Валетт Жан Паризо де ла
франц. Jean de Valette | |
Герб | |
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | warrior monk |
Заты | ир-ат[1] |
Вафат булған урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 1494[2] |
Монашеский орден | госпитальерҙар[d] |
Вафат булған көнө | 21 август 1568[2] |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Жан Паризо́ де ла Вале́тт (франц. Jean Parisot de la Valette; 4 февраль 1495 йыл) — 1568 йылдан Мальта орденының Бөйөк магистры. Орденға ингәндән һуң, рыцарь-госпитальер булараҡ, Грецияның Родос утрауы өсөн төрөктәргә ҡаршы айырыуса батырлыҡ менән көрәшә. Бөйөк Магистр булараҡ, Валетт орден геройы һәм 1565 йылда ғосмандар Мальтаны Бөйөк ҡамауҙа тотҡанда ҡаршылыҡ күрһәтеүгә етәкселек итеүсе иң данлыҡлы лидерға әйләнә, был ҡамау бөтә замандарҙың да иң бөйөк ҡамауҙанының береһе тип билдәләнә[3].
1566 йылда Бөйөк Магистр Ла Валетт Валлетта ҡалаһының тәүге нигеҙ ташын һалған.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Жан Паризо́ де ла Вале́тт Тарн һәм Гаронна департаментындағы Лангедокта (Паризо) граф нәҫеле Тулуздарҙың дворян ғаиләһендә 1495 йылдың 4 февралендә тыуған.
1534 йылда де ла Валетт галера менән командалыҡ итә, ә 1540 йылда уның үҙенең галиоты була. 1540 йылда төрөктәргә әсирлеккә эләгә һәм бер йыл буйы галерала ҡол була. Күпмелер ваҡыт дауамында Триполи губернаторы була.
1557 йылдың 21 авгусында де ла Валетт Мальта орденының бөйөк магистры була, һәм уны күп кенә европа һәм мосолман дәүләттәре Мальта хакимы тип таный. 1565 йылда Төркиә Мальтаға ҡаршы 35 меңлек ғәскәре булған эскадра әҙерләй. Де ла Валетт оборона башында тора һәм дошман һөжүмен кире ҡаға. Магистр хөрмәтенә Мальтаның баш ҡалаһы Валлетта тип атала.
Документалистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мальта. Документальный фильм из цикла «Роман в камне. Архитектурные шедевры мира». ООО «ВИВА-ВИТА фильм» по заказу ВГТРК «Культура». 2018 г. ГТРК «Культура». 19.01.2019. 30 минут.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Record #73844972 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ Hindley, Geoffrey. Medieval Sieges & Siegecraft (инг.). — Skyhorse Publishing (инг.)баш., 2009. — P. 158. — ISBN 1602396337.