Рәсәйҙә Донорҙар көнө
Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө менән бутамаҫҡа
Рәсәйҙә Донорҙар көнө(рус. Национальный день донора в России) — Рәсәйҙә йыл һайын 20 апрелдә билдәләнгән байрамы. Хеҙмәт кодексы буйынса ял көнө түгел. 1832 йылдың 20 апрелендә Рәсәй империяһында тәүге тапҡыр уңышлы башҡарылған гемотрансфузия (рус.)баш. (ҡан ҡойоу) операцияһына арналған.
Тарихы
1832 йылдың 20 апрелендә Петербург акушеры Андрей Вольф[ru] тәүге тапҡыр бала тапҡанда ҡан юғалтыу менән ауыр хәлгә тарыған ҡатынға уңышлы итеп гемотрансфузия операцияһы яһаған[1]. Ул был процедураны инглиз табибы Джеймс Бланделл эшләгән аппараты менән үткәргән, Бланделл 1818 йылдың 25 сентябрендә Лондонда ошондай уҡ уңышлы трансфузия яһаған[2]. Артабан Вольф тағы алты ҡан ҡойоу үткәрә, һуңынан был процедураны хирургия профессоры Сергей Коломнин[ru] даими ҡуллана.
2007 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы донорлыҡ һәм ҡан хеҙмәте мәсьәләләре буйынса ултырышында Рәсәйҙең Донор көнөн булдыра[3]. 2008 йылдан Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Рәсәйҙең Федераль медик-биологик агентлығы (рус.)баш. илдә донорлыҡты үҫтереү буйынса ирекле һәм масштаблы программаны тормошҡа ашыра[4]. 2024 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Ҡан хеҙмәте составына 487 ойошма һәм яҡынса 100 мең медицина хеҙмәткәре инә[5].
Байрам традициялары
Донор көнөндә матбуғат конференциялары, тематик күргәҙмәләр, форумдар үткәрелә. Медицина үҙәктәре һәм ҡан тапшырыу станциялары махсус акциялар ойоштора[6]. Көн геройҙары — ҡан йәки уның компоненттарын тапшырыусылар бүләкләнә[7]. Рәсәйҙең почётлы доноры исеменә лайыҡ булыу өсөн донор кәм тигәндә 40 тапҡыр ҡан, йәки 60 тапҡыр плазма тапшырырға тейеш. Донорҙар түш билдәһе һәм социаль ташламалар, шул иҫәптән йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғына эйә[8].
Өҫтәмә мәғлүмәт
- Бөтә донъя донорҙар көнө 2005 йылда билдәләнә башлай. Ул 14 июндә үтә, һәм Карл Ландштейнерҙың тыуған көнөнә арнала — ул кешенең ҡан төркөмдәрен асыусы булараҡ Нобель премияһы лауреаты[9].
- Федераль медицина-биология агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылда Рәсәйҙә 2,6 миллион литр ҡан әҙерләнгән, был — уҙған йыл менән сағыштырғанда 6 % күберәк. Федерал реестрҙа 458 меңдән ашыу донор иҫәпләнә[6].
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында донорҙар һаны 5,5 миллион кешегә еткән. Армия өсөн 1,7 миллион литр ҡан әҙерләнгән һәм 7 миллиондан ашыу трансфузия үткәрелгән. Һуғыш йылдарында 15 000 кеше «СССР-ҙың Почётлы доноры» билдәһе менән бүләкләнгән[10].
Билдәле кешеләр араһында донорҙар
- Джеки Чан — даими рәүештә ҡан тапшыра, 2002 йылда «Смокинг» фильмы төшөрөлгән осорҙа Канаданың Ҡан хеҙмәте доноры була.
- Криштиану Роналду — 2008 йылда «Ҡыҙыл Тәре иҫәбе» компанияһының йөҙө була, ул һөйәк мейеһе доноры ла.
- Джессика Альба — балалар госпиталенә ҡан тапшыра.
- Екатерина Стриженова — ҡанды студент йылдарынан уҡ тапшыра башлай[4].
- Татьяна Навка — 2011 йылда донорлыҡты үҫтереү өлкәһендә LG компанияһының илсеһе була[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Национальный день донора в России. gkdc1.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2025.
- ↑ Есть повод гордиться. Медицинская газета (17 апрель 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2025.
- ↑ Национальный День донора крови в России (11 апрель 2025). 17 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Навка сдаёт кровь168#id1887947 Йондоҙ ҡаны (20 апрель 2022). 18 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Вероника Скворцова: В России донорство является не только почетной и благородной миссией, но и важнейшей государственной задачей. bloodfmba.ru (11 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2025.
- ↑ 1 2 «Единая Россия» организует по всей стране мероприятия к Национальному дню донора крови. er.ru (16 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2025.
- ↑ 14 июня — Всемирный день донора крови: традиции, тема и мероприятия 2024 года (13 июнь 2024). 17 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Национальный день донора в России. pnp.ru (20 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2025.
- ↑ Бөтә донъя донорҙар көнө (14 июнь 2024). 17 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ҡыҙыҡлы факттар. yadonor.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2025.
- ↑ Татьяна Навка донорлыҡ илсеһе булды. sport-express.ru (20 апрель 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2025.
Һылтанмалар
- Служба крови (рус.)
- Центр крови ФМБА России (рус.)