XIX быуат аҙағы — XX быуат башы математиктары араһында ғалимдар Денеш Кёниг (алгебра и теория множеств), Липот Фейер (суммирование рядов Фурье), Фридьеш Рис (теория функциональных пространств и топологии), Альфред Хаар (теория ортогональных систем функций), К. Иордан (теория вероятностей и математическая статистика), Михай Фекете, Дьёрдь Пойя һәм башҡалар ҙур уңыштарға ирешә. , Миколош Конкой-Теге Венгрияла астрономия фәнен үҫтереүгә тос өлөш индерә[1].
Геологияла И. Сабо (петрография һәм тектоника), X. Бёк (нефть һәм ер аҫты газы), М. Ханткен (стратиграфия һәм палеонтология) мөһим эштәр башҡара. 1869 йылда Геология институты булдырыла. 1896 йылда Венгрияның тәүге геологик картаһы сыға[1].
XIX быуат аҙағында Венгрияла техника өлкәһендә бер нисә асыш яһала: Донат Банки һәм Янош Чонка карбюратор, О. Бальти, К. Циперновский һәм М. Дери трансформатор, Кальман Кандо үҙгәреүсән токлы электровоз уйлап сығара, Штефан Шенек яңы тип аккумулятор, Андраш Мехварт он тартыу сәнәғәтенә ҡойоу ысулы менән эшләнгән тәгәрмәс эшләү технологияһын тәҡдим итә[1].
Венгрияла химия фәнен үҫтереүҙә Карой Тан ҙур роль уйнай, ул тәүге химия институтын ойоштора. Винце Варта (химик-технолог), Лайош Винклер (химик-аналитик), И. Бугарский (электрохимик), Г. Земплен (углеводоротар химияһы) шулай уҡ был өлкәлә бик уңышлы эшләй[1].
Күренекле биологтарҙан О. Герман (орнитология), Г. Энц-старший (протистология), Винце Борбаш (Венгрияла үҫемлектәр географияһына нигеҙ һалыусы), Шандор Черхати (ботаника) атарға була[1].
XIX быуат аҙағында медицинала ҙур эштәр башҡарыусылар- Шандор фон Кораньи (функциональ йүнәлеште булдырыусы), Янош Бокаи (педиатр), И. Федор (йәмәғәт гигиенаһы кафедраһын булдырыусы), Э. Кромпехер (открыл карциному базальной клетки), Янош Баласса (хирург), Фригис фон Кораний (терапевт). XX быуаттың беренсе яртыһында илдә ҙур медицина фәнни мәктәптәре эшләй. Дьёрдь фон Бекеши биофизика һәм ишетеү физиологияһы менән , Э. Хёдьеш бактериология һәм иммунология өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. 1937 йылда Альберт Сент-Дьердиға биологик яныу (окисләнеү) процессын , С витаминын һәм фумар кислотаһы катализын асҡан өсөн Нобель премияһы бирелә.
Икенсе донъя һуғышы тамамланып, Венгрия Халыҡ Республикаһы булдырылғас, фән йылдам үҫешә башлай . 1950 йылда Ғәмәли математика институты нигеҙләнә, 1955 йылда ул Математика тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. 1956 йылда Иҫәпләү үҙәге булдырыла. Бела Сёкефальви-Надь уҡыусылары менән функциональ анализ өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә. Е. Эгервари (теория дифференциальных уравнений), О. Варга и А. Рапчак (дифференциальная геометрия), А. Часар (топология), Л. Кальмар һәм Я. Шураньи (математическая логика), Р. Петер (рекурсивные функции), П. Эрдёш, П. Туран, А. Реньи и П. Ревес (теория чисел), П. Эрдёш, А. Реньи и Т. Галлаи (теория графов), Л. Редеи (современная алгебра), Д. Хайош (теория групп), Т. Селе (теория колец и абелевых групп), Л. Фукс (теория групп и множеств), А. Адам (математическая логика и кибернетика), А. Реньи (теория вероятностей), Л. Фейеш-Тот (дискретная геометрия) эштәре киң танылыу ала[1].
Венгрияла физика фәне лә алға китә. Физик-теоретик Пал Гомбаш атомдың статистик теорияһы һәм есем күплегенең квант теорияһы буйынса эштәрен баҫтырып сығара. Теоретик физика өлкәһендә ғалимдар А. Конья (квантовая статистика), Р. Гашпар (квантовая химия), И. Феньеш (квантовая механика) ҙур уңышҡа өлгәшә. Карой Новобатский уҡыусылары менән ҡыр теорияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Лайош Яношши космос нурҙары физикаһы, сағыштырмалыҡ теорияһы һәм квант теорияһы буйынса эштәр яҙа. Ленард Пал етәкселегендәге Будапешт үҙәк физика фәнни-тикшеренеү институты Венгрияның төп эксперименталь физика үҙәге була. Институтта ядро физикаһы, яҡтылыҡ тәбиғәте һәм спектроскопия, космос нурҙары, ҡаты есемдәр физикаһы, ядро химияһы һәм электроника]] буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә. Дебреценда Шандор Салаи етәкселегендә ядро тикшеренеүҙәре фәнни— тикшеренеүҙәре институты эшләй . 1960 йылдарҙа ҡаты есемдәр физикаһы өлкәһендә ғалимдар З. Дьюлаи и И. Тарьян (выращивание монокристаллов, исследование спектра и структуры кристаллов), П. Шеленьи, Д. Сигети и З. Бодо (физика полупроводников), П. Ленард (магнитная структура тел) уңышлы эшләй. И. Феньеш һәм И. Дьярмати кире ҡайтмаҫ процесстар термодинамикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә. А. Будо һәм И. Ковач атом һәм молекуляр физика өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Астрономия фәнендә лә уңыштар була, үтә яңы йондоҙҙарҙы, йондоҙҙар статистикаһы, поляриметрия, Ҡояш физикаһы буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә[1].
Химияға ла бик күп иғтибар бүленә. Физикохимиктар Г. Шай, З. Сабо, Ф. Надь, Ф. Тюдёш, П.Тетеньи радикаль сылбырлы реакция кинетикаһы һәм катализ өлкәһендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә ирешә. Тибор Эрдеи-Груз (кинетика электродных процессов), А.Бузаг (коллоидная химия), Э. Шулек (применение галогенов в анализе), Я. Прост (полярография), Л. Эрдеи (индикаторы и термический анализ), Эрнё Пунгора (электроанализ) мөһим тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Органик химия өлкәһендә Геза Земплен иң күренекле ғалим була, уның эшен дауам итеүселәр: Р. Богнар, Ш. Мюллер, Д. Брукнер, Л. Варга, А. Гереч, З. Фёльди, К. Лемперт, Ч. Сантаи. Химик технология өлкәһендә И. Варга, М. Корах, М. Фройнд, А. Ровальтер и К. Полинский, ә ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек химияһы өлкәһендә Я. Холло, К. Ваш һәм Л. Телегди-Ковачтың фәнни эштәре ҙур әһәмиәткә эйә була[1].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа геология буйынса тикшеренеүҙәр ҙә әҙем алып барыла. Дьордь Кертаи яңы ер аҫты газы ятҡылыҡтарын аса. Г. Панто ҡаҙылма байлыҡтар урынлашҡан ерҙең төҙөлөшөн өйрәнеү менән шөғөлләнә. Бик күп геологик экспедициялар ойошторола, геологик карталар төҙөлә. Гравитация һәм ер магнетизмын тикшереү эштәре ойошторола. Венгрияла геология фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Э. В. И. Фюлёп һәм А. Вендль (региональная и историческая геология), Э. Садецки-Кардошш (давление и температура метаморфизованных горных пород), Л. Эдьед (теория развития Земли), Я. Богарди (исследование грунтовых вод и речных наносов), А. Тарчи-Хорнох (разработка методов геодезических измерений)[1].
Биология өлкәһендә 1940 йылдар аҙағынан башлап,эволюция теорияһы мәсьәләләрен өйрәнеү,экология һәм башҡа өлкәләр буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла. Ботаника өлкәһендә Ш. Яворка, Р. Шоо, Р. Рапаич, Б. Зойоми, И. Мате, протистологияла — И. Гелей, нейрогистология өлкәһендә — А. Абрахам, гидробиология өлкәһендә — Р. Мауха тикшеренеүҙәр алып бара. И. Тёрё организмдың ҡурсыу механизмдарын, И. Кромпехер — тоташтырыусы туҡымалар, Я. Сентаготаи — нервы системаһын өйрәнеү менән шөғәлләнә. Венгрияла биохимиктар һәм биофизиктар мәктәбе булдырыла[1].
Һуғыштан һуңғы медицина Венгрия мәктәбе традицияларын дауам итә. Медицинаны үҫтереүгә күп көс һалған ғалимдар: И. Кёрньеи һәм К. Лишшак (исследования нервной системы), П. Балинт, А. Бабич, П. Гегеши-Кишш, П. Гёмёри, Э. Керпель-Фрониуш һәм Ф. Реньи-Вамош (изучение системы кровообращения), И. Бало, Л. Харанги һәм Б. Кельнер (изучение опухолей), М. Юлес, М. Раднот һәм И. Шош (исследования в области эндокринологии и обмена веществ), П. Рубаньи һәм Д. Шебестьен (хирургии грудной клетки), И. Кудас һәм И. Литман (хирургия сердца), В. Ишшекуц, М. Янчо һәм И. Кнолль ([[фармакология)[1].
Венгрияның аграр фәне үҫеш юлында була, тупраҡтың генетикаһы һәм эрозияһы картаһы төҙөлә. Ш. Эгерсеги, К. Патер, Ш. Херке, И. Преттенхоффер, И. Сабольчи ҡомло һәм тоҙло тупраҡты яҡшыртыу буйынса эштәрҙе башҡара. Ҡомло тупраҡта сәсеү әйләнешен индереү һәм ашламалар системалары менән Ш. Фёргетег, Б. Дьёрфи, Э. Кеменешши, Г. Ланг, В. Вештшик шөғөлләнә . Яҡшыртылған кукуруз, бойҙай, көнбағыш, соя, помидор культураларын Э. Курник, Д. Месёй, Э. Обермайер, Э. Пап, А. Порпаци, А. Шомош, Ш. Райки, А. Яношши индерә. Тиҙ үҫеүсе ағастарҙы климатҡа яраҡлаштырыу эштәрен Б. Керестеши, И. Мадьяр башҡара. Ф. Эрдеи аграр-иҡтисади тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Ш. Котлан, Р. Маннингер һәм И. Мочи яңы вакциналар эшләп сығара[1].
Тау тоҡомдарын байытыу һәм быраулау тиҙлеген арттырыу технологиялары менән Г.Тарьян менән И.Замбо шөғөлләнә. Металлургия ла Ш. Гелейи, Л. Гиллемота һәм И.Вере мөһим эштәр башҡара. Электроэнергетика һәм йылылыҡ энергетикаһы өлкәһендә А. Фоно, Л. Форго, О. Гести, Л. Хеллер, К. П. Ковач, А. Леваи, Ф. Ратковский, М. Шейднер, Л. Веребей һәм башҡалар эшләй. Ауыл хужалығы машиналарын эшләп сығарыу менән А. Г. Паттантьюш һәм И. Ражо шөғөлләнә. Төрлө сәнәғәт өлкәләренең производство процесстарын үҫтереүгә О. Бенедикт, Ф. Чаки, Т. Вамош ҙур өлөш индерә. И. Барта, Г. Богнар, Т. Мильнер, Д. Сигети һәм Э. Винтер техника өлкәһендә уңышҡа ирешә. Төҙөлөштә яңы материалдар ҡулланыуҙы индереү, күперҙәр, тоннелдәр, бик бейек йорттар төҙөү менән И. Сабо, К. Сечи, Е. Бёльчкеи, М. Майор һәм башҡалар шөғөлләнә[1].
↑Венгрия // Великий князь — Восходящий узел орбиты. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 79-99. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 5). — ISBN 5-85270-334-6.