Вишневые тауы
Сейәле тау | |
---|---|
Характеристики | |
Барлыҡҡа килгән ваҡыты | рифей[1] |
Оҙонлоғо | 10 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Сейәле тау |
Абсолют бейеклеге | 576[2] м |
Урынлашыуы | |
55°57′31″ с. ш. 60°37′14″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Урта Урал |
Сейәле тауҙары (рус. Вишнёвые горы) — Тау һырты. Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһенең төньяғында, Кәҫле районында урынлашҡан. Урта Урал тау системаһына ҡарай (А. К. Матвеев буйынса).
Географияһы
Тауҙар меридиан йүнәлешендә һуҙылған һәм яҡынса 10 км-ға һуҙыла. Массив Урал аръяғы тигеҙлегенә килеп терәлгән көнсығыш тау алдары зонаһына ҡарай ҡарай. Вулкан атылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм метаморфик тау тоҡомдардарының 136 км-ға һуҙылған антиклиналь комплексының бер өлөшө, тап төньяҡ осо булып тора. Был антиклиналь Вишневые тауҙары районында көнсығышҡа табан эйелә биреп[3][4] төньяҡҡа ҡарай барып сума.
Массив көнбайышта Аракүл, Оло һәм Кесе Ҡаған күлдәре менән, көнсығышта —Илашты (Силач) , Һуңкүл ( рус. Сунгуль) Кирете (рус. Киреты) күлдәре, төньяҡта — Вязовка һәм көньяҡта Мауыҡ (рус. Маук) йылғалары менән сикләнә. Айырым тау түбәләренең үҙ атамалары бар, мәҫәлән Сейәле (Кобелиха), Булдым[5], Ҡарауай (Каравай), Еремиха[6]. Вишневые тауының төньяҡ-көнсығыш битләүендә ҡала тибындағы Вишневогорск[7] ҡасабаһы урынлашҡан
Геология
Тау массивының нигеҙен гнейстар, һәүерташтар, амфиболит һәм кварциттартарҙан торған ҡатламдар тәшкил итә . XX быуат башында уҡ урындағы нефелинсиениты быяла һәм керамика етештереү сығанағы булараҡ ҡарала башлай.
1926 йылда Курочкин үҙәнендә (Курочкин лог) тигән урында күпселек өлөшөн ялан шпаты тәшкил иткән ҡеүәтле миаскит пегматиты юлаҡтары табыла.
1929-31 йылдарҙа Рукавишников Ф. И. һәм Амеландов А. С. тарафынан табылған ялан шпаты ятҡылыҡтары 10 йыл самаһы дауамында ҡулланышҡа сығарыла. Аҙаҡ 1968 йылдан яңынан сығарыла башлай.
1940-сы йылдарҙа М. Г. Исакова һәм А. А. Иванов сәнәғәт ойошторорлыҡ күләмдә пирохлор ятҡылыҡтары асыла. Һөҙөмтәлә Вишневогорск руднигы барлыҡҡа килә. (артабан Вишневогорск руда етәкселеге, хәҙерге ваҡытта ОАО «Вишневогорский ГОК» тип атала).
Тауҙарҙа 130-ға яҡын минералдар табылған. Күбеһе шуға тиклем ғалимдарға бөтөнләй билдәле булмаған. Минералог В. И. Крыжановский Курочкин үҙәнендә табылған яңы минералға тау хөрмәтенә вишневит тигән атама бирә. Тау тоҡомдарында ике тиҫтәнән ашыу файҙалы ҡаҙылмалар төрө бар: вермикулит, ниобий, цирконий, гафний, һирәк ер элементтары , уран, торий, ильменит, ялан шпаты, нефелиндан, корунд, алтын һәм башҡалар.[8][9].
Атамаһы
Элек тау Вишенный тип аталған булған. . Н. К. Чупинаның һүҙлегендә тауҙың атамаһы ошолай тип нигеҙләй:
Сейәле тауҙың бөтә һөҙәклектәрен, башлыса урманһыҙ көньяҡ-көнсығыш ҡабаҡтарын бары тик ҡырағай сейәлектәр генә ҡапланған. Сейәлектәр саҡрымдарға һуҙыла… Бында август башынан йөҙҙәрсә, хатта меңәр бот емеш йыялар.
Иҫкәрмә
- ↑ Вишневогорский массив (Вишневые горы), Урал Южный, Россия. Описание, минералы, фотографии. Минералы и месторождения. webmineral.ru . // webmineral.ru. Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано из оригинала 20 ноябрь 2017 года.
- ↑ Карта бите N-41-I. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Рельеф Челябинской области . // kraeved74.ru. Дата обращения: 8 апрель 2013. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Государственный Ильменский минералогический заповедник . // kraeved74.ru. Дата обращения: 8 апрель 2013. Архивировано 14 февраль 2016 года. 2016 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Булдым, гора // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Вишенные горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Альманах №1. Касли – моя вторая Родина . kasly.su. Дата обращения: 27 апрель 2013.
- ↑ Вишневогорский ГОК (Горно-Обогатительный Комбинат) . // miningexpo.ru. Дата обращения: 19 май 2013. 2012 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Естествоиспытатели России в духовной и общественной жизни нашего края . kraeved74.ru. Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 16 июнь 2013 года. 2013 йылдың 16 июнь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Вишнёвые горы. Избранные находки минералов . // geo.web.ru. Дата обращения: 19 май 2013.
- «Вишневогорск тураһында»/сайтында мәҡәлә Вишневогорский төркөмө Көньяҡ Урал сауҙа-сәнәғәт палатаһы
- «Вишневогорск»/сайтында мәҡәлә «көньяҡ урал тарихы» әҙәби-аналитик төркөмө «Раритет»
- Потанинский вермикулитовый карьер, тауҙар потанин, массив вишневогорский, Каслинского районы, Силәбе өлкәһе, көньяҡ уралда, Россия