Ваһабзадә Бәхтийәр Мәхмүд уғлы
Ваһабзадә Бәхтийәр Мәхмүд уғлы (әзерб. Bəxtiyar Mahmud oğlu Vahabzadə; 16 август 1925 йыл — 13 февраль 2009 йыл) — Әзербайжан ССР-ының халыҡ шағиры (1984) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974), Әзербайжан Милли фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
Биографияһы
Бәхтийәр Мәхмүт уғлы Ваһабзадә1925 йылдаың 16 авгусында Әзербайжан Республикаһының Шәки ҡалаһында тыуған.
Буласаҡ шағирҙың туғыҙ йәше сағында ғаиләһе республиканың баш ҡалаһы Баҡыға күсенә. 1947 йылда Баҡы дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1945 йылда уны Әзербайжан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Ижад менән бер рәттән 40 йылдан ашыу Баҡы дәүләт университетында уҡыта.
1950 йылдан 1990 йылға тиклем Баҡы дәүләт университетында уҡытыусы, доцент һәм профессор булып эшләй.
1964 йылда «Самед Вургун» тигән монографияһы менән филология фәндәре докторы исеме алған.
1980 йылда Әзербайжан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып китә.
1995 йылда шағир «Истиғлал» (Бойондороҡһоҙлоҡ) азатлыҡ өсөн көрәш ордены менән бүләкләнә.
2009 йылдың 13 февралендә шағир Баҡы ҡалаһында вафат була[2]
2018 йылдың 21 февралендә шағирҙың ҡатыны Диләрә Ваһабзадә Баҡыла вафат була.[3][4]
Хәтер
- 2011 йылда Баҡы ҡалаһындағы Баҡы дәүләт университеты янындағы урамға Бәхтийәр Ваһабзадә исеме бирелә.
- 2018 йылдың 1 сентябрендә Шеки ҡалаһында Йорт-музейы асыла[5] һәм ҡасандыр ул йәшәгән бинаға мемориаль таҡта урынлаштырылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Бойондороҡһоҙлоҡ» ордены (15.04.1995) — Әзербайжан халҡының милли азатлыҡ өсөн көрәшендәге ҙур хеҙмәттәре өсөн[6]
- Октябрь Революцияһы ордены (16.11.1984)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.08.1975)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- Әзербайжан Республикаһы халыҡ шағиры (1984)
- Әзербайжан ССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974)
- СССР-ҙың дәүләт премияһы (1984)
- Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы (1976)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Vahabzadə, Bəxtiyar Mahmud oğlu // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Б. Вагабзаде. dergipark.gov.tr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2019. Архивировано 15 ғинуар 2019 года. 2019 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Скончалась супруга Бахтияра Вахабзаде (рус.), Oxu.Az (22 февраль 2018). 22 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Информационное Агентство АзадИнформ. Скончалась супруга Бахтияра Вахабзаде - Культура - Новости - Информационное Агентство АзадИнформ. ru.azadinform.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2018. Архивировано 22 февраль 2018 года. 2018 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ В Шеки состоялась торжественная церемония открытия Дома-музея Бахтияра Вагабзаде. Культурно-просветительский сайт ATAlar.ru
- ↑ Указ Президента Азербайджанской Республики от 15 апреля 1995 года № 319 "О награждении Б. М. Вагабзаде орденом «Независимость»