Бөтә донъя шоколад көнө

Бөтә донъя шоколад көнө (ингл. World Chocolate Day) — йыл һайын 11 июлдә билдәләнгән байрам. Бынан тыш, шул уҡ исемдәге тағы бер бөтә донъя көнө бар, ул 13 сентябрҙә билдәләнә[1].

Тарихы һәм байрам итеү

Ацтектар беренсе булып шоколад эшләргә өйрәнгән тигән фараз бар. Улар уны «аллалар ризығы» тип атаған (латин теленән какао куҙаҡтары үҫкән Theobroma cacao ағасы шулай тәржемә ителә). Уны Европаға беренсе тапҡыр алып килгән испан конкистадорҙары тәм-томды «ҡара алтын» тип атай һәм физик көстәрен һәм сыҙамлығын нығытыу өсөн ҡуллана. Яңы эсемлек Иезуит монахтарына ла оҡшай.

Бөтә донъя Шоколад көнөнөң тыуған иле тип Франция һанала. Тап француздар 1995 йылда байрамға нигеҙ һала[2].

Шунан башлап, Рәсәй Федерацияһының ҙур ҡалаларында, Санкт-Петербургтан Алып Владивостокка тиклем, 11 июлдә ошо байрам уңайынан саралар, конкурстар һәм фестивалдәр үткәрелә[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Как правильно отметить всемирный день шоколада :: Статьи :: Turist.rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2009. Архивировано из оригинала 12 июль 2009 года.
  2. Всемирный день шоколада. Calend.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2024.
  3. Владивосток впервые отметит Всемирный день шоколада / Россия : Праздники и фестивали / Travel.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2009. Архивировано 10 июль 2009 года.