Вәхитов Ғәли Хәйрулла улы
Тыуған көнө | 1903 |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Һөнәр төрө | яугир |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вәхитов Ғәли Хәйрулла улы (рус. Гали Хайруллович, Галей Хайруллович, Гали Хайруллич (1903 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, 275-се кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры. Өлкән лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942, 1946)[1][2].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәли Вәхитов 1903 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 1919—1920, 1925—1933, 1941 йыл декабренән 1945 йылдың октябренә тиклем армияла хеҙмәт итә. Ҡариҙел район военкоматы тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Т. Т.Күсимовтың 275-се кавалерия полкы 1-се эскадроны командиры (китаптарҙа уны Вәли Вәхитов, 3-сө эскадрон командиры тип тә атайҙар). Исеме төрлөсә яҙылған. Мәҫәлән, 1942 йыл 17 декабрендәге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһындағы бойороҡта ул Гали Хайруллич тип яҙылған. Хәрби хеҙмәтен тамамлау тураһындағы яҙыуҙарҙа ла айырма бар.
1942 йылдың 20 ноябрендә ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә (№ 3661, Ташкент).
1945 йылдың 13 июлендәге наградной листта 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡлы тип яҙылған[3].
Һуғыштан һуң 1945 йылдың октябренә тиклем 1-се запас кавалерия полкының 2-се зкп эскадрон командиры ярҙамсыһы була.
1945 йылдың 20 октябрендә армиянан демобизациялана.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шаймуратовцы. Вахитов Гали Хайруллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Книга Памяти. Вахитов Галей Хайруллович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Башкирская гвардейская кавалерийская.с.16
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]