Васюган

Васюган (хант. *waś-jŏχan «тар йылға»[1]; вост.-ханты. Элле-еган[2], южноселькупск. Ямал Варӷ[3], кетск. Вассес) — Рәсәйҙәге йылға, Томск өлкәһенең Каргасок районы буйлап аға, Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяғында урынлашҡан, Обь йылғаһының һул ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо —1082 км, тамағынан 886 км алыҫлыҡта суднолар, бассейны майҙаны — 61 800 км². Йылға тигеҙ характерҙа, Васюган бассейны ныҡ һаҙланған. Донъяла ҙур һаҙлыҡтар тупланмаһы һәм үҙләштерелгән нефть һәм газ ятҡылыҡтары менән билдәле. Уртаса йыллыҡ аҡма: 327,64 м³/с[4]

Обь-Иртыш һыу айырғысы һаҙлыҡтарында, Васюган һаҙлыҡтарында башлана. Үрге ағымында Васюган тәпәш һаҙлы ярҙар араһында аға, һыубаҫар туғайҙарҙа күлдәр һәм иҫке үҙәндәр күп. Уртаса алғанда, йылға ярҙары бейеклеге арта, урыны менән 50 метрға тиклем етә.Түбәнге ағымында йылға күп һыулыға әйләнә, уның киңлеге 600 метрға тиклем арта, ә был участкалағы һыубаҫар туғай киңәйә, күп кенә һайлыҡтар, ҡылымыҡтар, күлдәр һәм шаршылар бар[5].

Торама пункттар (тамағынан алып): Яңы Васюган, Айпол, Яңы Тәвриз, Урта Васюған, Иҫке Берёзовка, Усть-Чижапка, Наунаҡ, Оло Грива, Иҫке Югино, Яңы Югино, Бондарка ауылдары.

Васюган бассейнында нефть һәм газ ятҡылыҡтары урынлашҡан.

undefined
undefined

Төп ҡушылдыҡтары

(Тамағынан км; йылғаларҙың оҙонлоғо 50 км күрһәтелгән)

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Үрге Обь бассейны округына, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Васюган, Йылға бассейны — (Үрге) Обь йылғаһы Иртыш ҡойғанға тиклем[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Аникин А. Е. Русский этимологический словарь. Вып. 6. С. 111.
  2. Хантыйско-русский словарь (васюганский диалект) / Могутаев М.К.. — Томск: Издательство ТГПУ, 1996.
  3. Селькупско-русский диалектный словарь / Быконя В.В., Кузнецова Н.Г., Максимова Н.П.. — Томск: Издательство ТГПУ, 2005. — ISBN 5-89428-209-8.
  4. Vasyugan At Naunak(англ.).R-Arcticnet V4.0.Дата обращения: 16 марта 2015.
  5. Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 15. Алтай и Западная Сибирь. Вып. 2. Средняя Обь/ Под ред. В. В. Зееберг. — Л.: Гидрометеоиздат, 1967. С. 31. — 351 с.
  6. «Васюган» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Әҙәбиәт

  • Евсеева Н. С. География Томской области (Природные условия и ресурсы). — Томск: Изд-во Томского ун-та, 2001. — 223 с. — 5000 экз. — ISBN 5-7511-1930-X (ошибоч.)
  • Географический энциклопедический словарь: Географические названия / Гл. ред А. Ф. Трёшников; Ред. кол.: Э. Б. Алаев, П. М. Алампиев, А. Г. Воронов и др. — М.: Сов. энциклопедия, 1983. — С. 82. — 538 с. — 100 000 экз.
  • Васюган // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Категориялар