Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө

Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө (рус. Всемирный день донора крови, ингл. World Blood Donor Day) — халыҡ — ара көн, 2005 йылдың майында, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһының 58-се сессияһы барышында, Женевала раҫланған (WHA58.13 резолюцияһы). Йыл һайын 14 июндә үткәрелә.

Донор һүҙе латин телендәге «donare», йәғни бирергә һүҙенән килеп сыҡҡан. Ҡан донорҙары осрағында ҡабул итеүсегә йыш ҡына ғүмер бүләк ителә.

Был көндө 1868 йылда Австрия талибы иммунолог, 1930 йылда кеше ҡаны төркөмдәрен асҡан өсөн Нобель премияһы лауреаты, Карл Ландштейнер тыуған.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы, Халыҡ-Ара Ҡан Донорҙары Ойошмалары Федерацияһы (рус.)баш. 14 июндә Бөтә донъя донорҙары көнөн үткәреү инициаторҙары булып сығыш яһай.

Был көндө беҙ кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн кәрәкле ҡанды ирекле һәм бушлай тапшырған кешеләргә рәхмәт белдерәбеҙ һәм уларға мохтаж пациенттарға сифат, хәүефһеҙлек һәм ҡан һәм ҡан продукттары булыу-булмауын тәьмин итеү өсөн даими ҡан биреү кәрәклеге тураһында хәбәрҙар булабыҙ. Пациенттарҙың хәүефһеҙ ҡан һәм ҡан продукттары запастарына инеүен тәьмин иткән ҡан хеҙмәттәре һөҙөмтәле һаулыҡ һаҡлау системаларының төп компоненты булып тора. Тейешле тәьминәтте даими, ирекле һәм бушлай ҡан биреү ярҙамында ғына тәьмин итергә мөмкин.[1]

undefined

Ҡон донорҙары көнөнөң йыллыҡ темалары

Йыл һайын Ҡан донорҙары көнө берәй темаға арнала.

  • 2024 йыл — «Донорҙар көнөнә — 20 йыл: донорҙарға рәхмәт әйтәбеҙ».
  • 2023 йыл — «Ҡан тапшырығыҙ, ҡан плазмаһын тапшырығыҙ, ғүмер менән йышыраҡ уртаҡлашығыҙ».
  • 2022 йыл — «Ҡан донорлы булыу — теләктәшлек акты».
  • 2021 йыл — «Ҡан тапшырығыҙ. Доньяла ғүмер пульсы типһен».
  • 2020 йыл — «Хәүефһеҙ ҡан ғүмерҙе ҡоткара».
  • 2019 йыл — «Бөтә кешегә лә хәүефһеҙ ҡан».
  • 2018 йыл
  • 2017 йыл — «Ҡан тапшырығыҙ. Йышыраҡ тапшырығыҙ».
  • 2016 йыл — «Ҡан барыбыҙҙы ла берләштерә».
  • 2015 йыл — «Минең ғүмеремде ҡотҡарған өсөн рәхмәт».
  • 2014 йыл — «Әсәләрҙе ҡотҡарыу өсөн хәүефһеҙ ҡан».
  • 2013 йыл — «Ҡан доноры булығыҙ — ғүмерҙе ҡотҡарығыҙ».
  • 2012 йыл
  • 2011 йыл
  • 2010 йыл — «Донъяға яңы ҡан». Маҡсаты: йәш донорҙарға иғтибарҙы йүнәлтеү.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 14 июня - Всемирный день донора крови. Всемирная организация здравоохранения.

Һылтанмалар