Тарихы һәм географияһы
Үҙәк Ютландия өлкәһенең административ үҙәге, өлкәнең төньяғында урынлашҡан. Элек Ютландияның баш ҡалаһы булған. Ҡаланың майҙаны (коммуна территорияһынан башҡа) — 1474,05 км². Ҡала халҡы һаны — 37 309 кеше (2014 йыл мәғлүмәттәре буйынса)
Виборг — Данияның иң боронғо ҡалаларының береһе. 1130 йылда бында соборға нигеҙ һалына, уның XII быуаттағы криптаһы бөгөнгә тиклем һаҡланған. Шулай уҡ уның тарихи үҙәге ҡыҙыҡлы, бында барокко стилендә төҙөлгән күп һанлы биналар собор тирәләй тора. Виборг — лютеран-инжил епископлығының үҙәге.