Вах (йылға)

Вах (вост.-хант. Ваӽ[1], южноселькупск. Ваӄ[2]) — Көнбайыш Себер тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндәге йылға, Обь йылғаһының уң ҡушылдығы.

Ханты-Манси автономиялы округының көнсығыш өлөшө буйлап аға. Оҙонлоғо 964 км, бассейн майҙаны — 76 700 км². Обь, Йәнәсәй һәм Таз бассейндарының һыу айырғысында башлана, һаҙланған тайга араһында аға. Йылға ҡар һәм ямғыр һыуҙары менән туйына. Тамағынан 253 км алыҫлыҡта уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 536 м³/с[3].

Нижневартовскиҙан 10 км юғарыраҡ Обь йылғаһына ҡоя.

Йылға бассейнында һаҙлыҡтар һәм торфлы күлдәр күп. Самотлор күле эргәһендә Рәсәйҙәге иң ҙур нефть ятҡылыҡтарының береһе урынлашҡан[4].

2009—2014 йылдарҙа Вах йылғаһы аша Төньяҡ киңлек магистрале (Пермь — Серов — Ханты-Манси — СорғотНижневартовскТомск) трассаһының бер өлөшө булараҡ автомобиль күпере төҙөлә. Күперҙә хәрәкәт ваҡытынан алда 2014 йылдың 30 октябрендә асыла, ә асыу тантанаһы 2014 йылдың 6 ноябрендә уҙа. Күпер шулай уҡ яҡындағы Стрежевой һәм Нижневартовск торама пункттарын тоташтыра[5].

Ҡушылдыҡтары

(тамағынан км)

Йылға аша понтон күпер, Нижневартовск һәм Стрежевой ҡалаларын тоташтырыусы берҙән-бер кисеү. Ағымдан өҫтәрәк даими күперҙең «туңдырылған» төҙөлөш таяуҙары күренә.
Йылға аша понтон күпер, Нижневартовск һәм Стрежевой ҡалаларын тоташтырыусы берҙән-бер кисеү. Ағымдан өҫтәрәк даими күперҙең «туңдырылған» төҙөлөш таяуҙары күренә.

Иҫкәрмәләр

  1. Хантыйско-русский словарь (васюганский диалект) / Могутаев М. К.. — Томск: Издательство ТГПУ, 1996.
  2. Селькупско-русский диалектный словарь / Быконя В. В., Кузнецова Н. Г., Максимова Н. П.. — Томск: Издательство ТГПУ, 2005. — ISBN 5-89428-209-8.
  3. Vakh At lobchinskoye (ингл.). R-ArcticNET Geographically Referenced Database.
  4. Вах // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  5. Строительство моста через реку Вах возобновится. vtomske.ru(10 августа 2011).Дата обращения: 11 февраля 2020.

Әҙәбиәт

  • Вах // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Категориялар