Барахов Исидор Никифорович

Исидор Никифорович Барахов (1898 йылдың 31 ғинуары [12 феврале] , Харбалах наслегы[d], Якутск өлкәһе[d]1938 йылдың 15 сентябре, Коммунарка атыу полигоны) — совет партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР составындағы Яҡут АССР-ын ойоштороуҙы башлаусыларҙың береһе. ЯАССР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе (1922—1924), ВКП(б)-ның Яҡутстан Өлкә комитетының беренсе секретары (1926—1928) Сәйәси золом ҡорбаны[1][2].

Биографияһы

1898 йылдың 12 февралендә Рәсәй империяһының Яҡут өлкәһе Үрге Вилюй улусының Харбалах наслегында хәлле малсы-крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].

1914 йылда Үрге Вилюй ауылында башланғыс мәктәп тамамлай. Артабан Яҡутск ҡалаһында уҡытыусылар семинарияһында уҡый, бында Е. М. Ярославский менән таныша, уның революцион түңәрәгендә шөғөлләнә[3].

1917 йылдың сентябренән РСДРП (б) ағзаһы[4]. 1920 йылдан РКП (б)-ның Яҡутск губерна, Вилюй өйәҙ бюроһы секретары[5].

1921 йылдың мартында Яҡутстандың тауыш биреү хоҡуғына эйә булған берҙән-бер вәкиле сифатында компартияның X съезында ҡатнаша (икенсе делегат Платон Ойунский кәңәшсе хоҡуғына ғына эйә була)[3].

1922—1924 йылдарҙа Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе[5].

1924 йылдың сентябренән Мәскәүҙәге Коммунистик академия ҡарамағындағы марксизм курсы тыңлаусыһы[3][6].

1926—1928 йылдарҙа ВКП (б)-ның Яҡутстан өлкә комитетының беренсе секретары[5]. 1926 йылда Баҡыла үткән беренсе Бөтә Союз төркиәт съезында Яҡут АССР-ы делегацияһын етәкләй.

1928—1933 йылдарҙа Ҡыҙыл профессура институтында уҡый. Уны тамамлағандан һуң ВКП (б) Үҙәк Комитеты аппаратында эшләй, ауыл хужалығы бүлегенең Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш секторында мөдир урынбаҫары, һуңынан мөдире була[3].

Яҡутстан иҡтисады буйынса фәнни эштәр авторы. Партияның X, XII, XV съездары делегаты, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы итеп һайлана[7].

1938 йылда ялған ғәйепләү буйынса репрессиялана һәм шул уҡ йылдың 15 сентябрендә Мәскәү өлкәһендәге Коммунарка полигонында атып үлтерелә. 1956 йылдың 31 октябрендә аҡлана[1][2][5].

Фәнни хеҙмәттәре

«Яҡуттарҙың автономияһы тураһындағы мәсьәләгә», «Сәнәғәт, юлдар һәм яҡут республикаһының киләсәге», «Яҡутстанда халыҡ мәғарифы эшенең торошо», «Яҡут бюджеты» (Борогон улусы хужалығын тикшереү мәғлүмәттәре буйынса), «Яҡут алфавиты тураһындағы мәсьәләгә» һәм башҡа хеҙмәттәр баҫтыра[4].

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Александра Андреевна Черепанова (1901), сығышы менән Екатеринбургтан;
  • Үгәй улы — Ким Черепанов, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була;
  • Улы — Ярослав Исидорович Барахов (1929)[3];
  • Ейән-ейәнсәрҙәре:
    • Людмила Ярославовна Барахова — математик, программист;
    • Андрей Ярославович Барахов — ғилми хеҙмәткәр, Курчатов институтында радиация хәүефһеҙлеге буйынса белгес;
      • Бүләһе — Ярослав Андреевич Барахов.

Хәтер

• И. Н. Барахов исеме Үрге Вилюй 1-се урта мәктәбенә, Якутск, Үрге Вилюй һәм башҡа тораҡ пункттары урамдарына бирелгән.
• СССР Суднолар эшләү министрлығының «Ока» суднолар эшләү заводында «Совет Якутстаны» проекты буйынса эшләнгән яңы судно 1974 йылдың 31 октябрендә Исидор Барахов исеме менән атала.
• 2014 йылдың февралендә "Лена берләшкән йылға пароходсылығы"ның 1976 йылда һыуға төшөрөлгән «Ленанефть-2004» нефть ташыусы танкеры Исидор Барахов исеменә үҙгәртелә[8][9].
• 2014 йылдың 27 апрелендә Якутскиҙа И. Бараховҡа һәйкәл асыла[10].
• 2015 йылда иҡтисад, финанстар һәм инвестиция сәйәсәте өлкәһендә Исидор Барахов исемендәге Яҡут (Саха) Республикаһының дәүләт премияһы булдырыла[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Барахов Исидор Никифорович. nlrs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
  2. 1 2 3 Исидор Никифорович Барахов. amgabiblioteka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
  3. 1 2 3 4 5 6 К 100-летию ЯАССР: видные государственные деятели Якутии XX—XXI вв. Барахов Исидор Никифорович. new.nlrs.ru. Национальная библиотека Республики Саха (Якутия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
  4. 1 2 Исидор Никифорович Барахов. nikolaevcentre.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
  5. 1 2 3 4 Барахов Исидор Никифорович, Председатель СНК ЯАССР. old.sakha.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
  6. 125 лет назад родился Исидор Барахов. sakhaparliament.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
  7. Делегат трех партийных съездов. Д. Пухов. Газета «Якутия» 2008 г. 13 февраля, № 27.
  8. Танкер «Ленанефть-2004» Ленского пароходства получил новое имя. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026. Архивировано 20 март 2014 года.
  9. «Исидор Барахов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026. Архивировано 23 март 2014 года.
  10. В Якутске поставили памятник государственному деятелю Исидору Барахову. ysia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026. 2015 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған.

Һылтанмалар