Варламова Екатерина Николевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Варламова Екатерина Николаевна
Эш урыны
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы
Тыуған көнө 17 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (96 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]
Һөнәр төрө актриса, танцовщица, хореограф
Тыуған урыны

Варламова Екатерина Николаевна (17 август 1928 йыл) — бейеүсе, хореограф. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы (1947—1951, 1955—1970), Башҡорт дәүләт университетының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе (1971—1991). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963)[1].

Екатерина Николаевна Варламова 1928 йылдың 17 авгусында Ленинградта тыуа. Атаһы ҡала предприятиеларының береһендә проектлаусы булып эшләй. 1930 йылдар урталарында ул башҡа инженерҙер менән еҙ иретеү комбинатына эшкә йүнәлтелә. Бер мәл комбинаттың барлыҡ инженер-техник хеҙмәткәрҙәре тиерлек ҡулға алына һәм атыла[2].

1938 йылдың мартында һеңлеһе менән яңғыҙ ҡала — әсәләрен тәүҙә Себергә һөргәнгә ебәрәләр, һуғыш башланғас, Ҡаҙағстанға оҙаталар. Ул лагерҙарҙа тиҫтә йыл самаһы була, ҡыҙ әсәһенең бер туған һеңлеһендә тәрбиәләнә. Ҡыҙҙарҙың береһе Ленинград блокадаһы ваҡытында астан үлә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Катя Түбәнге Тагилға эвакуациялана, унда һөнәрселек училищеһында уҡый. Уҡыу йортоноң Мария театрының элекке балеринаһы алып барған бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә.

Һуғыштан һуң әсәһе әйләнеп ҡайта, һеңлеһе флотҡа урынлаша, Катя Гидрометеорология институтына секретарь-машинистка булып урынлаша.

Йәшәргә торлаҡтары булмағас, Варламовтар Башҡортостанға, Бөрө ҡалаһына күсергә ҡарар итә, әммә ундағы туғандары Ленинградҡа ҡайтып китә. Йәшәр өсөн күҙҙәре насар күрһә лә әсәһе заказ буйынса кейем тегә, ә Екатерина РОНО-ла эшләй, бейеүен дауам итә һәм ҙур сәхнә тураһында хыяллана. Өфөләге бер сығыштан һуң уны башҡорт дәүләт филармонияһына артистар бригадаһына саҡыралар һуң. Әммә баянист, буласаҡ композитор Таһир Кәримов уға Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә барырға тәҡдим итә.

Ансамблдә буласаҡ ире — баянист Владимир Дмитриевич Масленников менән таныша.

Екатерина Варламова ансамблдә 1947—1951 һәм 1955—1970 йылдарҙа солист була. Эшендәге өҙөклөк тормош иптәшен әрме хеҙмәтенә алғас, уның менән бергә китеп, армия бейеү коллективында эшләгәндә генә була.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, уҡыу йорто саҡырыуы буйынса БДУ-ла «Ирәндек» бейеү ансамблен ойоштора (1971—1991)[3].

1999—2008 йылдарҙа «Маска» балалар ижады театр үҙәге педагогы булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979).
  • Докучаева А. А. Созвездие талантов. Уфа, 2009.