Бөтә донъя ҡояш көнө
Бөтә донъя ҡояш көнө | |
---|---|
![]() | |
Төрө | Халыҡ-ара |
Рәсми | International Sun Day |
Башҡа төрлө | Бөтә донъя Ҡояш көнө |
Билдәләнә | йыл һайын |
Дата | 3 май |
Байрам саралары | лекциялар, семинарҙар, күргәҙмәләр |
Бөтә донъя ҡояш көнө (ингл. International Sun Day) — йыл һайын 3 майҙа билдәләнгән халыҡ-ара байрам.
Сараның төп маҡсаты — тулыланыусы энергия сығанаҡтарын файҙаланыу мөмкинлектәренә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ ҡояш энергияһын киңерәк файҙаланыу[1]. Сараның төп маҡсаты — тулыланыусы энергия сығанаҡтарын файҙаланыу мөмкинлектәренә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ ҡояш энергияһын киңерәк файҙаланыу[2].
Байрам тарихы
Ҡояш көнөнә американың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау активисы һәм ҡояш энергетикаһы яҡлы Дэннис Хейес нигеҙ һала. 1970 йылда Хэйес тәүге тапҡыр Ер көнөн үткәрә, ә бер аҙҙан Ҡояшҡа бағышланған ошондай уҡ байрам булдырырға ҡарар итә[3]. 1978 йылдың 3 майын президент Джимми Картер рәсми рәүештә АҠШ-та Ҡояш көнө тип иғлан итә[4].
Халыҡ-ара кимәлдә байрам 1994 йылдың 3 майында Халыҡ-ара ҡояш энергияһы йәмғиәтенең (МОСЭ) (ингл. ISES-Europe)[5][6].башланғысы менән булдырыла. Уның маҡсаты-ҡояш энергияһының тәбиғи сығанағын әүҙем файҙаланыу мөмкинлегенә йәмәғәтселек, сәйәси эшмәкәрҙәр һәм дәүләт башлыҡтарының иғтибарын йәлеп итеү. Байрамды үткәреүгә энтузиастар, йәмәғәт ойошмалары һәм шәхси компаниялар йәлеп ителә.
Байрам йолалары
Ҡояш көнө Халыҡ-ара ҡояш энергияһы йәмғиәте составына ингән бөтә илдәрҙә лә үтә. Башлыса Ул Рәсәйҙә, Европала һәм АҠШ-та билдәләнә.
Байрам көнө ҡояш энергияһының мөмкинлектәрен һәм уны планетала ҡулланыу перспективаларын күрһәтеүсе тематик саралар менән билдәләнә. Саралар араһында ҡояш батареялары, ҡояш энергияһы менән генә тәьмин ителгән торлаҡ йорттарҙың ғәмәлдәге проекттары, был энергиянан эшләгән электр автомобилдәр һәм двигателдәр күргәҙмәләре бар. Шулай уҡ белем биреү оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, конгрестар, конференциялар, мәктәп һәм студенттар проекттары конкурстары үткәрелә. Уҡыусылар араһында иң яҡшы һүрәт конкурстары популяр. Ғилми-тикшеренеү учреждениеларында асыҡ ишектәр көнө ойошторола. Донъяның төрлө илдәренән ғалимдар осрашыуҙар үткәрә һәм энергетикаға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә[7] Ҡояш көнөнә арналған тематик программа ике аҙнаға тиклем дауам итә[8].
Ҡыҙыҡлы факттар
- Славян мәҙәниәтендә ҡояш менән бәйле дүрт астрономик күренеште байрам итеү мөһим урын биләй: яҙғы көн менән төн тигеҙлеге көнө, йәйге ҡояш торошо көнө, көҙгө көн менән төн тигеҙлеге көнө һәм ҡышҡы ҡояш торошо көнө.
- Йыл һайын 15 апрелдә Төньяҡ Кореяла был көндө тыуған Ким Ир Сенға арналған традицион «Ҡояш Көнө» байрамы үтә. Тантанаға өҫтәп, граждандарға ҡайһы берҙә дефицитлы аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырыла.
- Байрам индерелгәндән һуң Европала көнкүреш һәм етештереү маҡсатында ҡояш энергияһын файҙаланған проекттар һаны арта.
- Британия Стоунхенджы йәйге ҡояш торошо менән бәйле иң боронғо мегалит ҡомартҡыларҙың береһе булып тора.
Ҡояш ҡиммәтле йондоҙ тип танылған —уның матдәһендә алтын һәм урандың ҙур өлөшө бар[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Международный праздник — День Солнца. Культура.рф. Дата обращения: 23 апрель 2024.
- ↑ Международный праздник — День Солнца. Культура.рф. Дата обращения: 23 апрель 2024.
- ↑ Graetz, Michael J. The end of energy : the unmaking of America's environment, security, and independence (ингл.). Library "Internet Archive". Дата обращения: 23 апрель 2024.
- ↑ Proclamation 4558—Sun Day, 1978 (ингл.). The American Presidency Project.
- ↑ https://www.meteovesti.ru/news/1651556409928-vsemirnyy-den-solnca-otmechaetsya-segodnya . Метеовести (3 май 2022). Дата обращения: 23 апрель 2024.
- ↑ 3 мая – день Солнца и паранормальных явлений . Журнал "Добро" (3 май 2023). Дата обращения: 23 апрель 2024.
- ↑ 3 мая – Всемирный день Солнца . Национальная библиотека Удмуртской Республики. Дата обращения: 23 апрель 2024.
- ↑ Sun Day (ингл.). Days Of The Year. Дата обращения: 23 апрель 2024.
- ↑ День Солнца . Журнал "Кто?Что?Где? ". Дата обращения: 23 апрель 2024.