Валаам архипелагы

Валаам архипелагы — Ладога күленең төньяҡ өлөшөндәге утрауҙарҙа төркөмө, материктан 22 км алыҫлыҡта тора. Архипелаг 50-нән ашыу утрауҙарҙан тора, уның майҙаны 36 квадрат километрҙы тәшкил итә. Валаам утрауының иң ҙур утрауы — Валаам утрауы, ул архипелаг майҙанының 2/3 өлөшөнән ашыу территорияны биләп тора һәм уның майҙаны 27,8 квадрат километр тәшкил итә; утрауҙың оҙонлоғо 9,6 км, киңлеге 7,8 км. Архипелагтағы ҙурлығы буйынса икенсе утрау — Скитский утрауы. Валаам архипелагы административ рәүештә Карелия Республикаһының Сортавальский районы составында тора.

Валаам архипелагының бәләкәй утрауҙары араһында: Лембос, Святой, Байонный, Крестовый, Московский, Предтеченский, Никоновский, Дивный, Емельянов, Оборона, Голый, Савватий (Гранит), Зосима, Скалистый, Луковая, Овсяный, Ржаной, Никольский, Иоанн Кронштадтский утрауҙары бар[1]. Ҡайһы бер утрауҙар үҙ-ара һәм Валаам утрауы менән күпер аша тоташҡан[2].

Валаам архипелагы утрауҙарында Валаам ҡасабаһы һәм боронғонан ҡалған Валаам монастыры урынлашҡан, унда хәҙер туристар экскурсияларға килеп йөрөй.

1996 йылдан алып Валаам архипелагы ЮНЕСКО-ның[3] Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә кандидат булып тора.

Географияһы

Географик урыны

Валаам архипелагы Европаның иң ҙур күлдәренең береһе булған Ладога күленең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.

Климат

Валаам архипелагында яҙ март аҙағында башланып китә. Валаамда йәйге ҡояшлы көндәр материктағына ҡарағанда 30-35 көндән күберәк тора. Архипелагтың уртаса температураһы июлдә 17° С тәшкил итә. Бында ҡыш декабрь башында башланып китә, ер өҫтө ҡар менән ныҡлап ҡаплана. Февраль уртаһында Валаам утрауына яҡын ғына торған Сортавала ҡалаһына (42 км) утрауҙан автомобилдә барырға мөмкин. Валаам архипелагының февралдәге уртаса температураһы −8° С тәшкил итә

Рельефы

Валаам архипелагы рельефының төрө - бик ныҡ бүлгеләнгән ер төрө. Валаам архипелагының диңгеҙ кимәленән бейеклеге  5,1 — 58,2 м интервалында тора.

Тәбиғәт

undefined

Тәбиғи үҙенсәлектәре архипелагтың урынлашыуы менән билдәләнә. Валаам архипелагы территорияһы тайга зонаһына ҡарай.

Валаам утрауы территорияһында 480-ән ашыу төр үҫемлек иҫәпләнә, уларҙың күптәре монахтар тарафынан үҫтерелгән. Төп утрау булған Валаам башлыса ылыҫлы урман менән ҡапланған (яҡынса 65 % — ҡарағай).

Иҫкәрмә

  1. Распоряжение Правительства Российской Федерации № 1301-р от 15 июня 2019 года «О присвоении наименования географическому объекту в Республике Карелия»(недоступная ссылка)
  2. Ладожское озеро. Валаам. Обзор (1). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2010. Архивировано 5 сентябрь 2008 года.
  3. UNESCO World Heritage Centre. The Valamo archipelago - UNESCO World Heritage Centre (ингл.). whc.unesco.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2016.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Категориялар