Вәхитов Шамил Хөснулла улы
| Викидата элементы тултырылмаған |
Вахитов Шамил Хөснулла улы (рус. Вахитов Шамиль Хуснуллович; 4 февраль 1954 йыл) — ауыл хужалығы, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1992 йылдан Мәләүез районы хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә үҙенең өсөнсө сессияһында Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Биографияһы
Шамил Хөснулла улы Вахитов 1954 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Ергән ауылында тыуған. Юғары белемле — 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [1]
1969—1973 йылдарҙа Стәрлетамаҡ зоотехник-ветеринария техникумында уҡый, уны тамамлағас, Совет Армияһына саҡырыла. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 1975—1985 йылдарҙа Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозында эшләй.
1985—1986 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез район комитетының икенсе секретары; 1989—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәләүез районы Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1992 йылдан Мәләүез районы хаимиәте башлығы.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы.[2]
Мәләүез районы 236-сы Воскресенск һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104