Вавель
Вавель | |
Файл:Wawel noca 1.jpg | |
Административ-территориаль берәмек | Краков |
---|---|
Дәүләт | |
Мираҫ статусы | объект в польском реестре памятников культурного наследия[d] и недвижимый памятник[d][1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 228 метр |
Культура | Культура Польши[d] |
Файл:Wawel hill (view from W-winter), Old Town, Kraków, Poland.jpg | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Вавель (пол. Wawel) — Краковта архитектура комплексы.һәм уба, Висланың һул ярында урынлашҡан. Бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 228 метр. Дзельница административ районының Старо-Място территорияһында урынлашҡан.
Вавель ҡалҡыулығында архитектура ҡомартҡылары комплексы бар, уларҙың иң мөһиме — Король һарайы һәм Изге Станислав һәм Вацлавтың кафедраль соборы. Вавель — Польшаның символы һәм Польша халҡы өсөн айырым әһәмиәткә эйә булған урын. Архитектура комплексы «Вавелда король замогы — сәнғәттең дәүләт тупланмаһы» мәҙәни учреждениеһы идаралығында тора.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаҙылма эштәре күрһәтеүе буйынса XI быуатта Вавель урынында вислян ҡәбиләләренең нығытылған ултырағы булған. Таш нығытмалар 1290—1300 йылдарҙа Вацлав II тарафынан ҡорола башлай, ә XIV быуатта ҡалҡыулыҡты Бөйөк Казимир III готика стилендә үҙгәртеп ҡора. 1340 йылдарҙа замок һәм ҡала стеналары тоташтырыла.
1499 йылдағы янғындан һуң, Александр Ягеллон Вавелды үҙгәртеп ҡора башлай, ул ваҡытта Ҡарт Сигизмунд I идара итеүенең пигы була. Әммә 1595 йылда яңы янғын замокҡа өлөшләтә зыян килтерә.
1609 йылда. Сигизмунд Ваза III һарайҙы ҡалдыра, шунан һуң тарҡалыу осоро башлана. Шуға ҡарамаҫтан замокта Польша королдәренең таж кейеү тантаналары үтеүен дауам итә.
Кафедраль соборҙа поляк монархтары (шул иҫәптән королева Ядвига, Стефан Баторий, Ян Собеский, Август Сильный), ә һуңғараҡ бөйөк шағирҙар (Адам Мицкевич, Красинский) һәм күренекле сәйәси эшмәкәрҙәр (Тадеуш Костюшко, Юзеф Пилсудскийҙың, Юзеф Понятовский, Владислав Сикорский) ерләнгән..
1655—1657 йылда Вавель талана, ә 1702 йылда — Бөйөк Төньяҡ Һуғышы һөҙөмтәһендә шведтар тарафынан яндырыла.
1724—1728 йылдарҙа комплексты реконструкциялауға ынтылыу була, әммә Польша бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡандан һуң Вавель Австрия гарнизоны өсөн казармаға әйләнә һәм бөлгөнлөккә төшә, баштағы интерьерҙары һаҡланмай.
1905 йылда поляктар Вавелды Австрия хөкүмәтенән һатып ала, һәм ул Краков магистраты милкенә күсә. Шул ваҡытта уҡ реставрация эштәре башлана һәм бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә.
XX быуатта Вавель кафедраһы үҙенең епискобы Войтыла Кароль — буласаҡ рим папаһы Иоанн Павел II булыуы менән дан ала.
Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1994 йылдың 8 сентябрендә Польша президенты Лех Валенса указы менән Вавель тарихи ҡомартҡы тип иғлан ителә[2].
Хәҙерге ваҡытта Польша королдәренең көнкүренешенә арналған экспозиция урынлашҡан.
2010 йылдың 10 апрелендә Смоленск ҡалаһында авиакатастрофала һәләк булған Польша президенты Лех Качиньский һәм уның ҡатыны Мария 2010 йылдың 18 апрелендә Вавель замогында ерләнә.
Вавель объекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административ бина
- Викарувка
- Берреччи Бартоломео ҡапҡаһы
- Госпиталдь
- Семинария бинаһы
- Кафедраль йорт
- Король һарайы
- Король кухняһы
- Пресвятая Дева Мария ротондаһы
- Изге Станислав һәм Вацлав соборы
- Изге Гереон сиркәүе
- Изге Михаил сиркәүе
- Изге Георгий сиркәүе
- Сигизмунд часовняһы
Фортификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Владислав IV бастионы
- Бернардин ҡапҡаһы
- Вазов ҡапҡаһы
- Ҡапҡа гербы
- Ғазраилдар башняһы
- Панен башняһы
- Сандомир башняһы
- Сенатор башняһы
- Тенчин башняһы
- Шляхта башняһы
Учреждениелар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вавелда король һарайы — Дәүләт сәнғәт тупланмаһы
Башҡа объекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вавель аждаһаһы
- Вавель чакраһы
- Стефан Баторий һарайы
- Король баҡсаһы
- Һаҡланмаған Вавель
- Тадеуш Костюшко һәйкәле
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Варшавский замок
- Джованни Баттиста Тревано, построил Королевскую лестницу в Вавеле.
- Малый Вавель pl:Zamek w Baranowie Sandomierskim