Вәхитова Лена Нурулла ҡыҙы
Вәхитова Лена Нурулла ҡыҙы (рус. Вахитова Лена Нурулловна; 19 сентябрь 1949 йыл) — сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре, шәхси эшҡыуар, йәмәғәтсе. 1986 йылдан Туймазы район ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы, 1995 йылдан Башпотребсоюз ойошмаһының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Биографияһы
Лена Нурулла ҡыҙы Вәхитова 1949 йылдың 19 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Шаран районы Таң ауылында тыуған.
1985 йылда ситтән тороп Совет сауҙаһы институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1968 йылда Туймазы теген фабрикаһында тегенсе-мотористка булып башлай, артабан магазинда кассир булып эшләй.
1971 йылда сауҙа курсын тамамлап, һатыусы һөнәрен үҙләштерә һәм бер аҙ һатыусы булып эшләгәндән һуң Туймазы ҡалаһындағы "Дуҫлыҡ" универмагы директоры итеп тәғәйенләнә.
1986 йылдан Туймазы район ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе вазифаһында эшләй[1] 1995 йылдан Башпотребсоюз ойошмаһы рәйесе[2] 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай иғлан ителә. Лена Нурулла ҡыҙы 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, шәхси эшҡыуар булып теркәлә[3], һәм икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары сауҙаһы буйынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай.
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 91.
- ↑ Генеалогическая база знаний: персоны, фамилии, хроника
- ↑ Вахитова Лена Нурулловна
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104