Гоголь урамы (Өфө)

Гоголь урамы Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондары биләмәһендә урынлашҡан. Зәки Вәлиди урамынан башланып һәм Достоевский урамы менән тамамланып, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һуҙыла.

Тарихы

Башта Гоголь урамы  Ырымбур губернаһы губернаторы Яков Владимирович Ханыков хөрмәтенә аталған була. 1901 йылда хәҙерге исемен ала. Урам 1891 йылда бында фатирға (1-се һанлы йорт) йырсы Фёдор Шаляпин төшөүе менән билдәле.

Гоголь урамында йәһүдтәрҙең ағас ғибәҙәт йорто урынлашҡан булған, ул XIX быуат аҙағында төҙөлгән һәм 1930 йылда ябылған. Өфө гарнизоны казармалары янында 1830—1839 йылдарҙа төҙөлгән казарма стенаһы һаҡланып ҡалған.

Хәҙерге торошо

Гоголь урамы — тыныс, халҡы күп булмаған һәм хәрәкәттәре сикләнгән урам. Унда урынлашҡан:

Галерея

Сығанаҡтар

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.

Категориялар