Воттоваара

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Воттоваара
Административ-территориаль берәмек Суккозерское сельское поселение[d]
Дәүләт
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 417 метр
Рәсем
Указания, как добраться 18 км на юго-запад от пос. Суккозеро, на горе Воттоваара
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Муезерский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

ВоттоваараКарелия Республикаһының үҙәк өлөшө Муезерский районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Суккозеро ауыл биләмәһендә Көнбайыш Карелия ҡалҡыулығындағы ҡая массивы.

Географик тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тау Суккозеро ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 20 км алыҫлыҡта, Гимола ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 35 км алыҫлыҡта һәм ҙур Сегозеро күленән (һыуһаҡлағыс) көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Воттоваара — Көнбайыш Карелия ҡалҡыулығында иң юғары нөктә — диңгеҙ кимәленән 417,3 м бейеклектә ята. Тауҙың майҙаны 6 кв. км.

Воттоваара тауы районы Янгозерский синклинорийының көнбайыш яғында — ҙурлығы буйынса Карелия кратонында икенсе (Онега синклинорийынан һуң).

Воттоваара субмеридиональ йүнәлештә яҡынса 7 км һуҙылған, ятулий кварциттарынан һәм кварцит-ҡомташтарынанторған һырттан ғибәрәт[2].

Таш объекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сейдтарҙың береһе: эре һарыҡташ 3 ҙур булмаған өҫтөндә ята, улар, үҙ сиратында, башҡа эре һарыҡташтар өҫтөндә ята. Һул яҡтан күләмен сағыштырыр өсөн кешене күрергә мөмкин.

Яйлала күп таштар ята, уларҙың күбеһе йомарланған һарыҡташтар. Ҡайһы бер осраҡта эре һарыҡташтар үҙенсәлекле торошта ята. Был хаҡта беренсе тапҡыр яһалма ҡоролмалар кеүек был таш өйөмдәре хаҡында 1970 йылдар аҙағында Суккозеро ҡасабаһынан тыуған яҡты өйрәнеүсе С. М. Симонян хәбәр итә. 1990 йылдар башында тауҙа археологтар М. М. Шахнович һәм И. С. Манюхин тикшереүҙәр үткәрә, археологтар уларҙың дини тәғәйенләнешенә һәм боронғо саамдар мәҙәниәтенә ҡарағанлығы тураһында һығымта яһай. Шунан һуң матбуғатта баҫылып бер нисә мәҡәләнән һуң Воттоваараға ҡыҙыҡһыныу уята, өҫтәүенә, археологтар яғынан ғына түгел, ә мистик һәм квазифәнни ағымдары вәкилдәренең дә.

Шул уҡ ваҡытта, ғилми даирәләрҙә ҡарала торған таштарҙың эше тураһында фекер киң таралмай. Мәҫәлән, Рәсәй академияһы Карел ғилми үҙәгенең Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты археология секторының өлкән ғилми хеҙмәткәре М. Г. Косменко һәм Н. В. Лобанова уларҙы тәбиғи таш ятҡылыҡтары тип иҫәпләй, шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр тау тирә-яғында таш быуаттың синхрон ауылдар, йәки «боронғо саам халҡының» ниндәй ҙә булһа башҡа матди эҙҙәре әлеге ваҡытта билдәле түгел, тип иҫәпләй[3].

2011 йылдың авгусында Карелия Республикаһы хөкүмәте ҡарары менән Воттоваара тауы комплексы ландшафтлы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Һаҡлангыусы территория майҙаны мең ярым гектарҙан ашыу тәшкил итә: уға тау үҙе һәм уға йәнәш урындар инә[4].

Воттоваара топонимының мәғәнәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саам сығышлы «Воттоваара» топонимы — ике компонентлы, тәүге өлөшө — «вотто», икенсе өлөшө — «ваара». Саам топонимы башында ғәҙәттә, исем — объект билдәләмәһе, ә аҙаҡ номенклатур термин: күл, тау, йылға һ.б.

«Ваара» саам теленән «тау» тип тәржемә ителә. Тағы ике һүҙ яңғырашы буйынса оҡшаш: варр (вар) — юл, варрь (варь) — урман («ә» өнө оҙон). Әммә саам сығышлы топонимдарҙа «ваар» һәр ваҡыт «тау» географик объектына ҡарата ҡулланыла. Карел телендә: vuaru — тау, фин телендә: vaara — тау, сусаҡ.

«Вотто» — саам һүҙе транскрипцияһы вуэјјтэ («вуэйтэ» тип әйтелә) — еңеү, еңеү яулау. Фин теле: voitto — еңеү, карел телендә: voitto — еңеү, килем (ике телдә лә — «воитто» тип әйтелә).

Воттоваара тауы атамаһын «Еңеү тауы» тип тәржемәләргә мөмкин.

Был фаразды раҫлау булып, тауҙан туранан-тура яҡынлыҡта дүрт географик объект урынлашыуы тора, уларҙы уртаҡ исем берләштерә. Был Вотто йылғаһы һәм өс күл: Воттоозеро, Воттомукс, һәм Кейвотто. Саам йолаларын һәм саам топономикаһы лексикаһын тикшереүселәр В. Чарнолуский һәм Г.М. Керт фекере буйынса, атамалағы беренсе компонент боронғо дини урындар менән бәйле, шулай уҡ эпик килеп сығыуы ла бар. Төньяҡ Рәсәй, шулай уҡ Скандинавия картаһында бер ниндәй ҙә райондың шундай бер үк исемле объекттарҙың тупланмаһы юҡ.

Үҙәк Карелия археология ҡомартҡыларының йәше 5-6 мең йыл. Саамдарҙың төп шөғөлө һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ булғ, юлдар киҫелешендә миҙелле күсеү осоронда боландар үткән. Фараз ителеүенсә, балыҡсылар һәм һунарсылар миҙгел башы алдынан уңышлы һунар һәм балыҡ тотоуға өмөт итеп сейдтарға бүләк биреү өсөн тауға күтәрелгәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шары дьявола

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Распоряжение Председателя Правительства Республики Карелия № 142-р от 12.08.1994 (урыҫ) — 1994.
  2. Природный комплекс горы Воттоваара: особенности, современное состояние, сохранение. Часть 2 (стр. 9-34)
  3. М. Г. Косменко, Н. В. Лобанова. К вопросу об археологических памятниках на г. Воттоваара // Природный комплекс горы Воттоваара: особенности, современное состояние, сохранение. Петрозаводск: КарНЦ РАН, 2009. C. 119—134.
  4. Гора Воттоваара перешла под защиту государства

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]