Виктория күле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Күл
Виктория
ингл. Lake Victoria, Victoria Nyanza
Victoriasee.jpg
Морфометрия
Абсолют бейеклеге1134[1] м
Үлсәме320[1] × <275[1] км
Майҙаны68 000[1] км²
Күләме2760[2] км³
Яр һыҙатыкүберәк 7000[1] км
Иң тәрән урыны80[1] м
Уртаса тәрәнләк40[3] м
Гидрология
Минераллығыпресное[1] 
Тоҙлолоғо0 ‰
Урынлашауы
1° ю. ш. 33° в. д.HGЯO
Илдәр
Африка
Точка
Виктория
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Виктория күле һәм Оло рифт үҙәне

Викто́рия (Виктория-Ньянза, Укереве) — Көнсығыш Африкалағы Танзания, Кения һәм Уганда биләмәләрендә ятҡан күл[4].

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урындағы халыҡ күлде Ньянза (собственно 'күл') тип атап йөрөтә. ж. Спик уға Виктория ханбикәһенең(королева) исемен биргән. 1920 йылғаса ул тик Виктория-Ньянза (Виктория-Ньянца) тип йөрөтөлшән. Хәҙерге ваҡытта күл өс суверенлы дәүләттең биләмәһендә ята. Шуға ла һәр илдә халыҡ этнонимынан барлыҡҡа килгән атамалары байтаҡ. 1960 йылдарҙа был дәүләттәр уртаҡ исем бирергә кәңәшләшә. Өс илдә лә берҙәй ҡулланылған Ухуру (Uhuru), — 'азатлыҡ', 'бәйһеҙлек'; Ширикишо (Shirikisho) — 'берләшмә', 'берекмә'; Умоджа (Umoja) — 'берҙәмлек' тигән атамалар тәҡдим ителә. Әммә ҡарар ҡабул ителмәй[5][6].

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл Көнсығыш-Африка яҫылығының төньяҡ өлөшөндә һөҙәк тектоник бөгөмдө биләй, төньяҡтан лавалы ағымы менән быуылған. Конго сөңгөлөнә элекке аҡманы боҙоусы Көнсығыш -Африка сатналған зоналары үҙәге тармағында Альберт һәм Эдуард күл сөңгөлдәре хасил булыуы менән күл антропоген осоро уртаһында барлыҡҡа килә. Аҡманың яңы системаһы көнсығышҡа, яҫылыҡта бөгөмгә ҡарай борола, унда ҙур һыу ятҡылығы барлыҡҡа килә, майҙаны плювиаль дәүерҙәрҙә бигерәк тә ҙур була. Боронғо күл көнбайышҡа, Альберт күленә аҡма ала, һәм артабан Виктория-Нил йылғаһы аша Мерчисон шарлауығы барлыҡҡа килгән ерҙә Нил системаһына аға. Виктория күле һәм төньяҡтараҡ ятҡан Кьога күле — боронғо һыу ятҡылыҡтары реликттары[3].

Европалыларҙың күлде асыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1858 йылдың 30 июлендә инглиз сәйәхәтсеһе һәм тикшеренеүсеһе Джон Хеннинг Спик европалыларға Ньянза күлен аса һәм уны королева Виктория хөрмәтенә атай. Уның сәйәхәтенән яҙмалар ҡала, унда урындағы халыҡтан алған мәғлүмәттәр буйынса күл Нил йылғаһының башы тигән фараз ҡуя[7]. Лондонға ҡайтҡас, Король географик йәмғиәтендә Нил йылғаһының башын асыуы тураһында иғлан итә. 1860 йылда Спик Виктория күленә тағы ла бер экспедицияны етәкләй, уның барышында күлгә ҡойған Кагера йылғаһын, шулай уҡ күлдән ағып сыҡҡан Виктория-Нил йылғаһын аса, ул Күк Нил менән ҡушылып, Нил йылғаһын барлыҡҡа килтерә. Виктория-Нил йылғаһы буйлап аҫҡа төшөп, артабан ҡоро ерҙән шул уҡ ерҙе үтеп, ул Нил йылғаһының башын тапҡанын иҫбат итә[8]. Шуға ҡарамаҫтан, Европала «New York Herald Tribune» гәзите корреспонденты һәм билдәле сәйәхәтсе Генри Стэнли экспедицияһы ҡайтҡанға тиклем бәхәстәр дауам итә. Ул Африкаға өс экспедиция ойоштора, береһендә ул Виктория күленә юллана һәм Спиктың фекерен раҫлай[9].

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктория күленең климаты йылына ике ямғырҙар миҙгеле менән экваториаль-тропик климат. Ғинуарҙа уртаса температура 22 °С, ә июлдә уртаса температура +20 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөмдәр һаны 1500-1600 мм тәшкил итә. Беренсе ямғыр миҙгеле март айынан май айына тиклем, ә икенсеһе октябрь айынан декабрь айына тиклем дауам итә. Утрау яры буйындағы һәм утрауҙарҙағы яуым-төшөм күләмен үлсәүҙәр күрһәтеүенсә, яуым-төшөм яр буйҙарына ҡарағанда күл уртаһына яҡынса 30 процентҡа күберәк төшә. Күлдең үҙенсәлекле һыҙаты булып тропик дауылдар ваҡытындағы ғәрәсәтле елдәр менән бәйле көслө штормдар тора. Планеталағы дөйөм климат үҙгәреүҙәре, шулай уҡ Африкалағы урмандарҙы көсөргәнешле ҡырҡыу арҡаһында яуым-төшөм күләме һәм йышлығы кәмей. Һуңғы йылдарҙа Кения, Эфиопия, Сомали, Эритрей һәм Джибутила ҡойма ямғырҙар бик һирәк күренеш булып тора. Был йылғаларҙың кимәлен һәм күлдәрҙең, шул иҫәптән Викторияның да, майҙанын кәметә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса көслө ҡоролоҡтар менән бәйле был илдәрҙә һыуҙың бик сикләнгән миҡдары ҡала. Ямғырҙар булмау сәбәпле көтөүлектәр ҙә күпкә кәмей, был йорт хайуандарына кире йоғонто яһай. Былар бөтәһе был ҡитғала йәшәгән 110 миллионға яҡын кешенең ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя[10].

1956-1978 йылдар өсөн уртаса яуым-төшөм миллиметрҙарҙа [11]

Ҡала Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь Бөтәһе бер йылға
Джинджа 64 85 141 195 140 69 70 83 100 141 161 87 1336
Энтеббе 88 101 179 260 235 121 69 79 72 126 179 111 1620
Калангала (ҡала) 135 137 239 340 322 162 96 94 114 159 210 208 2216
Букоба 150 180 254 398 316 89 51 66 102 153 195 193 2147
Кагондо 119 152 219 362 234 47 26 40 94 115 201 161 1770
Мванза 102 114 156 177 71 16 15 21 25 99 158 146 1100
Мусома 59 84 123 182 101 24 21 22 31 53 117 78 895
Кисуму 71 98 155 234 175 79 63 90 84 87 139 102 1377

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярҙары ныҡ йырғыланған, тәпәш һәм яҫы, йыш ҡына һаҙлыҡлы; көньяҡ-көнбайыштан текә һәм бейек. Яр һыҙығының оҙонлоғо 7000 км ашыу. Эре ҡултыҡтары — Кавирондо, Спик, Смит-Саунд. Дөйөм майҙаны яҡынса 6 мең км² булған утрауҙар күп (~10 % күл майҙанынан, эреләре — Укерев һәм Сесе утрауҙары)[6].

Күл саванна менән уратып алынған, төньяҡ-көнбайышта ярҙарына дымлы япраҡ ҡойоусы- мәңге йәшел экваториаль урман терәлеп тора (башлыса икенсел). Күл күбеһенсә атмосфера яуым-төшөм иҫәбенә һәм күп һанлы йылға һыуҙары менән туҡлана, улар араһында Кагера йылғаһы — Нил йылғаһы инеше лә бар. Йылғаларҙан уртаса йыллыҡ керем 114 км³ тәшкил итә (йылғалараҙан16 км³, атмосфера яуым-төшөмдәренән 98 км³) Аҡма (21 км³) Виктория- Нил йылғаһы буйлап башҡарыла һәм Оуэн-Фолс гидроэлектростанцияһы менән көйләнә. Күлдәрҙә һыу кимәленең уртаса йыллыҡ тирбәлеш амплитудаһы 0,3 м. (45 йыл эсендәге күҙәтеүҙәр буйынса йыллыҡ максималь күләме 1,74 м). Тропик йәшенле ямғырҙар ваҡытында дауыллы елдәр барлыҡҡа килтергән көслө штормдар хас[3].

Көнсығыш яры эргәһендә — алмаз һәм алтын сығарыла. Күл менән Һинд океаны яр буйын Кисуму — Момбаса һәм Мванза — Таборы — Дар-әс-Сәләм тимер юлы тоташтыра[3].

Күлдең төньяҡ яр буйын экватор киҫеп үтә. Күл иң юғары 80 метр тәрәнлеге менән иң тәрән күлдәргә ҡарай.

Африка тарлауыҡтары системаһы сиктәрендә ятҡан Танганьики һәм Ньясы кеүек тәрән һыулы күршеләренән айырмалы рәүештә, Виктория күле Ҙур тарлауыҡтың көнсығыш һәм көнбайыш яҡтарындағы бәләкәй сөңгөлдө тултыра. Күл һыуҙың күләмен ҡушылдыҡтарына ҡарағанда ямғырҙарҙан күп ала.

Күл тирә-яғында 30 миллионлап кеше йәшәй. Күлдең көнбайыш һәм көньяҡ ярҙарында европалылар килгәнгә тиклем күпкә алда кофе үҫтерә белгән хайя халҡы йәшәй.

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктория күлендә балыҡтың 200-ҙән ашыу төрө иҫәпләнә, уларҙан башлыса промысла балығы булып тиляпия һәм нил алабуғаһы тора.

Күлдең һыуында крокодилдар бик күп, шулай уҡ бында сөсө һыуҙа йәшәй торған боронғо вәкилдәр —айғолаҡтары менән дә, үпкәләре менән дә һулыш алыусы протоптерҙар бар. Был уникаль балыҡ ябай балыҡтар һәм ер өҫтө хайуандары араһында бәйләүсе звено булып тора.

Яр буйҙарында һәм утрауҙарҙа цеце себене йәшәй[3].

Рубондо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл биләмәһендә ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар бар. Рубондо — Island Rubondo (450 км²) утрауының Милли паркында тирә -яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында машинала йөрөргә ярамай, был йәйәүләп йөрөү ваҡытында хайуандарҙы яҡындан күрергә мөмкинлек бирә.

Утрауҙа эре йыртҡыс йәнлектәр юҡ, Рубондоның хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы бик бай һәм күп төрлө. Ҡуйы урман, саванна, һирәк урман һәм һаҙлыҡтарҙың ярашып килеүе ҡайһы бер уникаль булған күп төрлө хауандарҙың үҙенә ылыҡтырып торған йәшәү шарттарын булдыра. Мәҫәлән, ситатунга (һаҙлыҡтарҙа йәшәй торған антилопа) Танзанияла тик Рубондо утрауында ғына осрай. Ситатунганың тояҡтары ныҡ һуҙылған (10 см) һәм киң айырылған. Бынан тыш, бында фил, мөгөҙморон, жираф, ҡылыс мөгөҙлө антилопалар, бегемот, крокодил, шимпанзе, йәшел мартышка, дикобраз, мангуста, бәләкәй антилопаны йота алырлыҡ питондар, мамба, кобра, ҡара йылан, күп һанлы күбәләктәр һәм ҡоштар: кәлмәргән, бөркөт, голиаф-селдәр, ибис һәм король боҙ тишкестәре йәшәй.

Экологик хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл кимәле бейеклегенең тирбәлеүе
Human density Lake Victoria.png

Күлдең экологик хәле урындағы халыҡ һанының йылдам артыуы, бөтә яр буйы урмандарын ҡырҡыу, сит илгә балыҡ сығарыу индустрияһының ныҡ үҫеүе, экзотик үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың килеп сығыуы һәм үҫтерелеүе, урындағы балыҡтың 50 процентынан ашыуының юҡҡа сығыуы (элек сыбар алабуғаның ғына 400 самаһы төрө иҫәпләнгән), ылымыҡтарҙың гипертрофиялы үҫеүе, предприятиеларҙың таҙартылмаған ағып төшөп йыйылған һыуҙары һәм яр буйы ауылдарының канализация һыуҙары арҡаһында етди ҡурҡыныс аҫтында тора.

Күл балығын арттырыу маҡсатында күл һыуҙарына нил алабуғаһы ебәрелә, был урындағы балыҡтарҙың күп төрөнөң юҡҡа сығыуына килтерә. Килтерелгән зыян сикһеҙ ҙур. Традицион община йәшәү рәүеше үҙенең натураль хужалығы менән күлдә тарҡалған һәм әкренләп юҡҡа сыға.

Эвтрофикация һәм йыйылған һыуҙарҙың ағып төшөүенең артыуынан тыш күлдең интенсив ҡороуына һыу лилиәләре лә булышлыҡ итә. Был сөсө һыуҙа үҫә торған сыҙамлы һәм шәп үрсеүе менән айырылған үҫемлек XX быуатта Африкаға йәмләндереү сифатында индерелә. Шул ваҡыттан алып улар йылдам тарала. 1990 йылдар аҙағында һыу лилиәләре Виктория күле балыҡтарының ҡырҡа кәмеүенә килтерә, сөнки лилиәләр һыуҙан кислородтың ныҡ ҙур күләмен йота. Бынан тыш уның мыйыҡсалары һәм япраҡтары күлдән һыуҙың ағып килеүенә һәм ағып китеүенә ҡамасау яһай, балыҡ тотоуҙы һәм судоходствоны ҡатмарлаштыра. OSIENALA һыу лилиәләренең таралыуын күҙәтә һәм уларҙың һанын арттырмау өсөн саралар күрә.

Виктория күлендә һыу кимәленең кәмеүе менән бәйле, 2006 йылдың башында, «Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен кәметеү буйынса ойошмалар» (ингл. Strategy Disaster Reduction UN'for ' s International) вәкиле, Уганда гидроэлектростанцияһы күл һыуын 50 йыл элек төҙөлгән халыҡ-ара килешеүҙә ҡаралған тейешле кимәлдән күберәк ҡуллана, тип хәбәр итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ҡалып:Книга:ГЭСГН
  2. Holtzman J., Lehman J. T. Role of apatite weathering in the eutrophication of Lake Victoria //Environmental Change and Response in East African Lakes. — Springer Netherlands, 1998. — С. 89-98. Дата обращения: 3 октябрь 2017. Архивировано 30 ғинуар 2018 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Виктория (озеро в Африке) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. Виктория // Большой энциклопедический словарь.
  5. Поспелов Е. М. Виктория // Географические названия мира: Топонимический словарь. — М.: АСТ, 2001.
  6. 6,0 6,1 Виктория / Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. — Словарь современных географических названий. Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  7. BgВести.com — В этот день было открыто озеро Виктория в Африке 2011 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
  8. BBC, Historic Figures — John Hanning Speke (1827—1864)
  9. Генри Стэнли 1841-1904- Секция География 2014 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
  10. ZooPrice — Озеро Виктория: загадки и проблемы 2013 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
  11. J. V. Sutcliffe & Y. P. Parks. The Hydrology of the Nile/ IAHS Special Publication no. 5, 1999/Chapter 3 — The Lake Victoria Basin 2014 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]