҙенең паспорты бар, унда уларҙың нәҫелдәре, вакцинациялар, бәйләнештәр һәм хужа тураһында бөтә мәғлүмәттәр яҙылған[1].
Кешенең бесәйҙе ейәләштереүе ҡатмарлыраҡ. Бер фаразға ярашлы, боронғо кешеләр бесәйҙәрҙе уңышты юҡҡа сығарыусы кимереүселәрҙе аулау өсөн өйрәтергә тырышҡан. Икенсе фекергә ярашлы, бесәйҙәр "үҙҙәре эйәләшкән", сөнки улар кешенең һәр ваҡыт аҙығы бар икәнен аңлағандар. Ә аҙыҡ булған ерҙә кимереүселәр ҙә бар. Шуға күрә ғалимдар әлегә тиклем бәхәсләшә: кемде кем беренсе өйрәтте — кеше бесәйҙеме, әллә бесәй кешенеме? Бөгөн был дуҫтар иң популяр йорт хайуандары араһында беренсе урынды биләй[1].
1840 йылда королева Виктория хайуандарҙы хәстәрлекләү өсөн хәйер йыйыу һәм уларға яуызлыҡ менән ҡараусыларҙы күҙәтеү менән шөғөлләнгән Король йәмғиәтен булдырған. 1931 йылда Флоренцияла йорт хайуандарын яҡлау маҡсатында Йорт хайуандары көнө тип аталған байрам ойошторолған. Рәсәйҙә был байрам 2000 йылда Халыҡ-ара хайуандарҙы яҡлау фонды ярҙамында танылыу алды. Йыл һайын был көндө бөтә йорт хайуандары эйәләре, ветеринарҙар, кинологтар һәм һаҡһыҙ йән эйәләренә ҡарата яуызлыҡҡа юл ҡуймауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып барған кешеләр билдәләй[1].
Ул ваҡытта төрлө экологик ойошмалар һәм тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәттәре Ер шарындағы бөтә тереклек өсөн, шул иҫәптән йорт хайуандары өсөн дә яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә йүнәлтелгән төрлө киң күләмле саралар үткәреүгә әҙерлек белдерәләр.
Маҡсаттары һәм бурыстары
Бөтә донъя йорт хайуандары көнөнөң төп маҡсаттары түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
- Йорт хайуандарына ҡарата кеше мөнәсәбәтенең кешелекле һәм яуаплы булыуының мөһимлеген күтәреү.
- Йорт хайуандарына дөрөҫ тәрбиә, туҡланыу һәм тотороҡло шарттарҙы тәьмин итеү идеяларын таратыу.
- Хайуандарға ҡарата ҡаты мөнәсәбәткә ҡаршы көрәшеү.[2]
Саралар
Был көндө донъяның төрлө урындарында төрлө саралар уҙғарыла, уларҙың араһында:
- Приюттар һәм зоояҡлау ойошмалары өсөн хәйриә акциялары һәм аҡса йыйыу саралары.
- Хайуандар хужалары өсөн ветеринария тикшереүҙәре һәм консультациялар.
- Өй хайуандарына дөрөҫ тәрбиә күрһәтеү буйынса белем биреү дәрестәре һәм семинарҙар.
- Кешеләргә бер-береһе менән осрашырға һәм өй хайуандарын тотоу тәжрибәһе менән уртаҡлашырға мөмкинлек биргән йәмәғәт саралары һәм фестивалдәр.
Бөтә донъя йорт хайуандары көнө йорт хайуандарына ҡарата яуаплы мөнәсәбәт мәҙәниәтен формалаштырыуҙа мөһим роль уйнай. Был байрам йәмғиәткә йорт хайуандарының тәрбиә, иғтибар һәм һаҡлауға мохтажлығын хәтерләтә. Шулай уҡ ул беҙҙең дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға булған мөхәббәтте һәм рәхмәтте белдереү өсөн яҡшы сәбәп булып тора, шулай уҡ әле йортҡа һәм тәрбиәгә мохтаж булған хайуандар тураһында уйланырға мәжбүр итә.[2][3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 <Всемирный день домашних животных в 2024 году: история и традиции праздника . Семья. Проект КП.ру.
- ↑ 1 2 30 нрября — Всемирный день домшних животных . Федеральное бюджетное учреждение здравоохранения «Центр гигиенического образования населения».
- ↑ 30 ноября 2023 – Всемирный день домашних животных: История и традиции праздника . Общественная служба новостей.