Ватан-әсә саҡыра!

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ватан-әсә саҡыра!
Булдырыусы Тоидзе, Ираклий Моисеевич[d]
Нигеҙләү датаһы июнь 1941
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
Рәсәй Банкы тәңкәһе — «Бөйөк Ватан һуғышы» серияһынан, Бөйөк Еңеүгә 50 йыл

«Ватан-әсә саҡыра!» — рәссам Ираклий Тоидзе 1941 йылда, июнь һуңында булыуы ихтимал, эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы осороноң билдәле плакаты. Аныҡ датаһы билдәһеҙ һәм бәхәсле.

Рәссам белдереүенсә, әсәнең улдарын ярҙамға саҡырған йыйылма образы осраҡлы ғына тыуа. Совинформбюроның нацистик Германияның СССР-ға һөжүме тураһында беренсе хәбәрен ишетеп, Тоидзеның ҡатыны оҫтаханаға: «Һуғыш!» — тип ҡысҡырып килеп инә. Уның йөҙөнә ҡарап, рәссәам ҡатып ҡалырға ҡуша һәм шунда уҡ буласаҡ шедеврҙың беренсе һыҙмаларын эшләй[1].

Тыуған ил образы Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы йылдарында пропаганда өсөн киң ҡулланылған Рәсәй-әсәй образы менән бәйле.

Тоидзеның улының хәтирәләре буйынса, рәссам: «Позволь же, о родина-мать, в сырое, пустое раздолье, в раздоль твое прорыдать…» тигән юлдар яҙған Андрей Белый ижадын ярата. Бәлки, тап ошо юлдар плакат йөкмәткеһе нигеҙенә яталыр[2].

«Ватан-әсә» образы артабан совет пропагандаһының иң таралған образдарының береһе була. Был плакатҡа һынлы рәсем сәнғәтендә, скульптурала, халыҡ ижадында, рекламала образды бик күп интерпретациялау һәм пародия эшләү күренештәре билдәле.

Плакаттың художество композицияһы совет осорондағы «Һин ирекмән булып яҙылдыңмы?» плакаты (Дмитрий Моор, 1920), «U. S. I Army for you want» (Джеймс Флагга, 1917) Америка плакаты, шулай уҡ француздарҙың милли символы — Марианна һүрәтләнгән «Халыҡты илтеүсе Азатлыҡ» (Эжен Делакура, 1830) картинаһы менән ауаздаш.