Варган тауы
Варган тауы (ғәҙәттәге ҡулланылышта — Варгановка) — Көньяҡ Уралда, Силәбе өлкәһендә (Рәсәй) айырым торған тау. Абсолют бейеклеге — 763 метр. Заозерная һыртына ҡарай. 1990 йылға тиклем бында Бөтә Союз туристик маршрут № 55 һалынған булған[2][3].
Топонимика
Тасуирлама
Варган тауы — айырым торған тау, Заозерная һыртына инә. Уның итәге буйлап оҙонлоғо — 3 километр, киңлеге — 3,5 километр. Абсолют бейеклеге — 763 метр, сағыштырмаса (Куштумга йылғаһы өҫтөнән) бейеклеге 360 метр. Варган тауы түбәһе Түргеяҡ күленән 3 км төньяҡ-көнбайышта, уның үҙәгенән 7,2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Түргеяҡ күленең көнсығыш ярынан Варган тауы яҡшы күренә.
Төньяҡ һәм көнбайыш яғынан тауҙы Куштумга йылғаһы урап аға. Заозерный һәм Варган һырттары араһындағы биләндән Липовка йылғаһы ағып сыға.
Тау битләүҙәре, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә текә. Тау аралаш урман (ҡайын, уҫаҡ, имән) менән ҡапланған. Тауҙың көнсығыш яғынан, тау итәгендә, шишмә бар. Тауҙан күренмәй.[3][6][7].
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ По Южному Уралу: туристские маршруты 171-99-01 (55), 171-90-02 (371). — М.: Главное управление геодезии и картографии при Совете Министров СССР, 1975.
- ↑ 1 2 Варганова, гора // Миасс. Энциклопедический словарь
- ↑ Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст, Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 8.
- ↑ Северо-восточные хребты Южного Урала // Весь Южный Урал. 19.03.2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2019. Архивировано 7 октябрь 2019 года.
- ↑ Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст, Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 8.]
- ↑ Информация на сайте «На Урале»
Әҙәбиәт
- Варганова, гора // Миасс. Энциклопедический словарь
- Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст: Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 8.
- По Южному Уралу: туристские маршруты 171-99-01 (55), 171-90-02 (371). — М.: Главное управление геодезии и картографии при Совете Министров СССР, 1975.
- Сементовский В. Н. Тургояк. 1916. — 60 с.
- Сементовский В. Н. Жемчужина Южного Урала. Озеро Тургояк // Природа и люди. 1913. № 15. С. 225—228.
Һылтанмалар
- Страница Варгановой горы на сайте Викимапия
- Страница Варгановой горы на(недоступная ссылка) Яндекс. Карты
- Страница Варгановой горы на сайте «Karta-russia.ru»
- Гора Варганова на карте окрестностей города Златоуста (середина, правая граница карты): издание 1985 года
- Гора Варганова на карте окрестностей Златоуста (Л. 22-Г)
- Варганова гора на топографической карте Урала (2000 год)