Воробьёв Николай Алексеевич
Биографияһы
1913 йылдың 28 ноябрендә Верхотур өйәҙенең Фроловский (хәҙер Свердловск өлкәһенең Серовский ҡала округы) ауылында тыуған. 1939 йылда Томск индустриаль институтын тамамлаған юғары белемле белгес.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Кемерово өлкәһенең Анжеро-Судженск ҡалаһында башланғыс мәктәп уҡытыусыһы булып башлай. Томск индустриаль институтын тамамлағандан һуң (хәҙерге ТПУ) 1939 йылдан инженер-механик, «Союзнефтепровод» тресының Грозный контораһында техник етәксе булып эшләй.
1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. КӨНЬЯҠ, I, II Украина фронттары составында һуғыша, Ҡырымда, Польшала, Германияла һәм Чехословакияла һуғыша.
1946 йылдың февраленән «Союзнефтепровод» тресында Грозный контораһының производство-техник бүлегенең өлкән инженеры, 1946 йылдың мартынан — Армавир участкаһының баш инженеры, 1949 йылдың апреленән «Грозный — Армавир — Трудовая» торба үткәргес махсуслаштырылған төҙөлөш-монтаж контораһының баш инженеры булып эшләй. 1951 йылдың июлендә «Өфө — Силәбе» торба үткәргесен файҙаланыу буйынса идаралыҡтың баш инженеры итеп тәғәйенләнә. 1953 йылдан-Өфө «Нефтепроводмонтаж» тресы идарасыһы фазифаһында эшләй.
Уның етәкселегендә коллектив йылдан-йыл магистраль торба үткәргестәр монтажлау буйынса дәүләт планын үтәй. 90 мең километрҙан ашыу үткәргес торбалар (Самотлор — Усть — Балык — Ҡурған — Өфө —Әлмәт, Туймазы — Омск — Новосибирск —Иркутск һ. б.) төҙөлдө.
«Бохара — Урал» газ үткәргесенең беренсе сиратын төҙөгәндә өлгәшкән ҙур етештереү уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1964 йылдың 18 ноябрендәге Указы менән Н. А.Воробьевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1973-1979 йылдарҙа Николай Алексеевич Мәскәүҙә «Главзападтрубопроводстрой» идаралығы начальнигы булып эшләй.
2000 йылдың 13 апрелендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән.[1]
Наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1964)
- Ленин (1964), Октябрь Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары, миҙалдар, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының почет грамоталары (1958, 1962) менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Герой Соц.Труда Воробьёв Николай Алексеевич :: Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2013. Архивировано 21 апрель 2013 года.
Һылтанмалар
- Воробьёв Николай Алексеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сергей Каргапольцев. Воробьёв Николай Алексеевич. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2016.