Вилюйск
Город | |||||
Вилюйск | |||||
---|---|---|---|---|---|
саха Бүлүү | |||||
![]() | |||||
|
|||||
63°45′ с. ш. 121°37′ в. д.HGЯO | |||||
Ил |
![]() |
||||
Федерация субъекты | Яҡутстан | ||||
Муниципаль район | Вилюй улусы | ||||
Ҡала башлығы | Афанасьев Нюргустан Владимирович | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Нигеҙләнгән | 1634 йыл | ||||
Элекке исеме |
1821 йылға тиклем — Оленск |
||||
Майҙаны | 15 км² | ||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 110 м | ||||
Халҡы | |||||
Халҡы | |||||
Милли составы | яҡуттар, рустар, эвенктар | ||||
Һанлы идентификаторҙар | |||||
Телефон коды | +7 411-32 | ||||
Почта индексы | 678200 | ||||
Код ОКАТО | 98 218 501 000 | ||||
Код ОКТМО | 98 618 101 001 | ||||
|
|||||
vilusk.sakha.gov.ru | |||||
|
|||||
![]() |
Вилю́йск (саха Бүлүү) — Рәсәй Федерацияһындағы ҡала (1793 йылдан алып), Саха Республикаһы Вилюй улусының административ үҙәге. Вилюйск ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә. Төньяҡ-көнсығыш Азия һәм Алыҫ Көнсығыштың боронғо ҡалаларының береһе булып һанала; 1634 йылда тәүге үткенсе рус казактары нигеҙ һала.
Географияһы
Якутскиҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 592 км алыҫлыҡта, Вилюй йылғаһының (Лена ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан.
Тарихи
Оленск[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
19-сы быуатта XVIII — XIX быуаттарҙа булған Оленск ҡалаһы Төньяҡ Боҙло океан буйында Оленёк йылғаһы тамағында урынлашҡан, йәғни Вилюйскиҙан 1000 км алыҫлыҡта булған, тип һаналған. Атап әйткәндә, 1792 йылғы Иркутск наместниклығы картаһында ҡала Оленёк йылғаһы тамағында күрһәтелгән. Әммә Оленск ҡалаһы командаһы сержантының 1794 йылғы «поход журналына» ярашлы, был ҡала Вилюй йылғаһында булған[2].
Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890-1907) былай тип хәбәр итә: «Оленск тип бер ни тиклем ваҡыт Вилюйск ҡалаһы йөрөтөлә»[3]. Калашников («Яҡутстан: хроника, факттар, ваҡиғалар», 2000), Лена йылғаһы һәм Оленск ҡалаһының һаҡланып ҡалған карталарына нигеҙләнеп, Оленск һәм Вилюйск - бер үк ҡала, ти[4].
Вилюйск[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вилюйск ҡалаһына 1634 йылдың яҙында Якутск бастругынан Вилюй йылғаһы буйлап яһаҡ йыйыу өсөн килгән Посник Иванов (Посник Губарь Иванов) етәкселегендәге йәнәсәй казактары нигеҙ һала. Вилюйск ҡалаһы буласаҡ ауылдың тәүге исеме — Үрге Вилюй ҡышлау, ул Вилюй йылғаһы буйындағы тәүге рус ауылы, яһаҡ йыйыу пункты һәм урыҫ казактарының Вилюй йылғаһы бассейнын үҙләштереү форпосы була.
1794 йылғы Лена йылғаһы планында Вилюй йылғаһында Оленск торама пункты күрһәтелгән дә инде.
1822 йылда Вилюйск Яҡут өлкәһендә иң ҙуры Вилюй округының административ үҙәгенә әүерелә. Ә 1930 йылда Вилюй районының административ үҙәге тип билдәләнә.
Халҡы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 913 урында[5] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[6]).
Климаты
Вилюйск Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтенең иң төньяғында урынлашҡан. Климаты - киҫкен континенталь. Ғөмүмән, ҡыш ныҡ һалҡын; йәй ҡыҫҡа, ләкин ярайһы йылы. Иң түбән температура 1927 йылда билдәләнгән.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | −0,4 | −2 | 10,1 | 18,6 | 30,3 | 36,1 | 37,4 | 36,0 | 27,7 | 18,0 | 3,7 | −2,1 | 37,4 |
Уртаса максимум, °C | −32,2 | −25,4 | −11,7 | 0,8 | 11,4 | 21,5 | 24,8 | 20,4 | 10,3 | −3,8 | −22 | −31 | −3,1 |
Уртаса температура, °C | −35,8 | −30,4 | −18,9 | −5,6 | 5,8 | 15,4 | 18,7 | 14,4 | 5,5 | −7,5 | −25,8 | −34,5 | −8,2 |
Уртаса минимум, °C | −39,3 | −35 | −25,7 | −12,4 | 0,0 | 9,2 | 12,7 | 8,6 | 1,2 | −11,2 | −29,5 | −38 | −13,3 |
Абсолют минимум, °C | −60,9 | −58 | −50 | −40,2 | −23 | −5,3 | 0,0 | −6,3 | −15,4 | −39,8 | −52,7 | −57,9 | −60,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 11 | 9 | 9 | 12 | 24 | 39 | 50 | 38 | 35 | 25 | 20 | 13 | 285 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Мәғәриф
Ҡалала 12 балалар баҡсаһы, 3 башланғыс мәктәп, 3 урта мәктәп, бер гимназия, сәнғәт һәм музыка мәктәптәре, Вилюй техникум һәм Вилюй педагогия колледжы бар.
Экономика
Ҡалала түбәндәге сәнәғәт предприятиелары эшләй:
- урман пункты;
- төҙөлөш предприятиелары;
- бетон заводы;
- арболит һәм тимер-бетон изделиелары етештереү цехы.
- Һөт заводы.
Улуста тәбиғи газ сығарыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Башарин Г. П. История аграрных отношений в Якутии: Аграрные отношения с древних времен до 1770-х годов. — Арт-Флекс, 2003. — С. 49.
- ↑ Оленск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Калашников А. А. Якутия: хроника, факты, события, Часть 1. — Бичик, 2000. — С. 18.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
Әҙәбиәт
- Московский журнал — 2014. — № 7. 2014 йылдың 21 август көнөндә архивланған. — ISSN 0868-7110
- Поспелов Е. М. Географические названия России. Топонимический словарь. — М.: Астрель, АСТ, 2008. — 523 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.
Һылтанмалар
- Официальный сайт администрации города Вилюйск 2012 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- Вилюйск в энциклопедии «Мой город»
- История герба Вилюйска
- Лист топографической карты P-51-004-C,D (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- Вилюйск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Список памятников культурного наследия Вилюйска в Викигиде