Биографияһы һәм эшмәкәрлеге
Герасимов Иван Семенович 1894 йылда Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе Ново-Спасское ауылында тыуа.
1914 йылда Өфө гимназияһын тамамлай. 1914—1918 йылдарҙа Ҡазан университетының юридик факультетында уҡый. Уҡыу йортоноң 4 курсын тамамлағандан һуң 1919 йылға тиклемрепетитор булып эшләй.
1919 йылдың авгусынан 1920 йылдың декабренә тиклем Өфө хәрби комиссариатында сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһында эшләй һәм Урал яны хәрби округының сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары була.
1921—1922 йылдарҙа Өфө губернаһы халыҡ мәғарифының сәйәси ағартыу бүлеге мөдире була.
1922 йылдың июненән 1923 йылдың декабренә тиклем Башҡорт АССР-ының Юстиция Халыҡ комиссары булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта, ярашлы, 1922 йылдың 30 авгусындағы [[Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы|Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы]] ҡарарына ярашлы, юстиция халыҡ комиссары вазифаһын һаҡлап, Башҡорт АССР-ы прокуроры итеп тәғәйенләнә[1]. Халыҡ комиссары вазифаһында прокуратура органдарын булдырыу һәм автономиялы республикала башбаштаҡлыҡты булдырмау буйынса әүҙем эш алып бара.
1924—1926 йылдарҙа Вятка губернаһында прокурор вазифаһында эшләй.
1926 йылдың 31 авгусынан 1930 йылдың февраленә тиклем — Урал өлкәһе прокуроры. 1930 йылдың февраленән декабренә тиклем РСФСР прокуроры урынбаҫары вазифаһында эшләй.[2].
1930 йылдың 18 декабрендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эштәре идарасыһы итеп тәғәйенләнә.
1937 йылдың 28 июнендә ҡулға алына. 1937 йылдың 26 октябрендә атып үлтерелә. 1956 йылдың 16 июнендә аҡлана.
Әҙәбиәт
- Прокуратура Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1996.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Герасимов Иван Семёнович.//Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)