Гарринча

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Командалағы уйын позицияһы фланговый полузащитник, нападающий
Һөнәр төрө футболсы
Ауырлығы 72 килограмм
Рәсем
Сәләмәтлек торошо Полиомиелит
Вафат булған көнө 20 ғинуар 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2] (49 йәш)
Тыуған урыны
Хәләл ефете Суарес, Элза[d]
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по футболу 1966[d], Чемпионат мира по футболу 1962[d] и Чемпионат мира по футболу 1958[d]
Псевдоним Garrincha, Anjo das pernas tortas и Alegria do povo
Заты ир-ат
Вафат булған урыны
Тыуған көнө 28 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[3][4][…]
Бейеклеге/буйы 170 сантиметр
Үлем төрө Q58733430?
Үлем сәбәбе цирроз печени[d]
Спортта ил өсөн сығыш яһай
Ерләнгән урыны
Әүҙемлек осороноң башланыуы 1951 — наст. время
Спорт командаһы ағзаһы Ботафого[d], Фламенго[d], Атлетико Хуниор[d], Коринтианс[d], Португеза[d], Олария (футбольный клуб)[d], Футбол буйынса Бразилия йыйылма командаһы и Васко да Гама[d]
Спорт төрө Футбол
Номер игрока 7
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Мануэль (Манэ) Франсиску дус Сантус (порт. Manuel «Mané» Francisco dos Santos ; 8 октябрь, 1933 йыл, Пау-Гранди — 20 ғинуар, 1983 йыл, Рио-де-Жанейрол), Гарринча (Гарринша; порт. Garrincha) булараҡ билдәле — Бразилия футболсыһы, уң һөжүмсе, футбол тарихында иң яҡшы уң һөжүмсетип һанала[5][6]. МФФИИС һорау алыуҙары буйынса ул донъяның иң яҡшы футболсылары араһында 8-се һәм XX быуатта Көньяҡ Американың иң яҡшы футболсылары араһында 4-се урынды биләй. Шулай уҡ Гарринча «The Times» гәзите версияһы буйынса донъя чемпионаттары тарихындағы иң яҡшы уйынсылар араһында 6-сы урынды биләй Америка кубоктарының һәм чемпионаттарының тарихында иң яҡшы уйынсыларҙың символик йыйылма командаһына инә. Бразилияла Гарринча милли футбол тарихында Пеленан һуң икенсе уйынса булып һанала.

Гарринчи карьераһының үҫеш осоро «Ботафого» клубы өсөн сығыш яһаған йылдарға тура килә. 1953—1965 йылдарҙа ул клуб өсөн 579 уйын уйнай, 249 тип индерә. Гарринча «Ботафого» өсөн индергән голдарҙың дөйөм һаны буйынса 3-сө урында тора[7]. Етди йәрәхәт алғандан һуң, "Ботафого"нан китә. Артабан футболсы күп командалар алмаштыра, бер ҡайҙа ла оҙаҡ тотҡарланмай. 1955 −1966 йылдарҙа Бразилия йыйылма командаһында уйнай, уның составында ике тапҡыр (1958, 1962) Донъя чемпионаты еңеүсеһе була, икенсеһендә 4 гол индереп, турнирҙың иң яҡшы бомбардиры тип таныла.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гарринча 1933 йылдың 28 октябрендә Пау-Гранди ҡалаһында, күп балалы ғаиләлә бишенсе бала булып тыуа. Атаһының хаталаныуы арҡаһында тыуыу таныҡлығында тыуған көнө 18 октябрь тип яҙылған[8]. Бынан тыш, уға икенсе исем бирмәйҙәр һәм 15 йәшендә Гарринча үҙенә Франсиско исемен ала[9]. Гарринча тыуғанда уҡ физик кәмселектәр менән тыуа: ҡылый була, умыртҡа һөйәге косоглазие ул интегә, умыртҡа һөйәгендә тайпылыш була, уң аяғы һулынан 6 сантиметрға ҡыҫҡараҡ була[10][11][12]. Хирургик ҡыҫылыш ярҙам итмәй: операция яһаған табиптар, бала атлап йөрөй алһа ла, уның өсөн бәхет булыр ине, тип иҫәпләй[13]. Башҡа сығанаҡтар буйынса, Гарринчаның проблемалары — полиомиелит һөҙөмтәһе[14][15].

Гарринча ҡатнаш никахта тыуа: әсәһе яғынан Ресифи афро-бризилиялыһы[16], атаһы буйынса — фулниос индеецтары вариҫы; уның олатаһы XIX быуат башында Алагоас штатынан Баррига һырты битләүҙәренән Палмейрас-дос-Индиосҡа мәжбүри килтерелә[17][18]. Шунда уҡ шәкәр ҡамышы плантацияларына һәм унда эшләүсе индеецтарға хужа булған ҡол биләүсенең исемен фамилия итеп алып — Франсиско дос Сантос, булып китә. Атаһы яғынан шулай уҡ африкан тамырҙары бар: олатаһы Маноэла, Шиза, ҡол-мулатка Антонияға өйләнә. Уларҙың 6 балаһы була — Мануэль, Амаро, Мария, Жозе, Изабел һәм Жоао.

Ата-әсәһенән һәм Гарринчиҙан тыш тағы 4 бала булған ғаилә (ҡустыһы һәм һеңлеһе аслыҡтан һәм ауырыуҙан вафат була), бик ярлы йәшәй, шуның арҡаһында йәш Манэ бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙам итә, урманда емеш-еләк йыйып баҙарҙа һата; Гарринча, нигеҙҙә, ҡырағай еҫле банандар[19] менән сауҙа итә. Атаһы, Амаро, Пау-Грандиҙа завод һаҡсыһы булып эшләй, алкоголизмдан яфалана[16], һуңынан бауыр циррозынан вафат була. Манэға атаһының бәйлелеге тапшырыла: 4 йәшендә ул алкоголь ауыҙ итеп ҡарай, 10 йәшендә спиртлы эсемлектәр, кашаса, һыра һәм «качимбу» — кашаса, бал һәм лимон ҡушылған эсемлек ҡуллана башлай һәм бик күп тарта. Манэ «Гарринча» ҡушаматын йәғни яратыуымды уның ғаиләһендәге ҡош тотҡандар кесерткән сәпсеге ғаиләһенә ҡараған «гарринча» тип аталған ҡоштарҙы тоторға яратғаны өсөн ала. Шулай уҡ ул уларҙың тауышын бик оҡшатып ҡабатлай. 4 йәшендә апаһы Тереза: «Шунсама ҡош тотаһың, тиҙҙән үҙең гарринчаға әйләнәсәкһең», — тиеүенән һуң уға ошо ҡушамат йәбешә[20].

Гарринча бәләкәй сағынан футбол менән мауыға башлай, ваҡытының күп өлөшөн уйынға бүлә[16]. Шул саҡта уҡ ул тиҫтерҙәре араһында яҡшы уйнап, кимәле менән айырылып тора. Ул ваҡытта футбол майҙанында тиңдәштәрен еңеүе уның яратҡан шөғөлө була һәм быны ул ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара.

Клуб карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Пау-Гранди»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылда[16] Гарринча мәктәптә уҡый башлай, әммә йыш дәрестәр ҡалдыра һәм 4 класты ғына тамамлай, шуға күрә насар иҫәпләй һәм насар яҙа. 1947 йылдың 19 ноябрендә, 14 йәшендә урындағы «Америка фабрил» туҡыу фабрикаһына туҡыусы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша[9]. Тап шунда үҙенә икенсе, башҡа Мануэль дос Сантостар менән бутамаһаындар өсөн Франсиско исемен ала. Фабрикала Гарринча Свинг һәм Пинсел менән дуҫлаша, бергә даими эсәләр. Манэ билдәле футболсы булып киткәс тә улар дуҫ булып ҡала.

Эш менән бер ваҡытта Гарринча фабриканың «Пау-Гранди» һәүәҫкәрҙәр командаһында уйнай, балалар составында өсөн сығыш яһай. «Пау-Гранди» стадионында урындағы һәүәҫкәрҙәр командалары уйындарында Гарринча юғары уйын кимәле күрһәтә һәм хатта ялҡаулығы өсөн фабриканна ҡыуылғас та, фабрика командаһы башлығы инициативаһы буйынса ҡабаттан тергеҙелә[12]. Шуға ҡарамаҫтан, «Пау-Гранди»ҙың баш тренеры Карлос Пинто уны төп составҡа саҡырмай. Һөҙөмтәлә ул 1951 йылда округтың иң яҡшы «Крузейро ду Сул» һәм "Серрано"командаларында уйнай башлай: төшкә тиклем уларға уйнай, һуңынан «Пау-Гранди» составында сығыш яһай[19]. Был клубтарҙа Гарринча футболда үҙенең беренсе аҡсаларын ала башлай — уйын өсөн 30 крузейро түләйҙәр[16][21]. 3 айҙан һуң, даими күсенеүҙәрҙән арып, Манэ был клубтар өсөн уйнауын туҡтата.

1949 йылдың июнендә, сираттағы балаһын тапҡандан һуң инфекция эләктереп, Гарринчаның әсәһе вафат була. Был Манэға тәрән йоғонто яһай. Әсәһе үлгәндән һуң, атаһы Амаро шулай уҡ балалары булған тол ҡатын, Сесилия менән йәшәй башлай. Ул Гарринча ғаиләһен хәстәрләй[16].

16 йәшендә Манэ «Пау-Гранди»ҙың өлкәндәр командаһында уйнай башлай. «Крузейро ду Сул» менән дебют уйынында ул бер нисә гол индерә, ә уның командаһы 8:1 иҫәбенә еңә[22]. Шунда Пинто Гарринчаны, уның традицион урталағы позицияһында икенсе футболсы уйнағанлыҡтан, уң һөжүм флангыһына ҡуя[16]. Был позицияла Гарринча бик яҡшы уйнай һәм округтың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла[23]. «Пау-Гранди» клубының"Раис-да-Серра" клубы менән осрашыуҙарҙың береһендә иҫәп 0:0 булғанда Гарринча команда уйынсыларын алдап, үҙенең дриблингын штраф һыҙатынан башлай һәм һөҙөмтәле пас бирә һәм партнеры гол индерә. Бынан һуң ҡаршы команда уйынсыларының берһе уны тупаҫ алым менән туҡтатҡас, саҡ үҙ көйәрмәндәренән туҡмалмай — уларҙы Гарринчаның оҫталығы хайран итә. Башҡаса Манэға ҡаршы ҡағиҙә боҙоусы булмай, ә уның командаһы 6:0 иҫәбе менән еңә.

«Ботафого»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гарринчаның яҡшы уйын кимәле Рио-де-Жанейроның «ҙур» клубтарының иғтибарын йәлеп итә. Ул «Фламенго» һәм «Флуминенс»ҡа ҡарау үтә, әммә командаларҙың финанс мөмкинлектәре һәм Манэ аяҡтарының ышаныслы булмауы арҡаһында уның менән килешеү төҙөүҙән баш тарталар[23]. «Васко да Гама» клубы Гарринч бутсаһыҙ килгән өсөн уны ҡарауҙан баш тарта. Шулай уҡ «Сан-Кристован» клубында уйнарға тырышыу ҙа уңышһыҙ була: 10 минут уйнатып ҡарағандан һуң ҡарарҙы кискә тиклем көтөргә ҡушалар, әммә Манэ, вокзалда ҡалыуҙан ҡурҡап, һуңғы поезд менән Пау-Грандиға ҡайта, ә икенсе көнөнә кире килмәй. "Ботафого"ның элекке уйынсыһы Арати Пау-Грандиға дуҫтарына матч судьяһы булараҡ килеп, бер уйында дүрт гол индергән 20 йәшлек Гарринчаны күреп ҡала[22]. 1953 йылдың 13 мартында Арати уға форма һәм бутса һатып алып, «Пау-Гранди» президенты менән бергә йәш уйынсыны тренер Жентилу Кардозоға килтерә. Уны йәштәр составының күнекмәләренә индерәләр[24][25]. Гарринча уңышлы сығыш яһай, әммә күнекмәне Кардозоның улы Ньютон үткәрә һәм уйынсыларҙы ҡабул итеү буйынса ҡарар сығарыу хоҡуғына эйә булмағанлыҡтан, һуңыраҡ килергә ҡуша. 1953 йылдың 10 июнендә үтәсәк «Ботафого» өлкәндәр командаһына ҡарау үтә. Гарринчаны алдан уға ҡаршы Бразилия йыйылма командаһының һул һаҡсыһы Нилтон Сантос уйнаясаҡ, тип иҫкәртәләр. Әммә Манэ: «Пау-Гранди»ҙа, ғәҙәттә, Жуан ҡаршы уйнаны, мин уны һәр саҡ еңә торғайным" -, ти. ғәҙәттә, уларҙы һәр ваҡыт еңдек. Күнекмәләр ваҡытында Гарринча Нилтонды өс тапҡыр бер үк алым — тупты аяҡ араһынан үткәреү — менән еңә һәм уны һоҡланырға мәжбүр итә.

«Үпкәләйһе урынға ул миңә килеп: „Афарин, егет!“ -тине. Ул футболда минең ҡиәмәтлек атайым булды. Әгәр юлымда Нилтон кеүек кешеләр күберәк осраған булһа, шул бәхетһеҙлек кисермәҫ инем»[17].

Футболсылар сисенеү бүлмәһенә йүнәлгәс, Нилтон күнекмәләрҙә булмаған Кардозоға килеп: "Әгәр был малай башҡа клубҡа эләкһә, мин тыныс йоҡлай алмаясаҡмын. Әгәр ул беҙҙә нығынһа, башҡа клубтар һаҡсылары йоҡламаясаҡ ", — ти[26]. Бынан һуң тренер барыһын да ҡабат майҙанға сығарып, 20 минуттан Гарринчаның мөмкинлектәрен үҙе күреп ышана. Ҡарауҙан һуң "Ботафого"ның физик әҙерлек буйынса тренеры Пауло Амарал : «Уйынсы яҡшы оҫталыҡ күрһәтте. Минеңсә, төҙәлмәҫлек бер генә етешһеҙлеге бар: дриблингты бик йыш ҡуллана»[27]. Уйынсының күсеү өсөн «Ботафого» «Пау-Гранди»ға 500 крузейро түләй .

Гарринча "Ботафого"составында

1953 йылдың 21 июнендә Гарринчаның «Ботафого» составында «Авелар» клубы менән иптәштәрсә уйында дебюты була, команда 1:0 иҫәбенә еңә[28]. 1953 йылдың 30 июнендә Манэ фабриканна китә һәм футбол менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә башлай. 10 июлдә «Ботафого» дубле һәм "Сан-Кристована"ның икенсе составы матчында ул 3 гол индерә. «Ботафого» өсөн тәүге тапҡыр Гарринча 19 июлдә рәсми уйында «Бонсусессо» ҡаршы уйнай. Шул матчта 3 гол индерә, беренсеһе пенальтиҙан, ә уның клубы 6:3 иҫәбенә еңә[29]. Икенсе көндә «О Глобо» гәзите: "Гауличо[30] "Ботафого"ны яуланы" тип яҙып сыға.

Үҙенең тәҙге миҙгелендә Гарринча 26 матч үткәрә. 20 гол индереп, 22 гол индергән Хорхе Бенитесанан ғына ҡалышып, Рио-де-Жанейро штаты чемпионатының икенсе бомбардиры була. Миҙгелдә Гарринча өс хет-трик яһай: «Бонсусессо» менән уйында, Мараканала «Банг» (6:0) менән матчта һәм «Португеза» клубы менән осрашҡанда өсәр гол индерә[29]. Уның клубы чемпион "Фламенго"нан 9 мәрәйгә ҡалышып, 3-сө урын биләй[31]. Киләһе йылда Гарринча ике тапҡырға күберәк матч үткәрә, 66 уйында уйнай, 23 гол индерә, күпселеге иптәштәрсә матчтарҙа. Бынан тыш, «Сеара» менән бер уйында ғына берҙән артыҡ гол керетә. Штат чемпионатында клуб 4-се урын ала. Был беренселектә Гарринча 7 гол индерә, әммә күберәген команда буйынса партнеры, беренселектең иң яҡшы бомбардиры тип танылған Диноның ассистенты була[32]. 1955 йылда Ботафого тағы ла түбәнерәк — 7-се урын биләй[33], Гарринча бары тик 3 гол индерә. Был миҙгелдә ул бөтәһе 53 матч уҙғара, 22 гол индерә, шул иҫәптән 17-һе — иптәштәрсә уйындарҙа. Клубтың уңышһыҙлығына команданың ике алдынғы форвадеры — Дино да Коста менән Луис Винисионың Италияға күсеүе сәбәпсе була. 1956 йылда «Ботафого»ға үҙәк һөжүмсе позицияһында уйнаусы Пауло Валентим һәм икенсе форвард — Куарентинья килә. Был «Ботафого» хужаларының уйынсылар һатып алыу сылбырының тәүгеһе була: киләһе йыл клубҡа Диди, унан аҙаҡҡы ике йылда Марио Загалло, Амарилдо һәм ҡапҡасы Манге килә. 1957 йылда клубтың тренеры алмашына, командаһы остазы вазифаһын журналист Жоан Салданья биләй. Яңы тренерҙың тәүге ҡарарҙарының береһе Гарринчаға ирекле уйын мөмкинлеге биреү була:

«Вы видите, парни, эту правую полосу поля — от нашей штрафной площадки до ворот противника? Сюда, на правый фланг, никому из вас я не разрешаю совать нос. Это — коридор Манэ Гарринчи. Все остальные должны играть в центре и слева. К Манэ и близко подходить не смейте. Пусть делает здесь что захочет, а ваше дело ждать от него пас и бить по воротам…»[34].

Гарринча (уңдан икенсе) Бразилия йыйылма командаһы уйынсылары менән

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Garrincha // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Архив изобразительного искусства — 2003.
  3. GARRINCHA manuel francisco dos santos // Base de Datos del Fútbol Argentino (исп.)
  4. Mané Garrincha † // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  5. Eduardo H. Galeano. Soccer in sun and shadow. — Verso, 2003. — P. 104, 118. — 244 p. — ISBN 9781859844236.
  6. Горанский, И. В. Жизнь и смерть Маноэла дос Сантоса Гарринчи. С. 147. Цитируется газета «Эль Диа»
  7. Os maiores artilheiros do Botafogo de futebol e regatas. rsssfbrasil.com. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  8. [admin.gazetaesportiva.net/idolos/futebol/garrincha/abertura.htm Por Laudicéia Machea]. Gazeta Esportiva (3 ғинуар 2006). Дата обращения: 14 ноябрь 2014. Архивировано 28 февраль 2010 года.
  9. 9,0 9,1 Горанский, И. В. Жизнь и смерть Маноэла дос Сантоса Гарринчи. С. 23.
  10. O gênio das pernas tortas fez história no Alvinegro. botafogonocoracao.com.br. Дата обращения: 26 ғинуар 2010. Архивировано 21 июнь 2008 года., профиль на сайте «Богафого»
  11. Stevenson, Jonathan Remembering the genius of Garrincha. BBC (20 ғинуар 2008). Дата обращения: 20 ғинуар 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  12. 12,0 12,1 Bellos, Alex On a glorious bender. The Guardian (27 апрель 2002). Дата обращения: 19 ғинуар 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  13. The wounded 'Little Bird' who soared for Brazil. Дата обращения: 20 ғинуар 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года. 2012 йылдың 5 май көнөндә архивланған.
  14. Va in scena la «favola» di Garrincha (29 декабрь 2000). Дата обращения: 6 февраль 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  15. Garrincha, genio immortale (4 июнь 1998). Дата обращения: 28 ғинуар 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 Ruy Castro. Estrela solitária: um brasileiro chamado Garrincha. — Companhia das letras, 1995. — P. 6, 23-25, 27, 28, 30-32, 36-38, 40, 64, 87, 136, 142, 158-160, 324-325, 236-338, 342, 258, 376, 396, 413, 418-421, 454-462. — ISBN 85-7164-493-4.
  17. 17,0 17,1 Гольдес, Игорь Кривоногий индеец из другого мира. footballplayers.ru (22 декабрь 2002). Дата обращения: 6 февраль 2010. 2013 йылдың 30 июль көнөндә архивланған.
  18. Annalisa Oboe, Anna Scacchi. Recharting the Black Atlantic: modern cultures, local communities, global connections. — Routledge, 2008. — P. 87. — 423 p. — ISBN 9780415961110.
  19. 19,0 19,1 Горанский, И. В. Жизнь и смерть Маноэла дос Сантоса Гарринчи. С. 24.
  20. Горанский, И. В. Жизнь и смерть Маноэла дос Сантоса Гарринчи. С. 27.
  21. Longo caminho até General Severiano. gazetaesportiva. Дата обращения: 19 март 2010. Архивировано 18 декабрь 2005 года. 2005 йылдың 18 декабрь көнөндә архивланған.
  22. 22,0 22,1 Горанский, И. В. Жизнь и смерть Маноэла дос Сантоса Гарринчи. С. 25.
  23. 23,0 23,1 Jogador de futebol. Garrincha
  24. Teixeira Heizer. O jogo bruto das copas do mundo. — Mauad Editora Ltda, 1997. — P. 144. — ISBN 85-85756-52-7.
  25. Flávio Araújo. O rádio, o futebol e a vida. — Editora Senac, 2001. — P. 149, 161. — ISBN 85-7359-196-X.
  26. Горанский, И. В. Жизнь и смерть Маноэла дос Сантоса Гарринчи. С. 26.
  27. Sérgio Augusto. Botafogo: entre o céu e o inferno. — Ediouro Publicações, 2004. — P. 161. — ISBN 85-00-01549-7.
  28. По одной из версий, единственный гол в матче забил Гарринча. Также, по этой же версии, Манэ забил гол в следующей игре, против клуба «Кантагало»
  29. 29,0 29,1 Botafogo de Futebol e Regatas - Jogos de Nílton Santos e Garrincha. rsssfbrasil.com. Дата обращения: март 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  30. Такое прозвище имел известный в Бразилии торговец лошадьми.
  31. Campeonato Carioca 1953. Flapedia. Дата обращения: март 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  32. Rio de Janeiro Championship 1954. rsssfbrasil.com. Дата обращения: март 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  33. Rio de Janeiro Championship 1955. rsssfbrasil.com. Дата обращения: март 2010. Архивировано 31 ғинуар 2011 года.
  34. Фесуненко И. С. Пеле, Гарринча, футбол… — М.: Физкультура и спорт, 1970.; главы: Одна, но пламенная страсть; Восемьдесят восьмой «Фла — Флу»; Грустная бухгалтерия футбола; Президенты не любят неудачников; Книга судеб «Золотой сборной»; Горькая «Радость народа»; 20 лет от «Мараканы» до «Ацтеки», или долгая дорога в Мехико.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Горанский, И. В. Жизнь и смерть Маноэла дос Сантоса Гарринчи. — М.: Физкультура и спорт, 1988. — 158 с. — ISBN 5-278-00008-2.
  • Фесуненко И. С. Пеле, Гарринча, футбол… — М.: Физкультура и спорт, 1970. — 208 с. — ISBN 5-85230-010-1.
  • Фесуненко И. Спасибо за то, что ты жил // Советский спорт. — 16 апреля 1986. — № 90 (11709). — С. 4.
  • Ruy Castro. Garrincha: the triumph and tragedy of Brazil's forgotten footballing hero = Estrela Solitária. — Yellow Jersey, 2004. — 416 p. — ISBN 9780224063067.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]