Валкеакоски
Валкеакоски (фин. Valkeakoski) — Финляндия үҙәгенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Пирканмаа провинцияһы ҡалаһы. Тампере ҡалаһының көньяғына табан 35 км-ҙа, Турку ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышына табан 145 км-ҙа һәм Хельсинкиҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 145 км-ҙа урынлашҡан. Муниципалитетының майҙаны 372,04 км², шул майҙандың һыу өҫтө 100,06 км² тәшкил итә[4].
Халыҡ
2012 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса бында 21 043 кеше йәшәй[5]. Халыҡ тығыҙлығы — 77,37 кеше/м². Рәсми тел — фин теле, ул 98,1 процент халыҡтың тыуған теле булып тора. Халыҡтың 0,2%-ы туған теле тип швед телен һанай һәм халҡтың 1,6 % — башҡа телдәрҙе тыуған теле тип һанай. 15 йәштән кесе кеше өлөшөн халыҡтың 16 %; 65 йәштән өлкән кешеләр өлөшө — 19,6 % тәшкил итә.
Билдәле кешеләре
- Йоэнсуу, Матти (1948—2011) — фин яҙыусыһы, криминаль детективтар авторы
- Каллио, Мика (ырыу. 1982 йыл) — фин мотоциклда уҙышыусыһы
- Хакулинен, Вейкко (1925—2003) — фин саңғысыһы
Туғанлашҡан ҡалалары
Галереяһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Ystävyyskaupungit — Валкеакоски.
- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ 1 2 3 4 5 6 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑
- ↑ «VÄESTÖTIETOJÄRJESTELMÄ REKISTERITILANNE 30.09.2012» 2013 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 Valkeakosken kaupungin Internetportaali: Valkeakosken ystävyyskaupungit 2015 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған. Viitattu 14.12.2010.
- ↑ Suomen suurlähetystö, Budapest: Kahdenväliset suhteet Viitattu 14.12.2010.
Һылтанмалар
На Викискладе есть медиафайлы по теме Валкеакоски- Официальный сайт 2018 йылдың 3 июнь көнөндә архивланған. (фин.) (инг.)