Герда Тирен
Биография
1858 йылдың 11 ғинуарында Швецияла Стокгольм ҡалаһында тыуа.
1880−1883 йылдарҙа буйынса уҡыусылар менән Короллек сәнғәт академияһында уҡый. Унан Францияға китә. 1884 йылдың ғинуарында Юхан Тирен менән никахлаша һәм шул уҡ йылда Парижда уға кейәүгә сыға. 1884 йылдың аҙағында йәштәр тыуған илдәренә әйләнеп ҡайталар һәм Увикен[sv] ҡалаһында урынлашалар.
Һуңыраҡ улар Пеннингбюгә күсеп килә. Тирст йортонда (усадьба) йәшәй башлайҙар. Бөтә ғүмерҙәре тиерлек унда үтә. 1894 йылда ғаиләһе менән Увикенға ҡайтып бер аҙ йәшәп китәләр.
1928 йылда Пеннингбюла вафат булған. Ире менән йәнәш ерләнгән.
Ижады
Рәссам портреттар яҙа, сәскәләр натюрморт һәм пейзаж, швед һәм француздар тормошонан жанрлы күренештәр, шулай уҡ, балаларға арналған һүрәттәр эшләй. Скандинавтар, бигерәк тә, уның гномдар тураһында открыткаларын (nissar), яраталар.
Герда Тирендең китаптарға эшләнгән билдәле иллюстрациялары араһында: Фриц Рейтерҙың «Илдәге тормош» китабына, Даниель Дефоның "Робинзон Крузо мажаралары"на (1899), Марк Твендың «Принц һәм ярлы» китабына һәм күп һанлы әкиәттәргә эшләнгән һүрәттәр бар.
Рәссам 1923 йылда Стокгольмда швед уҡытыусылары гәзите нәшер иткән «Jultomten» журналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Был журналда Сакариас Топелиустың «Турғай» шиғырына иллюстрацияһы, 1898 йылда уҡ «Раштыуа бүләктәрен һатып аларһығыҙмы?» тигән исем аҫтында почта открыткаларына эшләгән элекке акварелдәре, балалар өсөн күп һанлы жанрлы һүрәттәре баҫтырыла.
Ирле-ҡатынлы Тирендарҙың картиналары Стокгольмдағы милли музей коллекцияһында, Швецияның провинцияларындағы музейҙарҙа һәм күп һанлы шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Ғаиләһе
- Атаһы — Карл Рюдберг (швед. Carl Henrik Rydberg; 1820—1902)[6]
- Әсәһе — Форсслунд Эмма (швед. Wilhelmina Adelaide Forsslund; 1820—1899)[7]
- Ире — Тирен Юхан (1853—1911), швед рәссаме. 1884 йылдан никахта тора.
- Улы — Нильс (1885—1935), рәссам
- Ҡыҙы — Кристина (1886—1951), рәссам
- Ҡыҙы — Карин (1887—1951), музыка уҡытыусыһы
- Ҡыҙы — Элизабет Ева (1890—1937), йырсы
- Иренең туғаны — Карл Тирен[sv], фольклорсы (легендалар һәм йырҙар)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Länna kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/SSA/1535/F I/4 (1918-1939), bildid: 00032427_00057, sida 51
- ↑ Union List of Artist Names (ингл.) — 2011.
- ↑ 1 2 Gerda Tiren // Benezit Dictionary of Artists (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ 1 2 Jakob och Johannes kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/SSA/0008/C I a/23 (1856-1861), bildid: 00025623_00060, sida 33
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ Carl Henrik Rydberg (швед.)
- ↑ Wilhelmina Adelaide Forsslund (швед.)