Гоголев Виктор Сергеевич

Гоголев Виктор Сергеевич (15 апрель 1929 йыл — 25 ғинуар 1995 йыл) — СССР һәм Рәсәй актеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974).

Биографияһы

Виктор Гоголев 1929 йылдың 15 апрелендә Красные Челны ҡалаһында тыуған.

1957 йылда А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты тамамлағандан һуң Ростов Ленин комсомолы исемендәге ТЮЗ-ында (1957—1960) эшләй. Һуңынан — төрлө драма театрҙарында: Куйбышев (1960—1961), Смоленск (1961—1962), Грозный (1962—1964), Ивановы1964-1965), Төмән (1965—1966), Һарытау (1966—1968), Пермь (1968—1970), Башҡорт АССР-ының урыҫ драма театры (1970—1975). 1975—1976 йылдарҙа — Эстон ССР-ының Дәүләт урыҫ драма театры артисы. 1976—1979 йылдарҙа — Ленсовет исемендәге Ленинград театры труппаһында. 1980 йылдан алып һәм ғүмеренең аҙағынаса Н. П. Акимов исемендәге Комедия театры сәхнәһендә уйнай.

Актер Георгий Бурковтың олатаһы.

В. С. Гоголев 1965 йылдың 25 ғинуарында Санкт-Петербургта инфаркттан вафат була.

Театрҙағы ролдәре

Был һөйкөмлө иҫке йорт — Эраст Петрович

Ард урманы әкиәттре — герцог Фердинанд

Королдәр барыһын да булдыра — академик

Ун ике — священник

Зойка фатиры — Иван Васильевич

Тараскондан Тартарен — станция начальнигы

Күләгә — мажордом

Дүртенсе планета — Савелий Евдокимович

Кинолағы ролдәре

1977 йылдан алып 1995 йылға тиклем 60-тан ашыу кинофильмда уйнай, улар араһында иң билдәлеләре — «Берега», «Несколько дней из жизни Обломова», «Возвращение Будулая», «Государственная граница», «Сократ», «Ты у меня одна» һәм башҡалар.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр