Варфоломеева Нина Михайловна

Варфоломеева Нина Михайловна (17 ғинуар 1941 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1996 йылдарҙа Томск өлкәһе Кожевников районының КПСС-тың XXI съезы исемендәге совхозы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

Биографияһы

Вороново ауылында 1941 йылдың 17 ғинуарында тыуған. КПСС ағзаһы.

1957—1996 йылдарҙа — Томск өлкәһе Кожевниковский районы КПСС-тың XXI съезы исемендәге совхозда һауынсы булып эшләй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрь Указы менән, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

РСФСР-ҙың 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. КПСС-тың XXIV съезы делегаты була.

Томск ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар