Аржаков Степан Максимович

Степан Максимович Аржаков (1899 йылдың 10 ноябре, Вилюйск, Якутск өлкәһе[d]1942 йылдың 17 майы, Певек[d], Хабаровск крайы) — совет дәүләт, сәйәси һәм хужалыҡ эшмәкәре. Яҡутстанда Совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнашыусы, автономиялы Яҡутстанға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Яҡут АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе (1937—1938).

Биографияһы

1899 йылдың 10 ноябрендә Вилюйск ҡалаһында тыуған. Милләте — яҡут.

1907 йылда сиркәү мәхәллә (казак) мәктәбенә уҡырға инә, һуңынан Вилюйск юғары башланғыс мәктәпте тамамлай (1915). 1915—1918 йылдарҙа Яҡут уҡытыусылар семинарияһында уҡый, унда буласаҡ арҡаҙаштары П. А. Ойунский, М. К. Аммосов, И. Н. Барахов, С. В. Васильев, М. В. Мегежекский һәм башҡалар менән дуҫлаша[1]. Семинарияла һөргөндәге революционерҙар Е. М. Ярославский, Г. К. Орджоникидзе, Г. И. Петровский менән таныша һәм рөхсәт ителмәгән түңәрәккә алына[2].

1917 йылдың февралендә РСДРП-ның Яҡутстан берләшкән ойошмаһы, уның революцион фракцияһы ағзаһы була. М. К. Аммосов һәм П. А. Ойунский менән бергә "Ҡара эшселәр берлеге" — яҡут ярлыларының беренсе профессиональ берләшмәһен ойоштора[2][3].

Шул уҡ йылдың март-авгусында Вилюйскиға бара һәм унда ла шундай уҡ ойошма төҙөй. 1918 йылдың апрелендә земство һәм аҡ гвардиясыларға ҡаршы көрәш өсөн беренсе Эшсе депутаттар советы ойоштора. Майҙа өйәҙ комиссары мандатын ала һәм округта совет власын урынлаштыра башлай[2]. 1918 йылдың 7 июлендә ҡала халыҡ йыйылышын йыя һәм управаны таратыу, Совет власын урынлаштырыу тураһында иғлан итә[3].

Яҡутстанда совет власы ҡолағас, 1918 йылдың авгусында бер төркөм иптәше менән Олёкминск яғына ҡаса, әммә ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Колчак ҡолатылғанға тиклем 1 йыл да 4 ай Вилюйск, Амга һәм Олёкма төрмәләрендә тотола.

1918 йылдың 9 июненән 1919 йылдың 31 декабренә тиклем Вилюйск өйәҙендә совет власын ойоштороу буйынса уполномоченный вазифаһын биләй. 1919 йылдың мартынан июнгә тиклем Якутскиҙа Губерна тәфтиш комиссияһы рәйесе булып эшләй, ә авгусҡа тиклем Губпродкомдың Бодайбинск приискылары эшселәрен тәьмин итеү буйынса Вилюйск өйәҙе уполномоченныйы була[2].

1920—1921 йылдарҙа Мәскәүгә Я. М. Свердлов исемендәге коммунистик университетҡа алты айлыҡ курстарға уҡырға ебәрелә. Бер үк ваҡытта Милләттәр буйынса халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Яҡут бүлеген ойоштора һәм уға етәкселек итә, Яҡут автономиялы республикаһын ойоштороуға әҙерлек алып бара[2][4]. 1921 йылдың 24 апрелендә автономия проектын әҙерләү бурысын ала, ә 16 майҙа Нарокомнац коллегияһында доклад менән сығыш яһай[2].

1921—1922 йылдарҙа, Якутскиға ҡайтып, Губревкомдың совет идаралығында бүлек мөдире булып эшләй, көнсығыш улустарҙа Губревкомдың һәм партия губкомының ғәҙәттән тыш уполномоченныйы, Губчеканың уполномоченныйы, Губчека һәм йыйылма отряд ҡарамағындағы махсус отряд начальнигы, Амгала хәрби штаб ағзаһы була[2]. Амганы обороналауҙа ҡатнаша, көмөш сәғәт менән бүләкләнә[2][3].

1922—1924 йылдарҙа — ЯАССР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссары һәм ОГПУ-ның өлкә бүлексәһе начальнигы. 1924 йылдың июненән декабренә тиклем — ЯАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе, һуңынан 1926 йылдың февраленәсә — эске сауҙа халыҡ комиссары һәм бер үк ваҡытта ваҡытлыса ВКП(б)-ның Яҡутстан өлкә комитеты секретары вазифаһын башҡара[2].

1926—1930 йылдарҙа А. И. Рыков исемендәге Мәскәү сәнәғәт-иҡтисад институтында уҡый. 1930—1932 йылдарҙа — ЯАССР-ҙың тәьминәт халыҡ комиссары, 1932—1937 йылдарҙа — ЯАССР-ҙың ер эшкәртеү халыҡ комиссары[2][3]. 1937—1938 йылдарҙа — ЯАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе[2]. 1938 йылда ваҡытлыса Якутск ҡала торлаҡ идаралығы начальнигы булып эшләй[2].

Эшмәкәрлеге

Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатының Яҡут бүлегендә (1921) эшләгәндә Яҡут автономиялы республикаһын ойоштороу проектын әҙерләй һәм уның хупланыуына өлгәшә, һөҙөмтәлә 1922 йылдың 27 апрелендә ЯАССР ойошторолоуы тураһында декретҡа ҡул ҡуйыла[2][4]. «Яҡут АССР-ы хеҙмәтсәндәренең хоҡуҡтары һәм бурыстары декларацияһы» авторы[3].

Эске сауҙа наркомы булараҡ (1924—1926), республиканың сауҙа әйләнешен 8 миллион һумдан 28 миллион һумға тиклем арттыра. С. В. Васильев менән берлектә Алдандың алтын приискыларын Алыҫ Көнсығыш крайына ҡушырға тырышыуҙан һаҡлап алып ҡала. Тәьминәт нарокмы вазифаһында беренсе тапҡыр дәүләт кимәлендә Яҡутстанға Төньяҡ диңгеҙ юлы һалыу һәм тимер юлы төҙөү мәсьәләһен күтәреп сыға.

Республиканың игенселек халыҡ комиссары вазифаһында (1932—1937), тармаҡты машиналаштырыуҙы үткәрә, сәсеүлектәрҙе өстән бер өлөшкә арттыра, колхоз тауар фермалары, миҙгел балалар баҡсалары һәм яслиҙары булдыра (1935 йылда уларҙың һаны 326-ға етә). Яҡутстанда беренсе ипподром төҙөлөшө инициаторы була (1936), унда ауыл хужалығы күргәҙмәләре һәм ат сабыштары үтә. Кесе авиация булдырыуға ярҙам итә: Амгала, Борогонцыла, Намцыла, Покровскиҙа, Усть-Маяла һәм Чурапчала авиамайҙансыҡ барлыҡҡа килә. Нефть разведкаһы һәм милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу тураһында ҡарарҙар сығара. «Кыым» гәзитенә нигеҙ һала (1923 йылдан сыға)[4].

Ҡулға алыныуы, тәфтиш ваҡыты, вафат булыуы

1939 йылдың 5 февралендә ҡулға алына. 1940 йылдың апрель-майында «егерме биш процесы» буйынса үтә, уға РСФСР Енәйәт кодексының 58-2 һәм 58-11 статьялары буйынса «баш күтәреүселәрҙең контрреволюцион ойошмаһында ҡатнашыу» тигән ғәйеп тағыла.

1940 йылдың майында 16 кешенән торған төркөмдә атып үлтереүгә хөкөм ителә, әммә енәйәт эше ҡабаттан тикшереүгә тапшырыла. 1941 йылдың майында һигеҙ йылға Чукоткалағы Певек ҡасабаһының Валькумей руднигындағы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ебәрелә[5][6].

undefined

Колымаға килгәс, урындағы органдар уның эшен ҡабаттан ҡарай. 1942 йылдың ғинуарында уны ҡабаттан НКВД-ның Чаун район бүлегенең тәфтиш изоляторына ябалар һәм 1942 йылдың 5 мартында Дальстрой буйынса НКВД ғәскәрҙәренең Хәрби трибуналы (тройкаһы) тарафынан атып үлтереүгә хөкөм ителә. 1942 йылдың 17 майында был ҡарар үтәлә[5]. Ерләү урыны — Певек районындағы тотҡондар зыяратының билдәһеҙ ҡәбере.

1956 йылдың 31 мартында (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — 1964 йылдың 14 апреле) Яҡут АССР-ы Юғары суды Президиумы Степан Максимович Аржаковты, ғәйебе булмағанлыҡтан, үлгәндән һуң аҡлай[5].

undefined

Ғаиләһе

  • Ағаһы — Яков Максимович Аржаков (1907—1987), Мәскәүҙә белем ала, юғары педагогик физик культура белеме алған беренсе яҡут, Якутск мәктәптәрендә һәм пединституттарында эшләй;
  • Ҡатыны — Варвара Ивановна (ҡыҙ фамилияһы — Бубякина; 1900—1990);
  • Балалары:
    • өлкән ҡыҙҙары — Клара Аржакова, Яҡут АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
    • кесе ҡыҙҙары — Аида Аржакова, табип-инфекционист, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы;
    • улдары — Галилей Аржаков (1931). Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының 3-сө курсында уҡығанында «халыҡ дошманы улы» тип ҡулға алына һәм һөргөнгә оҙатыла. 1953 йылда аҡлана. Мәскәү политехник университетын тамамлай. Новосибирск ауыр станоктар һәм гидропрестар заводы генераль директоры урынбаҫары булып эшләй.

Хәтер

• Саха (Яҡут) Республикаһының ауыл хужалығы өлкәһендәге дәүләт премияһы С. М. Аржаков исемен йөрөтә[3];
• Степан Аржаковҡа үлгәндән һуң Вилюй улусының почётлы гражданы исеме бирелә[7];
• 1958 йылда Мәскәү суднолар эшләү һәм суднолар ремонтлау заводы сығарған һәм күп йылдар республиканың Яҡутск—Түбәнге Бестях һәм Якутск—Жиганск линияларында йөрөгән пассажир судноһы С. М. Аржаков хөрмәтенә атала;
• Степан Аржаков исемен Яҡутск һәм Вилюйск ҡалалары, Вилюй улусының Чинекя ауылы урамдары йөрөтә, шунда уҡ уға һәйкәл дә ҡуйылған;
• 2019 йылда Якутскиҙа С. М. Аржаков исемендәге скверҙа уға һәйкәл ҡуйыла (скульптора авторы — А. А. Романов)[8];
• 2024 йыл Вилюйск улусында С. М. Аржаков йылы тип иғлан ителгән.

Иҫкәрмәләр

  1. В Якутске почтили память основателя государственности Якутии Степана Аржакова. ysia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Степан Аржаков. nikolaevcentre.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026.
  3. 1 2 3 4 5 6 Трагическая судьба одного из первых руководителей ЯАССР. 1sn.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026.
  4. 1 2 3 Степан Аржаков честно работал на дело социализма. yakutia-daily.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026.
  5. 1 2 3 С. М. Аржаков: хроника жизни и деятельности // Степан Максимович Аржаков (1899—1942): фотографии, документы. librvil.ru. Национальный архив Республики Саха (Якутия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026.
  6. Айтал Павлов. 125-летие С. М. Аржакова. Забота Арчы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2026.
  7. Почётные граждане Вилюйского улуса. Официальный информационный портал Республики Саха (Якутия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026. Архивировано 9 апрель 2014 года.
  8. Общественность республики широко отметила 125-летие Степана Аржакова. олохсуола.рф (12 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026.

Әҙәбиәт