Бөҙрә тал

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Бөҙрә тал»
Йыр
Жанр башҡорт халыҡ йыры
Башҡарыу теле башҡортса
Дауамлығы 3,5 мин

«Бөҙрә тал» (урыҫ. Кудрявая ива) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таң алдынан ҡунып һайрай микән
Талдан талға һары һандуғас?
Һандуғастар тауышы моңло икән,
Өҙөлөп-өҙөлөп һине һағынғас.

Ҡушымта:

Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,

Аҡ арғымаҡҡайым бесән, һай, ашамаҫ,
Эйәрләһәң, биле лә бушамаҫ.
Ҡай илдәргә барһаң да бер үк ҡояш,
Тыуған-үҫкән ергә лә оҡшамаҫ.

Ҡушымта:

Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,

Ағиҙелкәйҙәрҙе, һай, кискәндә,
Айыуҙар күрҙем арғы ла яҡтарҙа.
Тыуған илкәйемде һағынып йырлайым
Сит илдәрҙә йөрөгөн саҡтарҙа.

Ҡушымта:

Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал.

«Бөҙрә тал» йырының һүҙҙәре.

1961 йылда Һарытау өлкәһе Пугачёв районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Борхан Ҡорманаевтан (1897 йылғы) яҙып алына[1].

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кешенең тормош тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары йыр йөкмәткеһенә һалынған. Шул уҡ ваҡытта йыр тыуған илдән ситтә булғанда ниндәй хистәр кисерелеүе хаҡында ла һөйләй.

Характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Бөҙрә тал» йырының шиғыры 10—9 ижекле юлдарҙан тора. Әммә һәр ярымстрофанан һуң үҙгәртеүҙәрһеҙ ҡабатланған ике юллы рефрен-ҡушымта килә. Ошондай рефрен-ҡушымталар йырҙың йөкмәткеһен байыта һәм формаһын киңәйтә төшә. Көйҙөң моң һыҙаты һәлмәк тулҡынға оҡшаш характерҙа.

Башҡарыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киләсәктә был тарихи йыр ҙа халыҡ йырын өҫтөн күргән йырсыларыбыҙ репертуарында урын алыр, тигән ышаныс бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ғилми архив, ф. 3, оп. 73, д. 65, л. 16

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • №27 Бөҙрә тал 285-се бит
  • Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Бикҡолов. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1984, 624 бит;
  • Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]