Високе-Татри
Високе-Татри[2] (словак. Vysoké Tatry) — Словакияның төньяғында урынлашҡан ҡала. Популяр тау саңғыһы курорты.
Халҡы — яҡынса 4 мең кеше. Високе-Татри ҡалаһы Словакия ҡалалары араһында майҙаны буйынса иң ҙуры.
Ҡалала 1935 һәм 1970 йылдарҙа саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионаты үтә.
Тарихы
Високе-Татри 1947 йылда бер нисә ҡаласыҡты берләштереү юлы менән барлыҡҡа килә.
Хәҙерге ваҡытта Високе-Татри өс өлөштән тора (кадастр райондары), улар үҙ эсенә 15 тораҡ пунктты ала:
- Штрбске-Плесо
- Стары-Смоковец
- Татранска-Ломница
Ҡала тау саңғыһы, туризм, санатор дауалау өлкәһендә махсуслашҡан.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Перепись населения Словакии в 2021 году — Братислава: Statistical Office of the Slovak Republic.
- ↑ Топокарты Генштаба
Һылтанмалар
vysoketatry.sk — Високе-Татри рәсми сайты (словак.)